Ул Асҡын районынан. Армияға ата-әсәһе йәшәгән Ҡариҙел районынан алына. Афғанстан менән сиктәш Төркмәнстанға танк ғәскәрҙәренә эләгә. 1975 йылда, ҡайтыр алдынан ғына, ул хеҙмәт иткән Кушка ҡалаһы эргәһендә нефть-газ ятҡылыҡтары асыла. «Шартлы газ төҙөлөш» тресы етәксеһе үтенесе буйынса уларҙы, дембелдәрҙе, ҡыҙыл мөйөшкә йыйып, эшкә саҡыралар. - Ҡыҫҡаһы, беҙҙе ҡыҙыҡтырҙылар, - ти йылмайып Нәфҡәт Әбүбәкер улы. - Шунда уҡ дөйөм ятаҡтан бүлмә, яңы техника бирҙеләр. Ә эш хаҡы - 400 һум, ул ваҡытта ата-әсәйем Башҡортостанда 100 һумдан да күп алмай ине. Ҙур аҡса бит, нисек ҡалмайһың? Дүрт йыл эшләгәс егеттең шәхси тормошо ла яйға һалына. Уның һөйгәне Фәнүзә - беҙҙең яҡташыбыҙ, сығышы менән Ҡуғанаҡбаш ауылынан. Төркмәнстанға ҡунаҡҡа бара ла, уның иҫ киткес тәбиғәтенә ғашиҡ булып, шунда йәшәргә ҡала. Газ ҡорамалдары буйынса оператор белгеслегенә уҡый. 1978 йылда Фәнүзә менән Нәфҡәт яҙмыштарын бәйләй, оҙаҡламай тәүге балалары Рушан донъяға килә. 1979 йыл. Афғанстанда ҡырҡа үҙгәрештәр башланғас, уның хөкүмәте СССР етәкселегенән ярҙам һорай. Беҙҙең хөкүмәт туғандаш илгә ярҙам күрһәтергә ҡарар итә һәм хәрби йыйындар иғлан итәләр. Нәфҡәтте хәрби комиссариатҡа саҡырталар. Был декабрҙең уртаһы була. - Борсолма, ай ярым - ике ай булырмын да ҡайтырмын, - тип тынысландыра ул тормош иптәшен. - Был бит йәнәшәлә генә. Улын ныҡлы ҡосаҡлап үбә лә, юлға сыға... Был китеүгә ярты йыл самаһы ваҡыт уҙа. - Ике аҙна буйына тирә-яҡтан 50 йәшкә тиклемге ирегеттәрҙе йыйҙылар, - тип һөйләй әңгәмәсем. - Артабан поезда Тагтабазар ҡалаһына ебәрҙеләр. Унда хәрби техника йыйылғайны. Элекке механизаторҙарҙы танк менән идара итергә өйрәттеләр. Барыһына ла - бер аҙна ваҡыт. Мин мотоуҡсылар полкына эләктем. Афғанстанға ебәрергә әҙерләгәндәре тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәнеләр. Был турала барып еткәс кенә белдек. Бер аҙнанан танктарға ултырттылар һәм беҙ бер нисә километрға һуҙылған колонна менән юлға сыҡтыҡ. Афғанстан менән сикте ул ваҡытта асҡайнылар. Маршрут: Кушка-Сафеднах тау һырты - Герат-Герируд йылғаһы һәм беҙҙең һуңғы туҡталыш - Шиндант. Улар Шиндантҡа барып еткәндә илдә хәрби хәрәкәттәр ҡыҙыу барған була. Афғанстан хөкүмәтенең Совет ғәскәрҙәренең йөк тейәлгән колонналарын оҙатып барасаҡ һәм биналарҙы һаҡлаясаҡ тигән вәғәҙәһе үтәлмәй. Нисек үтәлһен? Сөнки ҡан ҡойғос, ҡаты һуғыш бара. Барып етеү менән командирҙар һалдаттарҙы һынап ҡарағандан һуң Нәфҡәтте, яңы ғына армияла хеҙмәт итеүен белгәс, разведка ротаһына ала. Ул саҡта уға 25 йәш була. - Әҙерлекте урында үттек, - тип дауам итә һүҙен Нәфҡәт Әбүбәкер улы. - Беҙҙе яңынан атырға, урынды билдәләргә өйрәттеләр, урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләнеләр. Сөнки сит ил һәр кемдән уяулыҡ талап итә. Уның һүҙҙәре буйынса, тәүге ваҡытта фәҡир йәшәүсе урындағы халыҡ «шурави»ҙарға дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Бына шундай осраҡты хәтерләй ул. Бер ваҡыт ҡышлаҡ эргәһенән үтеп баралар. Туҡтайҙар, унда ҡарт атаһы менән бер малай баҫып тора. Теткеләнгән, ямалып бөткән кейемдәре аша хатта тәндәре күренеп ҡала. Яланғас, йәрәхәтләнгән аяҡтарына ҡарауы ҡурҡыныс. Уларҙы ашаталар. Танкта запас итектәр табып, бүләк итәләр. Уларҙың бәхетле, рәхмәтле күҙ ҡараштары һуңынан бик оҙаҡ хәтерҙә һаҡлана. Уларға разведка ротаһында, нигеҙҙә, мәғлүмәт табырға түгел, ә яңынан тикшерергә тура килә. Мәҫәлән, диверсия әҙерләнеүе тураһында хәбәр килә. Афған офицерҙары менән бергә (улар русса һәйбәт һөйләшә) Шиндантҡа барып, халыҡтан һорашалар. Нигеҙҙә, БТРҙарҙа йөрөйҙәр. Әммә бер нисә тапҡыр йәйәүләп йөрөп, засадаға йәки минаға эләгәләр. Ике хәрби һәләк була, ә Нәфҡәт контузиялана. Ҡайһы саҡ дошмандар диверсия ла ойоштора. Мәҫәлән, яҡын-тирәләге частарҙың береһендә бер юлы 150 һалдатты үлтерәләр. Ә үҙҙәре бер кешеһен дә юғалтмайынса тауҙар араһына китә. Бер ваҡыт Нәфҡәт хеҙмәт иткән часта провокацион атыу тауышы яңғырай. Барыһы ла ҡоралға йәбешә. Атыш һалдаттарҙың автоматтарында патрон бөткәнсе дауам итә. Шул уҡ көндө бөтә ҡоралды йыйып алалар, һуңынан йәнә тараталар. - Тәүҙә, әлбиттә, тәртип булманы, - ти Н.Шабанов. - Әммә бына шундай осраҡтар ҡаты тәртипкә өйрәтте, сөнки уға беҙҙең ғүмеребеҙ бәйле ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙебеҙҙең хаталарҙа өйрәндек, сөнки хәрби хәрәкәттәр алып барыу тәжрибәһе юҡ ине әле. Бер ай тирәһе палаткаларҙа йәшәйҙәр. Ут, хатта бәҙрәф тә булмай. «Ҡыуаҡ» артына өсәүләп йөрөйҙәр. Береһе йомошон үтәгәнсе, икеһе һаҡта тора. Сөнки тап шундай мәлдәрҙә һалдаттарҙы үлтереү осраҡтары була. Һәм мотлаҡ уларҙың ҡолаҡтарын һәм танауҙарын киҫәләр. Һуңынан казармалар төҙөй башлайҙар. Һыу, ризыҡ һәм хатта яғыулыҡ та килтерәләр.
Ҡыш шул йылда һыуыҡ була. Аяҡҡа икешәр силғау урар өсөн бер үлсәмгә ҙурыраҡ итек алырға тура килә. Ә һаҡта торғандарға быйма, бронялы жилеттар (ә улар аҙмы, күпме - 16 килограмм тарта) бирәләр. - Өйҙән хат ала инегеҙме? - Юҡ. Сөнки беҙҙе һуғышта түгел, ә сборҙа тип уйлайҙар ине. Тормош иптәшем барыһын да һуңынан белде. Әйткәндәй, уға минең эш хаҡымды ваҡытында түләйҙәр. Ә беҙгә айына 8 һум бирәләр, ул тәмәкегә лә етмәй. Беҙ шулай уҡ 300 километр алыҫлыҡтағы Кушканан һыу, аҙыҡ-түлек, күмер килтергән колонналарҙы оҙатып бара торғайныҡ. Афғандан сығыуы ҙур проблема ине, сөнки юлда урыны-урыны менән мина һалынғайны, тирә-яҡта - дошмандар, ә Союздан унда инеү еңелерәк ине. - Ә һеҙҙең сборҙар ҡасан тамамланды? - Һикһәненсе йылдың йәйендә. Әлдә мамыҡ өлгөрҙө, кем белә, быларҙың барыһы ла минең өсөн нисек тамамланыр ине. - ??? - Төркмәнстанда мамыҡ өлгөрҙө, ә уны йыйып алырға кеше юҡ. Механизаторҙарҙың күбеһе Афғанстанда. Һәм республиканың шул саҡтағы беренсе секретары унан сығарыуҙарын һораны. Беҙ теҙелеп баҫып торғанда йәш, таҙа гимнастерка кейгән, ә йөҙҙәрендә - ҡурҡыу хисе сағылған хеҙмәткә яңы ғына алынған егеттәр килде. Беҙ, ҡояшта янған, ҡырынмаған, бысраҡ форма кейгән һалдаттар, уларҙың ҡаршыһында торабыҙ. Һәм шунан нисек ҡурҡмаһындар инде! Әммә Нәфҡәт өсөн Афғанстан тормошо шуның менән генә тамамланмай. Уға тағы өс тапҡыр Афғанстанға йөк, шул иҫәптә йәшерен документтар оҙатырға тура килә. ... Өйгә ҡайтҡас, элекке эшен дауам итә. Бер нисә йыл ул ғаиләһе менән бында тыныс ҡына йәшәй. Һуңынан Союз тарҡала, Төркмәнстанда беҙҙең халыҡҡа йәшәү ауырлаша. Бәләһенән баш-аяҡ тип тыуған яҡтарына ҡайтырға ҡарар итәләр. - Шул мәлдә беҙҙәге аҡсаға Салауат ҡалаһында өс бүлмәле фатир һатып алып була ине. Әммә үҙ йортобоҙ тураһында хыялландыҡ. Первомайский ауылында өй һалырға ҡарар иттек. Бында ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнөк һәм бында беҙгә оҡшаны. Әммә... яҙмыштан уҙмыш юҡ! Аҡса алмашынды һәм беҙҙең барлыҡ йыйған аҡсабыҙ «янды». Әлбиттә, үҙебеҙ уйлағансы өй һалып сыҡтыҡ, әммә ауырыраҡ булды. Һуғыш тамуғы аша үткән кешене бындай ауырлыҡтар ҡурҡыта аламы һуң? Тормош иптәше Фәнүзә Фөрзәт ҡыҙы менән өй һалып сығалар, ағас ултырталар һәм тағы Ришат исемле бер ул үҫтерәләр. Нәфҡәт Әбүбәкер улы тәүҙә «Районсельхозтехника» предприятиеһында водитель, артабан 14 йыл Себерҙә автокрансы булып эшләй. Шул ваҡытта эш буйынса Иранда һәм Германияла була. Ҡатыны икмәкханала эшләй. Бөгөн Фәнүзә Фөрзәт ҡыҙы хаҡлы ялда, ә ул бында, үҙ районында эшләүен дауам итә. Ҡарап тороуға тыйнаҡ ҡына, хатта ул ҡасандыр разведчик булып «ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт иткән тип уйлап булмай. «Рәхмәтле Афған халҡынан яугир-интернационалистҡа» миҙалы, СССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы, юбилей наградалары менән бүләкләнгән. Дөйөм алғанда, шулай булырға тейештер, моғайын. Сөнки ысын геройҙар тыйнаҡ, баҫалҡы кешеләр, үҙҙәре тураһында күп һөйләргә яратмай. Күберәк улар тыныслыҡтың һәм тыныс хеҙмәттең ҡәҙерен белә. Булғанына шөкөр итеп, шатланып йәшәй. Элекке яугир-интернационалист Нәфҡәт Шабанов та шундайҙар иҫәбенән. Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.