Башҡортостан Республикаһынан 30 үҫмер булдыҡ. Поезда Өфө ҡалаһынан төнөн юлға сығып, ике көндән Туапсе ҡалаһына, һуңынан «Орленок» балалар үҙәгенә барып еттек. Ул Туапсе ҡалаһынан 45 километр алыҫлыҡта Краснодар крайында Ҡара диңгеҙ ярында, Рәсәйҙең иң яҡшы урындарының береһендә урынлашҡан. Беҙҙе вожатыйҙар ҡаршыланы.
«Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәге составына ингән туғыҙ лагерҙы ла ябай тип атап булмай, сөнки улар, ысынлап та, мөғжизә һарайҙары, бында тылсымсылар ял итеүселәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәртә. Бында һин ваҡыттың, ялдың, һәр мәлдең һәм, әлбиттә, йәнәшәңдә булған кешеләрҙең ҡәҙерен белергә өйрәнәһең.
Мин «Стремительный» лагерына эләктем. Тап ошо лагерҙа ял итеүемә шатмын, сөнки бында бихисап дуҫтар таптым. «Орленок»та һәр көн үҙенсәлекле, бер көн икенсеһенә бөтөнләй оҡшамаған. Көн һайын бында ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде, төрлө түңәрәктәргә йөрөнөк. Ә ял көндәрендә Новороссийск, Краснодар, Туапсе, Геленджик, Сочи ҡалаларына экскурсияға барҙыҡ. Лагерь территорияһында «Орленок» тарихы, хәрби-диңгеҙ даны, спорт, авиация һәм космонавтика, диңгеҙ, тәбиғәт һ.б. музейҙары бар. Ҡара диңгеҙҙе күреү ҙә күптәнге хыялым ине. Көндәр һалҡын тороу сәбәпле, һыу инә алманыҡ. Ләкин ярҙан тороп диңгеҙҙе күҙәтеү ҙә мауыҡтырғыс ине.
Мин Бөтә Рәсәйҙән йыйылған тиңдәштәрем менән дуҫлаштым. Мәҙәниәт һәм спорт һарайында төрлө саралар, дискуссиялар, билдәле һәм популяр кешеләр менән осрашыуҙар үткәрелде. Отрядтар араһында спорт саралары ойошторолдо.
Сменанан тик һәйбәт тәьҫораттар ғына ҡалды. Минең өсөн «Орленок»ҡа барыу - оло бәхет. Минең ҡайтыуыма бик аҙ ваҡыт үтһә лә, дуҫтарымды һағынам. Һуңғы көндә смена тамамланыуына ышанғы килмәне, ул бик тиҙ үтеп китте. Минең ҡайтҡым килмәне, сөнки беҙ ҙур бер ғаиләгә әүерелдек.
«Орленок» - онотолғоһоҙ әкиәт донъяһы, мин уны бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Унда бөтөнләй икенсе тормош, барыһы ла башҡаса. Мин унда барып ҡайтыуым менән ғорурланам. Был, ысынлап та, шундай урын, унда иң яҡшы уҡыусылар ғына бара ала. «Орленок»та айырыуса үҙенсәлекле мөхит, үҙеңде унда икенсе кеше кеүек хис итәһең, үҙгәрәһең. Мин тормоштоң, дуҫтар, туғандар һәм яҡындарҙың ҡәҙерен белергә, яратырға кәрәклеген аңланым. Ышаныстары һәм миңә ял бүләк иткәндәре өсөн туған мәктәбем уҡытыусылары коллективына һәм ата-әсәйемә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларҙың йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәм, артабан да тырышып уҡырмын.
Первомайский урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы.