Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Февраль 2018, 11:34

Илһөйәрлек тәрбиәләү ғаиләнән башланырға тейеш

Быйылғы 23 февраль - Рәсәй тарихы йылъяҙмаһында үҙенсәлекле. Был көндө ватандаштарыбыҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн генә түгел, ә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһының (РККА) 100 йыллығын да билдәләй. Был даталар стәрлебашлы, әлеге ваҡытта отставкалағы майор, СССРҙың Ҡораллы Көстәр ветераны, сирек быуат хеҙмәт стажына эйә булған Ә.С.Ғәлиевҡа ла бик ҡәҙерле. Шуларҙың 22 йылы хәрби комиссариат системаһында һәм 16 йылы - хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәштәр менән эшләүгә бағышланған.

Әдхәт Ғәлиев Ҡуғанаҡбаш ауылынан. Миңһылыу һәм Саҙрислам Ғәлиевтарҙың күп балалы ғаиләһендә тәрбиәләнә. Уларҙың ғаиләһендә һигеҙ бала була. Атаһы Саҙрислам Шәйхелислам улы һуғышта ҡатнаша, фронттан яраланып, хәрби наградалар менән ҡайта. Артабан һарыҡ фермаһы мөдире, хеҙмәт алдынғыһы була. Әсәһе Миңһылыу Лотфулла ҡыҙы шулай уҡ күп йылдар колхозда ең һыҙғанып эшләй. - Мин ғүмер буйына спорт менән шөғөлләндем, - ти Әҙхәт Саҙрислам улы. - Саңғыла йөрөргә, конькиҙа шыуырға яраттым. Беҙҙең йәшлек йылдарында урамда машина түгел, хатта аттар ҙа аҙ ине. Беҙ, нигеҙҙә, йәйәү йөрөй инек. 8-10 класты мин Стәрлебашта уҡыным. Ялға Ҡуғанаҡбашҡа ҡайта инек, ә йәкшәмбе көндө кире Стәрлебашҡа класташтарыбыҙ менән йәйәүләп бара инек. Ә был аҙме-күпме, барып-ҡайтырға 48 километр. Быларҙың барыһы ла миңә артабан армила ярҙам итте һәм хәҙер ҙә, 78 йәшемдә, рәхәтләнеп конькиҙа шыуам һәм роликтарҙа йөрөйөм. ... 1959 йылда Әҙхәтте армияға алалар. Уҡыуҙар үткәндән һуң, ул Калининград өлкәһенең Черняховск ҡалаһында авиация дивизияһы штабының кадрҙар бүлегендә хеҙмәт итә. Шунда партия сафына алына. Тыуған яғына өс йылдан һуң ғына ҡайта. - Армияла хеҙмәт итер өсөн был һәйбәт осор ине тип иҫәпләйем, - ти ышаныслы әңгәмәсем. - Әйтегеҙ әле, бер йыл эсендә нимәгә өйрәнеп була? Ә хәҙерге призывниктар шулай хеҙмәт итә. Үҫмер ир-ҡорона инһен, Ватандың нимә булыуын аңлаһын, заманса ҡорал менән ҡулланырға өйрәнһен, армияла дуҫлыҡтың, ата-әсәһенең, тыуған йортоноң ҡәҙерен белһен өсөн ул кәмендә ике йыл хеҙмәт итергә тейеш. Иң яҡшыһы - өс йыл... Армиянан ҡайтҡас егетте мәктәпкә, унан - район партия комитетына инструктор итеп эшкә алалар. Ә 1968 йылда уны йәнә армияға саҡырталар һәм ул хеҙмәтен Стәрлебаш район хәрби комиссариатында хәрби комиссар ярҙамсыһы булып башлай. Ошо осорҙан алып уның ғүмере хәрби комиссариат системаһы эшенә бәйле була. Һуңынан Әҙхәт Саҙрислам улы Ҡалтасы районында хәрби комиссариат урынбаҫары, Сибай-Баймаҡ хәрби комиссариатының бүлек начальнигы, Әбйәлил районында хәрби комиссар булып эшләй. 1973 йылда В.И.Ленин исемендәге Ташкент юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһына экстерн менән имтихан тапшыра. Уның әйтеүенсә, армияла хеҙмәткә йәштәрҙе әҙерләү уларҙың эшендә иң мөһиме була. - Был эш етди булды, - тип хәтерләй ул. - Егеттәрҙе дүрт йыл алдан әҙерләй башлай инек. Өс йыл дауамында диспансер тикшереүе үткәреп, сирҙәре, ауырлыҡ, үҫеш буйынса тайпылыштары һ.б. асыҡлана ине. Бынан һуң уларҙы хәрби комиссариатҡа иҫәпкә ҡуя инек. Артабан анығыраҡ әҙерлек үткәрелә ине. Мәктәптәрҙең педагогик коллективтары менән тығыҙ эшләнек. Шул саҡта мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек тип аталған фән бар ине, ул беҙҙең эштә ныҡ ярҙам итә торғайны. Мәктәптәге хәрби етәкселәр егеттәрҙе сафта йөрөргә, автоматты һүтеп-йыйырға, санитар эшкә, атырға, граната ырғытырға өйрәтә, уларҙың әхлаҡи һәм физик әҙерлегенә ҙур иғтибар бирелә ине. Өҫтәүенә, ата-әсәләр балаларына йорт эштәрен дә йөкмәтә. Һөҙөмтәлә, егеттәр армияға бөтә ауырлыҡтарға әҙер булып бара ине. Егеттәрҙең 80 проценты строевой хеҙмәткә яраҡлы тип таныла торғайны, армиянан «ҡасып ҡалыусылар» бөтөнләй юҡ ине. Армияла хеҙмәт итмәгән егеттәрҙе йәмғиәттә лә, ҡыҙҙар ҙа хөрмәт итмәй торғайны. Егеттәр үҙҙәре армияға, айырыуса элиталы ғәскәрҙәргә - десантсы булырға теләп бара ине. Ул бер осраҡты хәтергә төшөрҙө. Бер егеттең буйы ике сантиметр ғына етмәй һәм уны армияға алмайҙар. - Ул көн дә хәрби комиссариаттың тупһаһын тапай, уны армияға алып, ниндәй ҙә ғәскәрҙәргә ебәреүебеҙҙе үтенә ине, - тип хәтерләй Ә.Ғәлиев. - Әммә, ни хәл итәһең... Закон закон инде. - Хәҙер ата-әсәләр балаларын һаҡлай. Уларға физик эш ҡушып бармай. Уларҙың физкультура дәрестәренә йөрөмәүенә, көн режимын үтәмәүенә, тәүлек әйләнәһенә телефонда ултырыуына ирек ҡуя. Һәм улар ниндәй Тыуған ил һаҡсыһы булһын? Ниндәй ҙә хәрби хәрәкәттең һуңғы һөҙөмтәһен кеше хәл итә, тип әйткән бит ҡасандыр Суворов та. Әңгәмәсемдең фекере буйынса, илһөйәрлек, үҙ аллылыҡ тәрбиәләү ғаиләнән башланырға тейеш. Егеттәр бәләкәй саҡтан уҡ үҙҙәрен хеҙмәтләндерә: төймә тегергә, карауатты йыйыштырырға, иҙән йыуырға, ҡар көрәргә һ.б. белергә тейеш. Сөнки армияла әсәйҙәр

һәм өләсәйҙәр юҡ. Унда улар барыһын да үҙҙәре эшләргә тейеш. Шуға ла уларға физик эш ҡушыу зарур, сөнки әлеге егеттәр физик планда көсһөҙ. Буй-һындары бар, ауырлыҡтары һәм көстәре юҡ, ауырыуҙарға тиҙ бирешә, ошонан кисектереүҙәр һәм «аҡ» билеттар. Әҙхәт Саҙрислам улы был турала ҙур тулҡынланыу менән һөйләне. Уның егеттәрҙең һәм илебеҙҙең киләсәге өсөн ныҡ борсолоуы күренеп тора ине. Ә үҙе, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, шәп кенә күренә. Ҙур патриотиктәрбиә эше менән шөғөлләнә. Районда Призывниктар көнөндә ҡатнашып, егеттәр алдында сығыш яһай. Ул - мәктәптәрҙә, район Тыуған яҡты өйрәнеү музейында йыш ҡунаҡ. Уны «Зарница», Хәтер көндәре, иҫтәлекле даталарға саралар үткәргәндә саҡыралар. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәштәр менән белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлаша, уларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләй. Уны һөйөргә генә түгел, яҡларға ла кәрәк, тип өйрәтә. Әҙхәт Саҙрислам улы тураһында һөйләп, ышаныслы тылы, һәр йәһәттән терәктаянысы булған тормош иптәше Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы тураһында әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Ул ғүмере буйына уның менән ҡайғы-хәсрәтте лә, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла уртаҡлаша. Хәрби хеҙмәткә бурыслының ҡатыны булараҡ, энә артынан еп кеүек, һәр ваҡыт ире йәнәшәһендә. Кәрәк саҡта уны һәр яҡлап хуплап, уның кәйефен күтәрә, илһамландыра, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә ул. Ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Ул - Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы. Һәм хатта бөгөн дә, оло булыуына ҡарамаҫтан, күңеле менән йәш ҡалып, район Мәҙәниәт йортона репетицияға йөрөй, ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ вокаль ансамбле составында сәхнәлә сығыш яһай. Ирле-ҡатынлы Ғәлиевтарҙың дуҫтары күп, сөнки улар изге күңелле һәм аралашыусан кешеләр. Төрлө ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үткән Ғәлиевтар бөгөн дә әүҙем тормош менән йәшәй һәм «оло кешеләр» тигән һүҙ бөтөнләй улар тураһында түгел. Байрам алдынан Әҙхәт Саҙрислам улы наградалары тағылған хәрби формаһын кейеп, традиция буйынса сәскәләр һалырға һәм концертҡа барасаҡ, ә Зәйтүнә Рәхмәтулла ҡыҙы сәхнәлә сығыш яһаясаҡ. Уларҙың йәшендә бар кеше лә шундай булһын ине!

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: