Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Февраль 2018, 11:04

Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гел генә

Ғашиҡлыҡ менән мөхәббәт араһында ер менән күк айырмаһы булһа ла, барыбер ул тойғо һәр кем өсөн кәрәкле, мөһим кеүек. Сөнки ғашиҡлыҡтан баш әйләнә, йәшәүе рәхәт, үҙеңде ниндәйҙер гүзәл бер донъяға барып сыҡҡандай хис итәһең. Ҡыҫҡаса әйткәндә, тойғолар яңырыуы кисерәһең. Ә мөхәббәт ул – башланғыстарҙың башланғысы, бар нәмәнең нигеҙе, унһыҙ донъя һанһыҙ. Шул уңайҙан беҙ Изге Валентин көнө алдынан, стәрлебаштар араһында «мөхәббәт» темаһына ҡағылышлы һорау алыу үткәрергә булдыҡ. Улар фекеренсә ошо байрамды кемдәр билдәләргә тейеш? Ғашиҡтар көнө уңайынан һорау алыусыларҙың уй-фекерҙәре бына шундай.

Алина Әхмәрова, 19 йәш, тормошта түгел: - Минең уйлауымса, был көн бер нисек тә сикләнергә тейеш түгел. Уны һәр кем үҙенсә байрам итә ала. Ярҙамдары өсөн туғандарыма, әхирәттәремә, һәм, әлбиттә, яратҡан әсәйемә хис-тойғоларымды белгертергә, рәхмәт әйтергә теләйем. Ринат Хөсәйенов, 35 йәш, өйләнгән: - Ғашиҡтар көнө - бик матур байрам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны барыһы ла байрам итмәй. Мөхәббәт - ул тормошта иң мөһиме - ғаилә нигеҙе булып тора. Яратҡан кешеңә матур һүҙҙәр әйтеп, иҫтәлекле бүләк, сәскә гөлләмәләре биреп, хис-тойғоларыңды белдереү өсөн һәйбәт сәбәп. Маһира Вәлитова, 55 йәш: - Пенсионер булараҡ, мине ғашиҡтар көнөн билдәләмәй, тип уйлайҙарҙыр. Әммә был бөтөнләй улай түгел! Күңелемдә мин үҙемде һаман да йәш тоям. Һәм был байрамды мотлаҡ билдәләйем. Балаларымды, әхирәттәремде, дуҫтарымды ҡотлайым. Интернет аша уларға валентинкалар ебәрәм. Шулай уҡ һөйгән кешеләреңә яҡты, йылы хис-тойғоларыңды белгертеү өсөн ошондай байрамдар булыуына сикһеҙ шатмын. Лиана ЙӘРМИЕВА.
Читайте нас: