- Флүрә Лотфрахман ҡыҙы, бер быуатлыҡ юбилей - шаҡтай ҙур дата. Һеҙҙеңсә, хәрби комиссариаттар булдырылыуға нимә булышлыҡ итә?
- «Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән» тигәндәр боронғолар. 100 йыл элек комиссариат булдырыу зарурлығы тыуа, сөнки Октябрь революцияһы менән булдырылған яңы йәмәғәт төҙөлөшөн эске һәм тышҡы контрреволюцияның ғәйрәтле һөжүмдәренән яҡларға кәрәк була. Капиталистик илдәрҙә яңы дәүләт адресына даими «Тарихты сүплеккә ташларға кәрәк» тигән туранан-тура янауҙар яңғырай. Шул ваҡытта хәрби комиссариаттар булдырырға ҡарар ителә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла.
- Ә беҙҙең районда ул ҡасан барлыҡҡа килә?
- Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты 1938 йылда булдырыла һәм Хоҙайбирҙин урамында урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның хеҙмәткәрҙәре 9 меңдән ашыу кешене фронтҡа ебәрә. 1996 йылда район хакимиәте хәрби комиссариатҡа К.Маркс урамында яңы ике ҡатлы бина бирә, улар икенсе ҡатты биләй.
Капитан Ф.Ф.Каленов (1938-1943 й.), подполковник Онохов (1943), капитан И.Г.Бикбулатов (1943-1946), капитан Голышев (1947-1952), гвардия полковнигы Г.К.Хәниев (1953-1958), подполковник Корекин (1958-1960), подполковник Е.П.Корольчук (1960-1963), майор К.Ш.Ғәлиуллин (1964-1965), капитан М.Ф.Канзетдинов (1965-1969), майор И.П.Вторушин (1969-1972), техник хеҙмәтләндереү капитаны Т.К.Сатлыҡов (1972-1974), майор М.Я.Ғәбдүшев (1975-1985), подполковник Е.Н.Гирш (1986), подполковник П.В.Гармаш (1986-1997), подполковник А.В.Лемясев (1997-2006), подполковник Р.Г.Кантимеров (2006-2007) төрлө йылдарҙа райондың хәрби комиссарҙары булып эшләй.
- Уларҙың ҡайһыһы етәкселек тарафынан айырыуса билдәләнә?
- Урындағы хәрби идара итеү органы булараҡ хәрби комиссариатты булдырыуҙы ойошторған капитан Филипп Каленов хәрби комиссариат булдырыуға һәм хәрби эшмәкәрлек ойоштороуға иң күп өлөш индерә. Подполковник Павел Гармаш етәкселек иткән осорҙа хәрби комиссариат мобилизация әҙерлеге һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген тикшереү һөҙөмтәләре, шулай уҡ призыв буйынса һәр ваҡыт һәйбәт баһалана. Уның әүҙем ҡатнашлығы менән хәрби комиссариат яңы бинаға күсерелә, ә Анатолий Лемясов етәкселегендә стәрлебаштар республикала бер нисә тапҡыр призлы урындар яулай.
Хәрби комиссариат эшенә граждандар персоналы иҫәбенән хеҙмәткәрҙәр: 32 йыл хеҙмәт стажына эйә булған финанс бүлеге начальнигы Галина Дәминова, 1-се бүлек начальнигы ярҙамсыһы Рәмилә Денисова (38 йыл), йәшерен часть начальнигы Ләлә Әхтәмова (21 йыл), 1-се бүлек начальнигының өлкән ярҙамсыһы Флүрә Ғәлиәкбәрова (25 йыл) ҙур өлөш индерә. Байтаҡ йылдар граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу менән прапорщик Эдуард Насиров (әле мәрхүм) шөғөлләнә. Ул һәм уның эшен дауам итеүсе өлкән прапорщик Айрат Әхмәтвәлиев йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә ҙур өлөш индерә. Уларҙы һәр ваҡыт мәктәптәргә, урындағы училищеға, төрлө сараларға, Призывник көнөнә сығыш яһарға саҡыралар.
Мөҙәрис Ғәлиев, Надежда Батыршина, йыйыштырыусы Фәүзиә Бикҡолова хәрби комиссариатта эшләүгә 15шәр йыл ғүмерен бағышлай.
- Нисек иҫәпләйһегеҙ, һуңғы йылдарҙа хәрби комиссариаттар системаһында һиҙелерлек үҙгәрештәр булдымы?
- Эйе, күп нимә үҙгәрҙе. Ҡыҫғанысҡа ҡаршы, призывниктар һаны аҙайҙы. Был ауыр 90-сы йылдарҙың һөҙөмтәһе, ул саҡта тотороҡһоҙ тормош арҡаһында тыуым ныҡ кәмегәйне. Ә элегерәк йылына 130ға яҡын егетте армияға оҙата инек. Хәҙер бер нисә тапҡырға кәмерәк.
Әммә ыңғай яҡтары ла бихисап. Хеҙмәт итеү ваҡыты бер йылға тиклем кәмене. Егеттәрҙең ата-әсәләре менән кеҫә телефоны аша аралашыу мөмкинлеге бар. «Дедовщина» бөтөрөлдө. Туҡландырыу яҡшырҙы. Һалдаттарға көн дауамында хатта ял сәғәте лә ҡаралған. Шуныһы мөһим, хеҙмәт итеп ҡатйҡандарҙың уҡыу йортона ингәндә йәки эшкә урынлашҡанда льготалары бар. Әгәр егет армия мәктәбен үтмәһә, ул бик күп абруйлы вазифаларҙы биләй алмай.
- Флүрә Лотфрахман ҡыҙы, хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре эше хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙан ғына тормай бит.
- Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Был эштең тамамланыу этабы тип әйтһәң дә була. Ә быға тиклем беҙҙең хеҙмәткәрҙәр күҙгә күренмәгән, әммә мөһим һәм кәрәкле эш менән мәшғүл. Был барлыҡ призывниктарҙы йәшәү урыны буйынса иҫәпкә алыу, уларҙы ашығыс хеҙмәткә саҡыртыу, үҙ ирке менән хәрби частарҙы ҡалдырған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эҙләү, хәрби зарурлыҡ осрағына кәрәк булырлыҡ ресурстарҙы иҫәпләү. Йәштәр менән эш, призывҡа әҙерләү маҡсатында уларға барыһын да аңлатыу, шулай уҡ призывниктарға медицина тикшереүе үткәреүҙе ойоштороу, контракт хеҙмәткә йыйыу һ.б. беҙҙең мөһим эшмәкәрлек булып тора.
Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең бурыстар ярайһы уҡ күп. Шуға ҡарамаҫтан, ул юғары кимәлдә башҡарыла. Һәм хәрби комиссариаттарҙың 100 йыллыҡ юбилейын беҙ лайыҡлы ҡаршылайбыҙ. Һуңғы йылдарҙа армиябыҙҙың ҡеүәте артыуы һөйөндөрә, егеттәр армияға ҙур теләк менән бара, намыҫлы һәм лайыҡлы хеҙмәт итә. Уларҙың ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары килә. Был йәһәттән беҙҙең дә өлөш бар, был шатландыра һәм ғорурлыҡ хисе уята.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе яҡынлашып килгән байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Ф.Л.Ғәлиәкбәрова хәрби комиссариаттар системаһында сирек быуат эшләй. Эшмәкәрлеген контракт хеҙмәткә алыу инструкторы булып башлай.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Хәрби комиссариатының Маҡтау грамоталары һәм күкрәккә таға торған билдәһе менән бүләкләнгән, хәрби комиссариаттарҙың юғары ҡаҙаныштары өсөн миҙалға лайыҡ булды.
Рәйсә МУСИНА яҙып алды. Автор фотоһы.