Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Апрель 2018, 12:02

Десантсы- ул етмеш етелә лә десантсы!

Рәсәй ғәскәрҙәре ғорурлығы - Һауа-десант ғәскәрҙәрен халыҡ араһында элиталы ғәскәрҙәр, «Зәңгәр береттар» тип йөрөтәләр, унда һәр кем хеҙмәт итергә хыяллана. Ошо көндәрҙә райондың иң өлкән десантсыһы, журналист, район гәзите ветераны Мөҙәрис Ҡотлошинға 77 йәш тулды. Уны ошо дата менән ҡотларға туғандары ғына түгел, райондың ҡаһарман десантсылар йәмғиәте вәкилдәре лә килгәйне.

Мөҙәрис Ҡотлошин, Илшат Нәҙершин, Миҙхәт Йосопов һәм Сергей Киселев Һауа-десант ғәскәрҙәрендә төрлө йылдарҙа хеҙмәт итә, әммә уларҙы ошо ғәскәргә тоғролоҡ, армия элитаһында хеҙмәт иткәндәре өсөн ғорурлыҡ хисе берләштерә. Йыл һайын 2 августа районда йәшәгән элекке десантсылар төркөмө бергә йыйылып, һөнәри байрамдарын - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләй. Әммә ҡайһы бер ҡала десантсыларынан айырмалы рәүештә, улар фонтанда һыу инмәй, юлда осраған әйберҙәрҙе лә емермәй. Улар район үҙәге буйлап Һауа-десант ғәскәрҙәре флагын тотоп, машиналарҙа йөрөй. Был - бөтә десантсылар өсөн изге традиция.

Артабан һәйкәлдәргә традицион сәскәләр һалыу, дуҫтарының ҡәберҙәренә барыу һәм йылдың ошо миҙгелендә көндәр матур торғанлыҡтан тәбиғәттә ихлас аралашыуҙар. Унда десантсылар тәбиғәт байлыҡтарын ауыҙ итеп, аралашып ҡына ҡалмай, армияла алған хәрби оҫталыҡтарын да хәтергә төшөрә.

- Йәш буйынса бер рәткә теҙеләбеҙ, - тип һөйләй Илшат Зәки улы. - Иң алда Мөҙәрис ағай, артабан ҡалғандар теҙелә, улар араһында кемгәлер 60 йәш, кемдер 50, 40 йәштән үткән һ.б. Һәм... ҡулдарҙа этелеү, йүгереү, турникта күтәрелеү, ярыштар башлана. Йәшкә ҡарамайбыҙ. Ятаһың - тораһың, ятаһың - тораһың, йүгерәһең...

Күп һөйләп тормаҫ өсөн миңә фото күрһәтәләр, унда аҡлы-зәңгәрле, буйлы майкалар һәм береттар кейгән 15ләгән кеше йәшел хәтфә үләндә ҡулдарҙа күтәрелә. Улар араһында таныш йөҙҙәр күп. Быларҙың барыһы ла бик шәп.

Ә ҡунаҡтар һәм хужа армия хеҙмәте тураһындағы хәтирәләргә бирелеп, шул йылдарҙа булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө.

- Армияға ҙур теләк менән барҙым, - ти Мөҙәрис Дәүләтша улы. - Өҫтәүенә, Һауа-десант ғәскәрҙәренә. Әммә... минең бер күҙем насар күрә ине. Нимә эшләргә, уяу табип-окулисты нисек алдарға? Бер күҙемде ҡаплап, хәрефтәр уҡыйым. Табип икенсе күҙемде ҡаплауымды һорай. Ул бер секундҡа иғтибарын ситкә йүнәлткән мәлдә, йәнә шул уҡ күҙемде ҡаплап, ҡыйыу ғына хәрефтәрҙе әйтәм. Ул һиҙмәне, шулай итеп мин элиталы ғәскәрҙәргә эләктем, - тип яңғыратып көлә ветеран.

Ул тәүҙә Каунас, артабан Витебск ҡалаһында хеҙмәт итә. Өлкән лейтенан Ҡотлошин тиҫтәнән ашыу тапҡыр парашют менән һикерә. Армияла хеҙмәт иткәндә лә, ҡайтҡас та бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген журналистикаға бағышлай.

Бер мәл китаптар, рәссам, Агни Йогаға табыныусы Николай Рерих һәм уның тормош иптәше Елена Благатскаяның тормошон өйрәнеү менән мауыға һәм шуға тоғро. Күп уҡый, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара, баҡса үҫтерә, тормошҡа ашыусан төштәр күрә һәм... үҙенең үткәндәре тураһында китап яҙа. Унда Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәтенә һәм десантсы дуҫтарына айырыуса урын бирелгән. Сөнки десантсылар берҙәмлеге - оҙаҡ йылдарға!

Рәйсә МУСИНА.

Фото М.ҠОТЛОШИНДЫҢ ғаилә архивынан.
Читайте нас: