Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Март 2018, 11:22

Исемеңдә – есемең

Исем кеше есемен билдәләй, тиҙәр. Ысынлап та, яҡты донъяға килгәндән алып ғүмер ахырынаса әҙәм балаһы үҙенә әйтелгән исем көсө ярҙамында хәрәкәт итә.

Ата-әсә тарафынан оло һөйөү менән әйтелгән мәғәнәле исем ҡолаҡҡа ипле генә яғылып кешене ишетергә, тыңларға, тойорға мөмкинлек бирә. Ир-атҡа ҡушылғаны батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ кеүек сифаттарҙы һынландырһа, ҡатын-ҡыҙҙыҡында сафлыҡ, наҙлылыҡ, йомшаҡлыҡ сағылырға тейеш, тиҙәр. Әммә күп осраҡта төрлө шарттарҙа был тигеҙлек һаҡланмай, эйәһенә килешмәгән, мәғәнәһеҙ исемдәр ҡушыла. Иғтибарға алыр һүҙебеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға ҡушылыр матур һәм наҙлы башҡорт исемдәре хаҡында.

АЙБИКӘ — ай һымаҡ матур; айлы төндә тыуған

АЙҺЫЛЫУ — ай+һылыу; айлы төндә тыуған (ай һымаҡ матур булһын тигән теләк менән ҡушылған; иң күп таралған боронғо исемдәрҙең береһе)

АЛТЫНБИКӘ — алтын һымаҡ ҡәҙерле

АЛТЫНСӘС — алтын сәсле

БАРСЫНҺЫЛЫУ — барсын+һылыу (барсын – ебәк)

БҮЛӘКБИКӘ — бүләк+бикә; бүләк, мираҫ булып ҡалған ҡыҙ

ГӨЛБИКӘ (фарсы телендә осрай) — гөл+бикә; гөл һымаҡ ҡыҙ

ЕЙӘНБИКӘ — ейән+бикә (боронғо йола буйынса, әсә йортонда тыуған балаға «ейән» һүҙе менән исем ҡушҡандар)

ЕҘБИКӘ — еҙ+бикә (бала ныҡ булһын, тигән теләк менән борон таш, металл атамаларын исем итеп ҡушҡандар)

ЕМЕШБИКӘ — емеш+бикә; емеш һымаҡ тәмле

ИНСЕБИКӘ — инселәнгән, кемгәлер билдәләнгән

ЙОМАБИКӘ — йома+бикә (йомала тыуған)

КӨНБИКӘ — көн (ҡояш)+бикә (ҡыҙ бала)

ҠАРАҠАШ — ҡара ҡашлы, һылыу

ҠАРАСӘС — ҡара сәсле, матур

ҠАРЛУҒАС — ҡош атамаһынан яһалған исем

ҠОТЛОБИКӘ — ҡотло+бикә; бәхетле

МАЯНҺЫЛЫУ — маян+һылыу

БАЯН — бай, мөлкәтле

ҺӨЙӨМБИКӘ — һөйөклө, һөймәлекле ҡыҙ

ТАҢСУЛПАН— таң йондоҙо, сулпан

ТАҢҺЫЛЫУ — таң+һылыу; таңда тыуған бала

ТЕЛӘҮБИКӘ — алған ҡыҙ

ТӘҢКӘБИКӘ — тәңкә+бикә

УҠАБИКӘ — уҡа+бикә; матур ҡыҙ

УРАЗБИКӘ — ураз (бәхет, ҡот)+бикә

ҮЛМӘҪБИКӘ — үлмәҫ+бикә (борон балалар гел үлеп торғанда «был бала үлмәһен, торһон» тигән теләк менән ҡушылған исем)

ЯҠШЫБИКӘ — яҡшы+бикә; яҡшы, һәйбәт ҡыҙ

ЯЛАНБИКӘ — ялан яҡта тыуған

ЯМАНБИКӘ — яман+бикә (баланы һаҡлау өсөн ҡушылған боронғо исем).

"Башҡортостан гәзите"нән.
Читайте нас: