Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Февраль 2018, 13:20

Яҙмыштарҙы һыҙған, хыялдарҙы боҙған һуғыш был

Стеналағы сәғәт көйлө генә алты тапҡыр һуҡҡандан һуң, ҡатыны йоҡонан уянып, шәм яндырып, мейес алдында булыша башлай. Ә Тимерғәли Миңлеғәли улы (һүрәттә) ул төндө бөтөнләй йоҡлай алманы. Бөйөк Ватан һуғышында алған яралар үҙҙәрен белгертә. Өйҙә тып-тын. Ҡатыны мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт ҡарарға сыға. Бары тик мейестә утын сыртлап янған, мөрйәлә ел геүләгән тауыштар ғына ишетелә. Стенала ут шәүләһе емелдәй. Балалары әлегә иҙрәп йоҡлай. Тимерғәли Миңлеғәли улы уйлауынса, тышта ел көсәйгәндән-көсәйә. Элекке яралары һыҙлай.

Ниндәйҙер тауыш ишетеп, ул йәһәт кенә урынынан тора. Шунда уҡ уның йөҙөндә шатлыҡлы йылмайыу сағыла. Өй стенаһы аша көслө ел ыңғайына трактор тауышын ишетеп ҡала. - Ниңә йоҡламайһың? - ти ҡатыны. - Яңынан шул йылдар иҫкә төшә... - Етер инде. Утыҙ йыл үтте бит. - Шулай ҙа ул, әммә ни эшләйһең. Балалары мәктәпкә китә. Ә Тимерғәли Миңлеғәли улы тағы ла үткәндәрҙе иҫкә ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, уға, Мырҙагилдинға, 16 йәш була. Табылды ауылынан фронтҡа киткән ирегеттәрҙең береһе Низаметдин Дауытов, 1941 йылдың июлендә ауылдаштары менән хушлашып: - Һуғыш, бәлки, оҙаҡламай тамамланыр, беҙҙекеләр бөгөн булмаһа иртәгә немецты ҡыуып ебәрер, - тип тынысландыра. Әммә бөгөн дә, иртәгә лә, иртәнән һуңға ла фашист илбаҫарҙарын тар-мар итә алмайҙар. Киреһенсә, дошманға ҡала-ауылдарҙы ҡалдырып, артҡа сигенәләр. Һуғыш яңынаняңы ҡорбандар талап итә. Тимерғәлигә лә Тыуған илен һаҡларға кәрәклеге билдәле була. 1943 йылдың ғинуарында уға, ун ете йәшлек

егеткә (ике ай ярымдан ун һигеҙ тула) хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы килә. Район үҙәгендә фронтҡа алынған егеттәр төркөмөнә ҡушылып, һалдат серҙәренә өйрәнергә Тоцк хәрби лагерына йүнәләләр. Тимерғәли унда өс ай була. Һуңынан – көнбайышҡа юл тоталар. Тәүге һуғыш һабағын Орлов йүнәлешендә алышҡанда ала. Курск дуғаһында һуғыша. Артабан ауыр алыштар менән алға баралар. Артабан Александр Воробьев етәкселек иткән полк разведкаһына күсерәләр. Күп тапҡыр разведка төркөмө составында дошман тылына «тел» артынан баралар. Бер ваҡыт сираттағы разведка ваҡытында немец офицерын әсирлеккә алалар. Әммә кире юлда улар көслө ут аҫтына эләгә. Тотҡон иҫән ҡалһын һәм мөһим мәғлүмәт бирә алһын өсөн, Тимерғәли (физик яҡтан ныҡ) уны үҙ тәне менән ҡаплай. Үҙҙәре яғына ҡайтып етәләр. Барлыҡ разведчиктар ҙа наградаларға, ә Мырҙагилдин – Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Бер ваҡыт взвод командиры Андрей Семиглазов унан: - Һуғыш тамамланғас кем булырға теләйһең, - тип һорай. - Тракторсы, - ти ул. - Иҫән-имен ҡайтҡас, хыялың тормошҡа ашыр, - тип күңелен күтәрә лейтенант. - Әлбиттә, - тип дәртләндерә сержант Николай Масленкин. Лейтенант менән сержант ике аҙнанан яу яланында мәңгеләккә ятып ҡала. Ә Тимерғәли Мозырь ҡалаһы эргәһендә ҡаты яралана. Уның эргәһендә генә мина шартлай. Госпиталдә аңына килә. Шәфҡәт туташы уның күҙен асҡанын күреп: - Сабыр бул, бирешмә. Һул аяғыңды киҫергә тура килде. Башҡаса мөмкин түгел ине, - ти. Һуңынан тағы ла ике госпиталдә дауалана. Ҡабаттан йөрөргә өйрәнә. Тыуған табылды ауылына 1944 йылдың ноябрендә ҡайта. - Ярай, әлдә үҙең иҫән ҡалғанһың - ти атаәсәһе. Колхоз рәйесе лә уны арҡаһынан атайҙарса һөйөп ала. - Нимә эшләйһең инде. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Һиңә ярашлы эш тә табылыр. Әйҙә, колхозға бригадир булып эшкә кил. Колхоз мәшәҡәттәре менән көн артынан көн үтә. Инвалидҡа кейәүгә сығырға ҡурҡмаған Зәйтүнә исемле ҡыҙ ҙа табыла. Үҙе тырыш, сабыр холоҡло, яғымлы, мөләйем, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тормош иптәше менән улар алты балаға ғүмер бирә. Бер нисә йылдан Мырҙагилдин бригадир

вазифаһын йәш, дәртле егеткә тапшыра. Артабан Тимерғәли Миңлеғәли улы фермала ҡарауылсы була. 1975 йылдың февралендә ул уң аяғын имгәтә. Ҡот осҡос, ҡан ҡойғос һуғышты, яу яланында мәңгеләккә башын һалған, ғүмерлеккә йәш булып ҡалған дуҫтарын йыш хәтерләй ул. Бер аҙ һауыҡҡас бригадирға килә: - Миңә бит әле илле генә йәш. Элекке эшемә кире ҡайтар әле. - Ярай, теләгең булһа, мин ҡаршы түгел, - ти бригадир. Оҙаҡламай Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығын байрам итәләр. Мырҙагилдин һәм уның ауылдаштары - фронтовиктар Абдрахман Байғужин, Фәйзрахман Байғужин, Низаметдин Дауытов, Гәрәй Сафин һәм башҡалар ауыр һуғыш йылдарын, шул алыштан кире ҡайта алмаған һалдаттарҙы әсенеп иҫкә алалар. Зиннәт, Насрулла, Йәрмөхәмәт Байғужиндар, Йомағужа Балтабаев, Яһандар, Мортаза, Яхъя Вахитовтар, Шаһибәк Дауытов, Бикбулат Рәхмәтуллин һәм башҡалар күҙ алдынан китмәй. Артабан тағы ла ошондай осрашыуҙар, әңгәмәләр булып тора. Мырҙагилдиндың да тормошонда шатлыҡлы ла, ҡайғылы ла мәлдәре күп була, әммә серем итә алмаған төндәре күберәк. Ни хәл итәһең, Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр. Һәм шул саҡта, тып-тын ҡалған өйҙә тыуған иленең бәләкәй генә остоҡ ере өсөн дошман менән алышҡан михнәтле йылдарҙы хәтерләй ул... 1995 йылда Тимерғәли Миңлеғәли улы вафат була. Ун өс йылдан һуң Зәйтүнә Хөббөтдин ҡыҙы ла мәңгелеккә күҙен йома. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре уларҙы йылы һүҙҙәр менән яҡшы яҡтан йыш иҫкә ала. Ауылдаштары ла уларҙы онотмай.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас: