Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Февраль 2018, 13:08

Мутлашыусы тик ятмай, картанан аҡса урлай

Тормош алға бара. Шул иҫәптән ябай кешенең банк менән бәйле мөнәсәбәттәре лә заманға ярашлы үҙгәрҙе. Банк хеҙмәтләндереүе граждандарҙың йәшәгән урынынан сыҡмай ғына Интернет селтәре аша үҙ аҡса иҫәбенә идара итә алыу мөмкинлеген булдырҙы. Был бик ҡулай, әммә уның кире яҡтары ла бар: кеше кеҫәһенә ҡул һуҙырға яратыусылар был ысулды үҙ мәнфәғәтендә файҙалана.

Енәйәтселәр аҡса урлау өсөн төрлө ысулдарҙы һайлай. Шуларҙың киң таралғаны – «Мобиль банк» сервисын ҡулланыу. Граждандар был ябай һәм уңайлы сервис аша тәүлек әйләнәһенә үҙ иҫәбе буйынса бөтә банк операциялары тураһында мәғлүмәт ала, төрлө урындан кеҫә телефоны аша түләүҙәрҙе бойомға ашыра, аҡса күсерә. «Мобиль банк» аша аҡса урлауҙың 100 проценты тип әйтерлек sim-карта хужаһы телефонын юғалтҡан, ташлаған йәки оҙаҡ ваҡыт ҡулланмаған осраҡтарға тура килә. Урлашыусы элекке абоненттың sim-картаһын ҡуллана. Кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин иткән компаниялар билдәләгән тәртип буйынса, абонент телефон һанынан баш тартҡандан 6 ай ваҡыттан һуң был sim-картаны икенсе кешегә бирә. Банк картаһына аҡса күсерелеү тураһындағы «Мобиль банк» мәғлүмәте яңы абонентҡа килеүен дауам итә.

Күп осраҡта «Мобиль банк», Интернет аша тауарға заказ биреү, социаль хеҙмәткәр булып килеү, Интернет аша тауар һатып алыу, «Авито» сайты аша әйбер һатыу, социаль селтәрҙә танышыу аша енәйәтселәр тоҙағына эләгергә мөмкин. Шулай уҡ sms хәбәрҙәр аша алдау осраҡтары ла йыш булып тора. «Улығыҙ аварияға эләкте һәм әле полицияла», «Һеҙ бүләк оттоғоҙ», «Һеҙҙең бурысығыҙ бар» кеүек хәбәр ебәреп, «Вирус» банк картаһы аша аҡса, торлаҡ, автомобилде ҡуртымға биреү, сит документтар аша прокатҡа әйбер алыу, күрәҙәселәр, күҙ тейеүҙе бѳтѳрѳүҙә йә әйберҙе ҡайтарыуҙа ярҙам тәҡдим итеү кеүек мутлашыу юлдары файҙаланыла.

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ ѳсѳн һәр кем түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш:

- бер ваҡытта ла таныш булмаған кешегә аҡса күсермәгеҙ;

- бүләк отоу йәки башҡа ошондай мәғлүмәт килһә лә, аҡса күсерергә ярамай;

- электрон янсыҡҡа, иҫәпкә һәм кеҫә телефонына аҡса күсермәгеҙ, һатыусы менән үҙегеҙ күҙмә-күҙ осрашығыҙ;

- тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ булған сайттар аша билет, тауар һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеү буйынса хеҙмәттәргә мѳрәжәғәт итмәгеҙ;

- открытка, музыка, һүрәт, ѳҫтәмәләр йәки программаларҙы күсереп алыу һылтанмалары менән файҙаланмағыҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һылтанмалар буйынса һеҙҙең планшет, компьютерға вирус инеүе йәки һеҙ түләүле хеҙмәттәргә яҙылыуығыҙ ихтимал;

- үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡ ысул менән урынлаштырмағыҙ, уларҙы башҡа кешеләр үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуы мөмкин;

- әгәр ҙә телефон һанын үҙгәртеп, оҙаҡ ваҡыт уның менән файҙаланмаһағыҙ, ул номерға тоташтырылған мобиль банкты һүндерергә онотмағыҙ;

- мобиль банк хеҙмәте тоташтырылған тѳрлѳ операциялар үткәреү мѳмкинлеге булған телефондарға (Android, Baba, IOS һ.б.) вирустан һаҡланыу программаһын урынлаштырығыҙ, ә иң яҡшыһы Интернетҡа сығыу мѳмкинлеге булмаған телефондарға ғына тоташтырығыҙ.

Илшат ХӘМИҘУЛЛИН, Рәсәй Эске эштәр министрлығынының Стәрлебаш районы буйынса полиция участкаһы уполномоченныйҙары һәм балиғ балмағандар эштәре бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас: