Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2018, 11:32

Ҡышын балыҡ тотҡанда абай булыу зарур

Ҡышын да үҙенең мауығыуын ташламаусы балыҡсылар күп. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, ҡышын балыҡ тотоу йәйгегә ҡарағанда мауыҡтырғыс тиҙәр улар. Әммә сатлама һыуыҡта ла был шөғөлдән ҡәнәғәтлек алыр өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоу мотлаҡ.

Тәү сиратта, ҡармаҡ һалыу урынына иғтибар итергә кәрәк. Ҡорамалдарҙы һәм кейемде дөрөҫ һайлағыҙ. Боҙҙо бик яҡшы итеп тикшереү ҙә кәрәк. Иң яҡшыһы — һыуы яйлап ҡына алмашынып торған быуаларҙа ҡармаҡлау, сөнки унда боҙ ныҡлыраҡ. Урын һайлау. Ҡышҡы балыҡ тотоу - бер ни тиклем хәүефле шөғөл, шуға күрә һаҡ булырға кәрәк. Күбекһеҙ ҡарараҡ боҙ ныҡлы, ә күбекле аҡһылы яҡшылап ҡатмаған була. Боҙ артыҡ ҡарараҡ күренһә лә, ул тирәне урап үтегеҙ, сөнки артыҡ шәп ағым йәки шишмә булыуы ихтимал. Шулай уҡ боҙ өҫтө ҡар менән ҡапланған урынға ла ултырмағыҙ. Ҡыш көнө балыҡ әүҙем түгел. Йылдың был миҙгелендә уларҙың һирәге генә ҡармаҡҡа эләгә. Сабаҡ, шырт балыҡ, шамбы, табан балыҡ, алабуғаны эләктерергә мөмкин. Ҡышын суртан яҡшыраҡ ҡаба. Балыҡ тотоу өсөн тәрән йәки ҡатмарлы рельефлы урындарҙы һайлағыҙ, сөнки һыуыҡта балыҡ шәп ағымлы урындан ҡаса. Яҡты ваҡытта улар әүҙемерәк эләгә. Йылы кейенгәндә һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә ҡыш көнө балыҡ тотоу бик яҡшы ял итеү һәм тәмле табыш алыу сараһына әйләнә. Бынан файҙаланмай ҡалмағыҙ.

«БР буйынса 14 һанлы ФСП отрядының 40 һанлы янғын һүндереү часы федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы» белгестәре.
Читайте нас: