Боросто март башында сәсеү шарт. Күсереп ултыртыуҙы ауыр кисерә. Шуға ла уны бәләкәй стакандарға йәки торфлы һауыттарға сәсегеҙ. Тамыр системаһы бик әкрен үҫешеү сәбәпле, ҙур көршәктәр кәрәкмәй. Тупраҡ ике өлөш янған тиреҫтән, бер өлөш ҡомдан, бер өлөш ябай тупраҡтан торорға тейеш. 1 кг ҡатнашмаға бер ҡалаҡ көл ҡушығыҙ.
Татлы борос орлоғон сәсер алдынан бүртһен өсөн 50 градуслыҡ һыуҙа биш сәғәт тотоп алалар. Ошолай эшләгәндә, орлоҡтар тиҙ генә шытып сыға. Бүлмә температураһы көндөҙ 26 – 28, төндә 10 – 15 градус булырға тейеш. Һыуҙы кәрәгенән артыҡ һибергә ярамай. Үрсетмәнең һабағы сирләйәсәк. Һыуҙы йылытып һибегеҙ. Бүлмә һауаһы ҡоро булғанда үҫентеләргә һыу бөркөп алырға ла онотмағыҙ. Иң мөһиме – боросҡа яҡтылыҡ кәрәк. Көндәр йылытҡас, тышҡа сығарып сыныҡтыра башлағыҙ. 13 градустан түбән булған һауа температураһында борос өшөй.
Был йәшелсә һуған, ҡабаҡ, кәбеҫтә, кишер янында яҡшы үҫә. Картуф, помидор, баклажанды яратмай. Сығарып ултыртыр алдынан ерҙе алдан әҙерләгеҙ. Бер квадрат метрға 5 кг органик ашлама индерегеҙ, калий, фосфор ашламалары, аммиак селитраһы ла файҙалы. Ултыртырға биш көн ҡалғас, тупраҡты зарарһыҙландырыу өсөн бер биҙрә һыуға бер ҡалаҡ баҡыр купоросы һалып һибегеҙ. Асыҡ һауаға татлы борос ҡырауҙар үткәс сығарыла.
Теплицаға алдан ултыртырға мөмкин. Улар һалҡын тупраҡты яратмай. Үрсетмәне тәрән булмаған соҡорға ултырталар. Бер нисә сортлы татлы борос ултыртаһығыҙ икән, уларҙы яҡын урынлаштырмағыҙ. Сөнки борос бер нисә мәртәбә һеркәләнергә һәләтле. Шуға араларына икенсе йәшелсә ултыртырға мөмкин. Ике япрағы сығыу менән ашлама һибә башлайҙар. Өс аҙна һайын шулай туҡландырып торалар. Борос кесерткән төнәтмәһен, көл, тауыҡ тиҙәгенән эшләнгән ашламаны ярата. "Йәшлек".