Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2018, 11:17

Уңыш мул булһын тиһәгеҙ…

Мартта ағас-ҡыуаҡтарҙы тәрбиәләргә кәрәк. Бөрөләр уяныу менән ҡоротҡос бөжәктәр ҙә терелә. Уңыш мул булһын тиһәгеҙ, емеш ҡыуаҡтарының сирҙәрен алдан дауалағыҙ.

Ҡара ҡарағат

Ҡар иреп бөтмәҫ элек, март урталарында сирҙәре булмаһын өсөн лейка менән эҫе һыу һибәләр. Иғтибарлы булығыҙ, бөрөләр сыҡмаған булырға тейеш. Бәшмәк ауырыуҙары һәм вирус­ҡа ҡаршы нитрофен иретмәһе бөркәләр. Ҡар ирегәс, 1 квадрат метрға 20 грамм селитра һәм 15 грамм мочевина иҫәбенән ашлама индерәләр. 20 – 30 мартта ботаҡтарын ҡырҡалар. Апрель аҙағында, ҡар һыуҙары кипмәҫ элек, яңы үҫентеләрҙе ултырталар. Фосфорлы ашламалар ҙа ҡарағат өсөн файҙалы.

Крыжовник

Сәскә атҡансы уҡ нитрофен һәм хлорофос иретмәләрен бөркөргә кәрәк. Аҡ ҡуныҡ менән зарарланған ботаҡ остарын ҡырҡалар. Ҡар ирегәс, калийлы ашламалар индереп, тупраҡты йомшартырға кәрәк.


Сейә, слива

Арҡыры һәм эскә табан үҫкән, кипкән ботаҡтарҙы ҡырҡалар. Бөрөләр асылғансы, нитрофен, хлорофос иретмәләрен бөркөргә онотмағыҙ. Сейә менән слива калийлы ашлама­ларҙы ярата.


Ҡурай еләге

Бөрөләр асылғансы 10 литр һыуға 500 грамм иҫәбенән мочевина иретмәһе менән эшкәртеү талап ителә. Барлыҡ ботаҡтарҙың да осон 20 сантиметрға ҡыҫҡарталар. Ҡыуаҡтарға 10 литр һыуға 30 грамм карбофос,100 грамм борос ҡушып, һиптерәләр. Ҡурай еләге калийлы ашламаларҙы ярата.


Алмағас

Сәскә атҡансы ағастың аҫҡы олонон аҡҡа буярға, ҡайырыһын таҙартырға кәрәк. Бәшмәк ауырыуҙарына, вирустарға ҡаршы махсус препараттар менән эшкәртһәгеҙ, сәскәләре лә ҡойолмаҫ, емеше лә зарарланмаҫ....

"Йәшлек".
Читайте нас: