Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Апрель 2018, 11:49

Эскән әсә - ғаилә бәләһе

Балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияһы ағзалары ата-әсәләре алкоголь эсемлектәр менән мауыҡҡан ғаиләләргә аҙна һайын тиерлек бара. Улар менән әңгәмәләшәләр, аңлаталар, иҫкәртәләр, уларҙы бер аҙ булһа ла аңына килтерергә тырышалар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡ быларҙың барыһы ла бушҡа ғына.

Балиғ булмағандар эштәре комиссияһы ултырышына Йәлембәт ауылынан ғаилә пары һәр ваҡыт айырым килә. Уҙған ултырышта ғаилә башлығы төҙәлеү юлына баҫып, эсеүен ташлайым, балаларҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнәм тип комиссия ағзаларын ышандырырға тырышһа, һуңғы ултырышта әсә кеше яңы тормош башлайым, тип вәғәҙә итте. Ир менән ҡатын йә айырылыша, йә ҡауыша. Проблеманың алкоголизмда булыуы уларға аңлашылмай кеүек. Иң ҡурҡынысы, балиғ булмаған балалары уларҙың ирешеүенең, ә ҡайһы саҡ иҫерек килеш һуғышыуының шаһиты була. Әгәр ирле-ҡатынлы тәүбәләренә килмәһә, улар ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Сөнки улар комиссия ултырышында йыш ҡунаҡ.

Эскән кешеләрҙең өйөнөң йыйыштырылмауы, уларҙың антисанитар шарттарҙа йәшәүе артыҡ ғәжәпләндермәй. Ә бына алкоголь ҡулланмаған ҡатындың өйөнөң аҫты-өҫкә килеүе - әйберҙәрҙең теләһә ҡайҙа ятыуы, һауыҡ-һабаның йыуылмауы, балаларының ҡаралмауы ғәҙәти ялҡаулыҡ ҡынамы икән? Балаларын өйҙә төнгөлөккә үҙҙәрен генә ҡалдырған, уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашмаған дүрт бала әсәһе уларға ниндәй үрнәк күрһәтә? Сөнки әсәй - иң яҡын кеше һәм уға һәр кем оҡшарға теләй.

Ҡулға алынған атаһы менән оҙайлы осрашыуға килгән 2000 йылғы үҫмерҙән колония хеҙмәткәрҙәре ике кеҫә телефоны, сим-карта һәм аккумулятор тартып ала. Егет һәм уның әсәһе ул кеҫә телефонын өйҙә ҡалдырырға онотҡан тип раҫлай. Әммә, колония территорияһына индерергә рөхсәт ителмәгән әйберҙәр исемлеге менән ул, тәбиғи, таныш була.

Бер үк төрлө «герой»ҙарҙан, өлкәндәргә, аҡты ҡаранан айырырға өйрәнмәгән ата-әсәләргә аҡыл өйрәтеүҙән, дөрөҫ юлға баҫырға өгөтләүҙән, «уйланып, аҡылға ултырыр» тигән уй менән иҫкәртеүҙәрҙән арыған комиссия ағзалары йәнә уларҙың һәр ҡайһыһына ярҙам итергә тырышты. Тәбиғи юл менән әсәлек бәхетенә ирешә алмаған ҡайһы бер гүзәл заттар медицина ярҙамына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булғанда, ошондай балаларын ҡарамаған, эскән әсәләрҙең өс һәм унан да күберәк балалары бар. Әммә, бәхеттәрен тулыһынса тойор өсөн уларға башҡа шатлыҡ-ҡыуаныстар кәрәктер, күрәһең. Бәхетле бала саҡтары булмаған кескәйҙәр генә йәл.

Барлыҡ хоҡуҡ боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларға штраф һалынды.

Лиана ЙӘРМИЕВА.


Читайте нас: