Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Март 2018, 12:01

Ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ

Һыу объекттарында балаларҙың һәләк булыу осраҡтары Рәсәй Эске эштәр министрлығының БР буйынса бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы белгестәрендә хәүеф уята. Ағымдағы йылдың мартында республиканың һыу участкаларында ике баланың ғүмере өҙөлгән.

Балаларҙың һәләк булыу фажиғәләре: 16 мартта Краснокама районының Редькино ауылында урындағы халыҡ Танып шишмәһендә ошо ауылда йәшәгән баланың кәүҙәһен таба. 24 мартта Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Яңы Черкассы ҡасабаһында 2009 йылғы бала тауҙан шыуғанда мәкегә төшөп, Шугуровка йылғаһында батып үлә.

Ошо хәлдәрҙе анализлағандан һуң, шуныһы асыҡланды, өлкәндәр яғынан тейешле контроль булмау - балаларҙың һәләк булыуының төп сәбәптәренең береһе. Һәм бында өлкәндәрҙең төп бурысы - балаларға инструкция биреп, ышандырырға түгел, ә контроллек итергә кәрәк. Шуны аңлау мөһим, балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырырға ярамай!

Өлкәнерәк балалар менән дә ошондай уҡ проблема. Каникул ваҡытында мәктәп уҡыусылары үҙ-үҙҙәренә тапшырылған. Ата-әсәләр был мәлдә эштә һәм балаларының нимә менән шөғөлләнеүен улар хатта белмәй ҙә. Балаларҙың ялына ошондай иғтибарһыҙлыҡ һөҙөмтәһе йыш ҡына үкенесле була.

Ҡәҙерле ата-әсәләр!

Өлкәндәрҙең күҙәтеүенән тыш балаларҙы йылғаға ебәрмәгеҙ, айырыуса, боҙ киткәндә; йылға йәки күлдәр боҙҙан асылғанда боҙ өҫтөндә тороу хәүефле булыуын иҫкәртегеҙ. Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, ташҡын осоронда, хатта йылғала боҙ китмәгәндә лә йыш ҡына балалар менән бәхетһеҙлек осраҡтары була. Ташҡын мәлендә үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, һыу эргәһендә шаярыуҙы тыйығыҙ, дыуамаллыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Уларға үҙҙәре эшләгән һал, таҡта, бүрәнә йәки йөҙөп барыусы боҙ киҫәктәрендә шыуырға рөхсәт итмәгеҙ. Боҙ киҫәге, һалҡын һыу, тиҙ ағым үлем менән янай. Боҙ китеү һәм яҙғы ташҡын осоронда балаларға һаҡлыҡ сараларын аңлатығыҙ. Һәр өлкән кешенең бурысы - мәктәп уҡыусыларын һыуҙа фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү, сөнки улар йыш ҡына фажиғәле тамамлана.

Мәктәп уҡыусылары!

Яҙғы ташҡын мәлендә боҙға сыҡмағыҙ.Үҙегеҙ яһаған һал, таҡта, бүрәнә йәки йөҙөп барыусы боҙ киҫәктәрендә шыумағыҙ. Бер боҙҙан икенсеһенә һикермәгеҙ. Текә һәм һыу менән йыуылған ярҙа тормағыҙ - уларҙың ишелеп төшөүе ихтимал. Боҙ китеүен күперҙән күҙәткәндә аҫҡа ныҡ эйелеп ҡарамағыҙ, юғиһә йығылып төшөүегеҙ ихтимал. Йылға йәки күлдә бәхетһеҙлек осрағы шаһиты булһағыҙ, юғалып ҡалмағыҙ, өйөгөҙгә ҡасмағыҙ, ә ҡысҡырып ярҙамға саҡырығыҙ, өлкәндәр ишетеп, мотлаҡ бәләнән ҡотҡарыр. Йылға быуылған урындарға яҡын бармағыҙ, унда уйнамағыҙ. Соҡор, канализация люктары һәм ҡоҙоҡ эргәһенә яҡын килмәгеҙ. Ҡамыш, ҡыуаҡлыҡтар, үлән үҫкән, шишмә сыҡҡан, ағым шәп булған һәм һыу ятҡылыҡтарында, шишмәләр ҡушылған урындарҙа айырыуса һаҡ булырға кәрәк.

Хөрмәтле ата-әсәләр!

Балалар - беҙҙең иң ҡәҙерле кешеләр! Улар өсөн беҙ күп нимәгә әҙер. Балаларҙың ялын уларға хәүеф янамаҫлыҡ итеп ойоштороғоҙ. Кескәйҙәрҙе һыу эргәһендә контролһеҙ ҡалдырмағыҙ, уларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, улар менән бергәләп ял итегеҙ.

Һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге, тәү сиратта, үҙегеҙгә бәйле булыуын онотмағыҙ.

А.А.СОРОКИН,

Юғары-Ағиҙел инспекторлыҡ участкаһының өлкән дәүләт инспекторы.
Читайте нас: