Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Апрель 2018, 11:20

Ветерандарға - сертификаттар

Кисә тағы өс бәхетле кеше 1 млн. 325 мең һум күләмендә аҡса алыуға хоҡуҡты раҫлаусы документҡа эйә булды. Был һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Зөфәр Ғәфиев, һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары Хәбирә Ғимазова һәм Сәүиә Һөйәрембәтова.

Сертификаттарҙы тапшырып, район хакимиәте башлығының тереклекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ильяс Ибәтуллин ветерандарға Еңеүгә тос өлөш индергәндәре, тылда намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереп, һатып алған торлаҡтары йылы һәм уңайлы булыуын теләне.

Бындай ҙур бүләк, һис шикһеҙ, саҡырылыусыларҙы һәм уларҙың яҡындарын һөйөндөрҙө. Изге күңелле ветерандар ҙа, шатлыҡтарын йәшермәйенсә, үҙ сиратында, ярҙамдары һәм иғтибарҙары өсөн район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Ветерандарҙы шулай уҡ Стәрлебаш районы халыҡты социаль яҡлау бүлеге начальнигы Зөлфиә Ғиниәтуллина ҡотланы.

Бойороҡто тормошҡа ашыра башлағандан алып беҙҙең районда торлаҡ һатып алыуға социаль түләү алыуға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм инвалид булған 50 кеше, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың (инвалид) 130 ғаилә ағзаһы алды.

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: