Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Март 2018, 11:53

Бергә йәшәүе күңелле

40 йылдаш ашыу ваҡыт эсендә Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш филиалы (элекке СПТУ) ауыл хужалығы өсөн водителдәр, тракторсылар, иретеп йәбештереүселәр кеүек кадрҙар – киң профилле белгестәр әҙерләне. Уны тәмамлаусылар илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә уңышлы эшләй. Уларҙың белеме һәм эш һөйөүсәнлеге предприятиеларҙа, фермерлыҡ хужалыҡтарында, алыҫ Төньяҡта бик кәрәк. Уны тамамлаусылар араһында хатта билдәле артистар ҙа бар!

Егеттәрҙе хәрби-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү айлығы даирәһендә беҙҙең колледжда күп төрлө саралар ойошторолдо һәм үткәрелде. Уҡыусылар спорт ярыштарында, колледждың һәм райондың мәҙәни тормошонда ҡатнашты.

Ғәҙәттәгесә, айлыҡты асыу тантанаһына бағышланған линейкала уҡыусылар сара программаһы менән танышты. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ғәбделхәй Ғөбәйҙуллин йыл һайын уларҙы ныҡлы әҙерләй. Быйыл да шулай булды. Тәүҙә армреслинг буйынса колледж беренселеге үтте. 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында беренсе урынды Илнар Хәбибуллин (3 төркөм, 3 курс), 70 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында - Айнур Вәлитов (6 төркөм, 1 курс), 70 килограмдан артығыраҡ ауырлыҡ категорияһында – Айнур Атласов (3 төркөм, 3 курс) алды. Артабан пневматик винтовканан атыу буйынса ярыш булды, унда Айҙар Әлибаев (3 курс, 1 төркөм) еңде. Традицион йырлап сафта йөрөү смотрында беренсе урынды бишенсе төркөмдөң беренсе курс уҡыусылары яуланы (класс етәксеһе Ә.Ф.Назарова, производствоға өйрәтеү мастеры Ғ.Б.Шәфиев). Иң яҡшы командир тип шул уҡ төркөмдән командир Элмир Туҡтаров танылды.

Һәр йылдағыса, егеттәр Еңеү паркында «Ҡайғылы әсә» һәйкәле янында һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар Стелаһы янында Почетлы ҡарауылда торҙо. «Рекрут» район конкурсында колледж командаһы икенсе урын алды. Шулай уҡ уҡыусылар Чечня һуғышы ветераны Айҙар Ҡәйүпов менән осрашты. Район Мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары менән улар Ҡабыҡҡыуыш ауылында үткәрелгән концертта ҡатнашты, Чечня һуғышында һәләк булған Р.Сатучин менән И.Фәйзуллин ҡәберҙәренә сәскәләр һалғанда Почётлы ҡарауылда торҙо.

Беҙҙең егеттәр һайлаған һөнәрҙәре буйынса яҡшы уҡый, шул уҡ ваҡытта спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Күбеһе көрәш, самбо, гер спорты менән шөғөлләнә. Беҙҙең үҙ геройҙарыбыҙ бар. Мәҫәлән, Рафиҡ Шароян – көрәш буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы. Өлкән курста уҡыусы Илһам Ҡолһарин менән Ринат Ильясов та унан ҡалышмайҙар.

Студенттар райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҙур концерттарҙа сығыш яһай.

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш филиалының берҙәм коллективы курсанттарҙы ижади яҡтан үҫтереүгә, таланттарын асырға, тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итеү өсөн күп көс һала.

Әлфиә НАЗАРОВА,

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш филиалының инглиз һәм башҡорт телдәре уҡытыусыһы.
Читайте нас: