Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Март 2018, 12:58

Атайым хаҡында...

… Кеше ғүмерен йондоҙ атылыуға тиңләйҙәр… Ысынлап та, күҙ асып йомған арала атыла ла һүнә… Минең атайым Кинйәмырҙа Баһауетдинов та беҙҙе төпһөҙ күк йөҙөнән күҙәтеп тора төҫлө. Быйыл, февраль айында уның вафатына 25 йыл булды. Атайым Кинйәмырҙа Миңлемырҙа улы Баһауетдиновты белеүселәр уны иҫкә алһын ине. Ул үтә лә йомарт, алсаҡ һәм киң күңелле кеше ине.

- Биш ҡыҙыма ун егет бирәбеҙ тиһәләр ҙә, береһен дә алыштырмайым, - тип йылмайыр ине. Бала йәнле булды, биш ҡыҙын да ныҡ яратты. Дәрес әҙерләгәндә йыш ҡына немец теленән тәржемә һораған саҡтарым иҫемдә ҡалған. Атайымдың ҡалын һүҙлек китабы ла бар ине. Был һүҙлек ҡайҙан килеп сыҡты ул, тип аптырап һорағаным хәтерҙә. Шул ваҡыт атайым бер аҙ үҙенең йәш сағын иҫкә төшөрөп: «Мин бит, ҡыҙым, институтта уҡып йөрөгәйнем», - тине. Немец теленән имтихан тапшырғанда ҡулланған һүҙлек китабы икән. Мин тағы ла нығыраҡ аптыраным. Үҙем белә-белгәндән алып «Cтәрле» колхозының тракторсыһы булған атайымдың юғары уҡыу йорто ишеген асып инеп йөрөүе хаҡында тәүге ишетеүем ине. Атайымдан ишеткән был ҙур яңылыҡты мин күңел төбөнә һалып ҡуйҙым. Ярайһы ғына тормош тәжрибәһе туплаған йәшемдә, йылдар аша, бөгөн ошо хәтирәләрем кире яңыра.

Атайым Тыуған ил алдында бурысын үтәп, әрме сафтарынан ҡайтҡас, биш фәндән уңышлы имтихан тапшырып, 1963 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға ингән. Ләкин уҡыу йортон тамамлау форсаты теймәгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылда донъяға килгән атайым, үҙенең атаһын ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрмәгән. Ҡартатайым Миңлемырҙа Ғизетдин улы Баһауетдинов яу яланында хәбәрһеҙ юғала. Атайым институтҡа ингән йылда әсәһе Фәйрүзә Шәрәфетдин ҡыҙы ҡаты ауырып китә. Уның өлкән дүрт балаһы башлы-күҙле булып айырым донъя көтә. Ғаиләлә кинйә малай булараҡ, атайым, әлбиттә, әсәһен ташлап китә алмай. Беренсе курста ғына белем алып йөрөгән атайым, ғариза яҙып, институтта уҡыуҙан баш тарта.

Шулай ҙа ул ауыр йылдарҙа белгестәр етмәү сәбәпле атайымды Иҫке Ҡалҡаш ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә саҡыралар. Атайымдың уҡытыусы булып эшләгәнен әле лә иҫләүселәр бар. Уҙған йыл Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбенең 85 йыллыҡ юбилейында: «Һинең атайың беҙҙе уҡытты», - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, әлбиттә, ҙур ғорурлыҡ кисерҙем. Атайымдың институтҡа уҡырға ингәндә тапшырған документтарын да үҙ күҙҙәрем менән күреү бәхете тейҙе. Көтмәгәндә ошо хыялым тормошҡа ашты. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының архивында атайымдың бөтә документтары һаҡланған. 1959 йылда Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлау тураһында аттестат, медицина справкаһы, хәрби хеҙмәттәге рядовой һалдат-комсомолға яҙылған характеристика, автобиографияһы, ректорға яҙған ғаризаһы, уҡырға ингәндә яҙған диктантына тиклем бар. Уның ҡулъяҙмаһының тигеҙлеге, асыҡлығы, фотоһының матурлығы һоҡландырҙы. Тормошта ул, ысынлап та, матур, ябай, бай күңелле кеше булды.

Фәйрүзә ҡартәсәйемдең: «Ҡәләм тотоп ултырған балама һәнәк тотторҙом», - тип әсенгәне әле лә иҫемдә. Ә бит атайым ғүмере буйына тыуған ауылының киң баҫыуҙарында кинәнеп икмәк үҫтерҙе. Көҙгө уңыш йыйған көндәрҙә ике күҙе генә йылтырап, үҙе ҡап-ҡара туҙанға батып ҡайтыр ине. Шул ваҡыт беҙгә, биш ҡыҙына: «Бына һеҙгә ҡуян күстәнәсе», - тип ашап өлгөрмәгән төшкө ашын һонор ине. Ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме? Моғайын, атайымдың бәхетле йылмайыуын күргән ҡартәсәйем дә быны яҡшы аңлағандыр. Сирек быуат ваҡыт үткәс тә, яратҡан атайыбыҙ Кинйәмырҙа Баһауетдинов тураһында яҡты хәтирәләр күңел түрендә һаҡлана. Һуғыштан һуң тормоштоң бар әсе-сөсөһөн татыған быуын вәкиле булған атайыбыҙҙы оноторлоҡ түгел.

Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА, журналист,

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
Читайте нас: