Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2018, 11:39

«Тиҙерәк, юғарыраҡ, етеҙерәк!»

Шундай девиз аҫтында Стәрлебаш ауылының 2 һанлы балалар баҡсаһында спорт уйындары үтте. Сәләмәтлек - һәр кемдең дә бөйөк ҡиммәте. Баланы һау- сәләмәт итеп тәрбиәләп үҫтереү - һәр ата-әсәнең теләге һәм мәктәпкәсә учреждение алдында торған алдынғы бурыстарҙың береһе.

Был ысын спорт байрамы булды. Күңелле хоккей командаһында өлкән төркөмдән ҡыҙҙар ҙа һәм малайҙар ҙа бар ине. Шулай уҡ «Күңелле старттарҙа», башҡа ысын спорт байрамдарындағы кеүек үк, спорт фанаттары - көйәрмәндәр булды, улар яратҡан командаһын рухи яҡтан хупланы. Дөйөм алғанда, байрам балалар баҡсаһында ҡыҙыҡлы һәм сағыу, спорт ҡомары менән бик күңелле үтте. Әлбиттә, еңелгән спортсылар булманы - дуҫлыҡ еңде.

Физик яҡтан үҫешкәнлек: сыныҡҡанлыҡ, мәргәнлек, сыҙамлылыҡ шәхестең мөһим сифаттары булыуын өлкәндәр һәйбәт белә. Һәм ошо сифаттарҙы бала саҡтан уҡ тәрбиәләйҙәр. Шуға күрә, бала организмын функциональ камиллаштырыу, уның эшмәкәрлеген арттырыу, тышҡы мөхиттең имен булмаған факторҙарына әҙерләү балалар баҡсаһы коллективының мөһим бурыстарының береһе. Физкультура күнекмәләренә әҙерләнгән һәм спорт байрамдарын үткәргән ваҡытта сыҙамлылыҡҡа (йүгереү, һикереү, хәрәкәтсән уйындар, эстафеталар) йүнәлтелгән күнекмәләр айырыуса әһәмиәткә эйә. Тәрбиәселәр һәм физкультура етәксеһе Рәзилә Мөлөкова белем биреү һәм тәрбиә мәсьәләләрен дөрөҫ хәл итә белә тип билдәләп үтергә кәрәк. «Күңелле старттар» үткәргән ваҡытта тәжрибәле педагогтар балаларҙа ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек, иптәшлек хисе, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы үҫтереүе күренеп торҙо.

Ә бөгөн балалар спорт байрамының дауамын көтә. Уларға оҙаҡ көтөргә тура килмәйәсәк. Балалар баҡсаһы педагогтары оҙаҡламай «Күңелле старттар-2» сараһын баҡсаның иркен йортонда үткәрергә планлаштыра. Тимәк, яңы спорт еңеүҙәренә тиклем!

Ғәлиә ФӘТҠУЛЛИНА,

2 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: