Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель 2018, 14:00

Мөғжизәгә әүерелгән тамаша

Ошо көндәрҙә Стәрлебаш ауылының реабилитация үҙәгендә Ғаилә йылына арналған «Ғаилә менән ял итеү» тигән иҫ киткес сара үтте. Уны балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн реабилитация үҙәге хакимиәте менән берлектә ғаиләгә һәм балаларға ярҙам итеү «Ғаилә» үҙәгенең район бүлексәһе ойошторҙо. Ул мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта фәһемле лә булды. Балалар ғына түгел, хатта ата-әсәләр ҙә бала саҡтарына ҡайтып, мөғжизәгә ышанды һәм сараны хайран ҡалып күҙәтте. Ә балалар тураһында әйтеп торорға ла түгел. Улар, бер нисә сәғәткә булһа ла үҙҙәрен әкиәт илендә кеүек хис итте.

Был сара, ысынлап та, әкиәтте хәтерләтте. Тәүҙә Балалар ижад йорто белгестәре Лилиә Тимербаева, Айгөл Маннанова һәм Ҡәҙриә Мәһәҙиевалар тамашасыларға төрлө биҙәү элементтары менән фоторамкалар эшләү буйынса мастер-класс күрһәтте. Ырғаҡ менән бәйләү, фоторамкаларҙы биҙәү өсөн мамыҡтан сәскәләр эшләү кеүек дәрес тә бик оҡшаны. Артабан балаларға үҙ көстәрен һынап ҡарарға тәҡдим иттеләр.

Уларҙың өлкәндәрҙең аңлатҡанын ҙур иғтибар менән тыңлауын, ә һуңынан улар артынан ҡабатлауын күрһәгеҙ икән. Һәм уларҙың килеп сыҡты ла! Малайҙарҙың ырғаҡ менән бәйләүен күреү ғәҙәти күренеш түгел ине. Ә улар шул тиклем тырышты! Шул уҡ ваҡытта Эльнара Шаммасова («Экспресс ҡотлауҙар») балаларҙы һауа шарҙарынан ҡуян, эт кеүек төрлө хайуандар һәм сәскә эшләргә өйрәтте. Был уның бик оҫта килеп сыҡты! Бер нисә етеҙ хәрәкәт менән «һә» тигәнсе уны һоҡланып күҙәткән сабыйға шарҙан сәскә эшләп һуҙа. Был шул тиклем әүрәткес булды, хатта мин дә, мауығып китеп, сираттағы ҡуянҡайҙы эшләгән балаларға ҡушылдым. Һөҙөмтәлә, ул бер нисә көн дауамында, тыны сығып бөткәнсе, минең кабинетыма йәм биреп торҙо.

Артабан... артабан балаларға ҡунаҡҡа Фиксиктар - Нолик (Айҙар) һәм Симка (Флүзә Иҙрисова) килде. Һәм ысын мөғжизәле фокустар башланды! Уларға ҡатнашыусылар ҙа ярҙам итте. Буш альбомда һүрәттәр килеп сыҡһын, ә һуңынан улар буялһын, бармаҡ менән бер ҡағылыштан электр лампаһы янһын өсөн балалар бер тауыштан Нолик артынан тылсымлы һүҙҙәр ҡабатланы. Ә Нолик менән Симканың иң бәләкәйенән башлап, ҙурына тиклем һабын ҡыуыҡтары, шулай уҡ һабын күбектәре эшләгәнен күрһәгеҙ икән (һүрәттә)! Бер һүҙ менән әйткәндә, был Аладдиндың тылсымлы лампаһы кеүек үк, балаларҙың күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары балҡыған ысын шоу булды. Улар тәүҙә Фиксиктарҙың һабын ҡыуыҡтарын эшләүен күҙәтһә, һуңынан, үҙҙәре ошо иҫ киткес процеста ҡатнашты. Артабан улар түңәрәккә баҫып иҫтәлеккә Нолик һәм Симка менән фотоға төштө.

Фиксиктар балалар менән хушлашып та өлгөрмәне, залға ике ҙур Ҡуян килеп инде. Был «Мөғжизәләр иле» Хәйриә фондынан (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) «Экспресс ҡотлауҙар» Стәрлебаш ойошмаһы вәкилдәре (Эльнара Шаммасова) һәм «Изгелек йәйғоро» (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) балаларға татлы бүләктәр менән килгән. Байрамға килгән Стәрлетамаҡ ирекмәндәре, баҡһаң, ҡалала йәшәгән аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән ярҙам итә икән. Минең менән әңгәмәләшкәндә беҙҙең райондан тормошта ауыр хәлдә ҡалған һәр кем уларға мөрәжәғәт итә алыуҙарын билдәләп үтте. Хәйриә акциялары үткәргәндә улар төрлө костюмдар, реквизиттар ҡуллана.

Ул көндө «хәйриә» һүҙе күп тапҡыр яңғыраны. Асыҡланыуынса, беҙҙең районда ла хәйриә менән шөғөлләнеүселәр бар. Шул уҡ Айҙар исемле егет балалар өсөн тыуған көндәр, сығарылыш кисәләре үткәрергә ярҙам итә. Уның да костюмдары һәм реквизиттары бихисап. Күптәр яратып өлгөргән Ҡуянҡай - Эльнара Шаммасова ла, Айҙар кеүек үк, кемдеңдер ғаиләһендә инвалид бала бар йәки ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ғаилә ауыр хәлдә ҡалһа, ә сабыйын шатландырғыһы килә икән, бушлай ҡотлай һәм саралар үткәрә ала.

Сара аҙағында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа - иҫтәлеккә фотоға төштө. Үҙ эшенең оҫталары, балаларҙы ихлас яратҡан, уларҙың тормошон яҡшыраҡ итергә тырышҡан кешеләр был байрамды ысын күңелдән, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы үткәреп, сарала ҡатнашыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр тип уйлайбыҙ. Шәхсән миңә ул бик оҡшаны. Афарин, ойоштороусылар һәм аниматорҙар!

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: