Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2018, 11:59

Үҙҙәрен һәм башҡаларҙы ҡотҡарырға өйрәтәбеҙ

Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернатында балаларҙың хәүефһеҙлеге һәр ваҡыт айырыуса контролдә. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәргә хәүефле хәл-шарттарҙа үҙҙәрен дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре, һаҡлыҡ саралары, көнкүрештә, урамда хәүефһеҙлек оҫталыҡтары тураһында даими иҫкәртеп торорға кәрәк. Юғарыла һанап үтелгән хәүефһеҙлек саралары «Тормош-ҡәҙерле бүләк» исемле граждандар оборонаһы буйынса ун көнлөк ваҡытында төрлө саралар, конкурстар, ярыштар, тематик занятиелар ярҙамында тулыраҡ аңлатылды.

Мәҫәлән, «Ҡотҡарыусы стихияһы» спорт байрамында өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Командаларға бихисап һынауҙар аша үтергә тура килде, уларға «зыян күргән район» аша «йөҙөү саралары» ярҙамында һыу аша сығырға, утты һүндерергә, шаһиттар һөйләүе буйынса мәктәп-интернат тупһаһына ҡара пакет «һалып киткән» террорсының фотороботын төшөрөргә кәрәк ине. Артабан хәүефле газ сығыу тураһында хәбәр булды, тәрбиәләнеүселәр үҙҙәрен ҡотҡарыу өсөн барлыҡ кәрәкле саралар күрҙе, шулай уҡ зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтеп, уның ғүмерен «ҡотҡарҙы».

«100% хәүефһеҙлек» кластан тыш сараһында балалар конкурстарҙа ҡатнашып, хәүефһеҙлек буйынса белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте: ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон номерҙарын әйтте, ватылған градусниктың терегөмөшөн нисек дөрөҫ йыйырға кәрәклеген һәм уны ҡайҙа үтилләштереү тураһында һөйләне.

Урта төркөм тәрбиәләнеүселәре «Шәхси һаҡлыҡ саралары» практик занятиела ҡатнашты. Улар ваҡытҡа бөтә ҡағиҙәләр буйынса противогаз кейеү оҫталығын күрһәтте (һүрәттә), шулай уҡ һәр бала ашығыс осраҡтарҙа һулыш алыу органдарын һаҡлау өсөн үҙ ҡулдары менән мамыҡ-марля битлектәр әҙерләне.

Ике бәләкәй төркөмдә тәрбиәләнеүселәр «Аҙым һайын хәүефһеҙлек» уйын-сәйәхәттә ҡатнашты. Уның барышында «Быны һәр кем белергә тейеш», «Һаҡ булығыҙ, хәүефле!», «Әкрен барһаң алыҫ китерһең», «Хәүефле әйберҙәр», «Мин үҙемә ярҙам итәм» тип аталған биш станцияла булды һәм улар өсөн «Ут - дуҫмы әллә дошманмы?» комплекслы занятие үткәрелде. Артабан фәһемле йәнһүрәттәр күрһәтелде.

Ун көнлөк аҙағында викторина үткәрелде. Тәрбиәләнеүселәр бында ла һөйбәт һөҙөмтә күрһәтте. Улар тормош хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен һәр ваҡыт, айырыуса беҙҙең уҡыу йортонан ситтә булғанда (мәҫәлән, каникул ваҡытында) белеп ҡулланыр, үҙҙәренең һәм тирә-яҡтағыларҙың сәләмәтлеген һаҡлар тип ышанабыҙ, сөнки сәләмәтлек тә, беҙҙең ғүмеребеҙ кеүек, бик ҡәҙерле.

Гөлнара ЛАТИПОВА,

Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәсеһе.
Читайте нас: