Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2018, 10:57

Янғындарға ҡаршы - бергәләп

Уҙған кесаҙна көндө беҙҙең районға Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров килде. Ул райондың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса вәкәләтле органдары вәкилдәре һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашып, граждандарҙы шәхси ҡабул итеү үткәрҙе.

Кәңәшмә барышында янғынға ҡаршы сараларға ҙур иғтибар бирелде. Йыл башынан, йәғни ғинуар айында, республикала 372 янғын булған (был уҙған йыл менән сағыштырғанда 63кә күберәк). Унда 26 кеше һәләк булған. Фәрит Риф улы Өфө шифалы үләндәр заводы-складында, Өфө эргәһендәге шәхси заправкалау станцияһында, шулай уҡ нефть продукттары һәм пиломатериалдар, ликер-араҡы продукцияһы складтарында булған янғындар - иң фажиғәле булыуын билдәләне. Республикала 2007 йылдан алып, бер нисә бала ғүмерен өҙгән ҙур янғындарҙан һуң, социаль хәүефле хәлдә булған, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләрҙең йорттарында янғын сигнализациялары ҡуйыу башланды. Ф.Ғүмәров төтөн сыҡҡанда янғын иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйыуға айырыуса иғтибар бирҙе, улар, әйткәндәй, бушлай ҡуйыла. Ғаиләләргә ошо ҡулайламаларҙы ҡуйыуға конкурста еңгән подрядсыларҙы бинаға индереүҙе тәьмин итеү талап ителә. «Фатирҙарына хеҙмәткәрҙәрҙе индермәгән ғаиләләр бар. Ошо рәүешле уларҙы аҙ тәьмин ителгән йәки имен булмаған ғаиләләргә индерәләр, тип иҫәпләй улар. Беренсенән, улар үҙ хәүефһеҙлеге тураһында уйларға теләмәй, икенсенән, ниңәлер улар тураһында күршеләренең ни уйлауы мөһимерәк», - тип билдәләне ул. - Бер ҡулайлама 500 һум тирәһе тора. Конкурс процедуралары ваҡытында уның хаҡы тағы күпкә арзаная. Уны балаларына, яңғыҙ йәшәгән оло атаәсәләренә, хәүефһеҙ йәшәү шарттары булдырыу өсөн ошо категорияға эләкмәгән һәр ғаиләгә ҡуйырға кәрәктер, бәлки. Күптән түгел Хәлекәй ауыл биләмәһендә булған янғынды ла тикшерҙеләр. Унда шәхси магазин яна. Янғындың сәбәбе - мейескә яғып йылытыу, күптән түгел хужалар электр менән йылытыуҙы һүндереп бындай мейескә күскән. Фәрит Риф улы ауыл биләмәләре башлыҡтарын янғынға ҡаршы махсус ҡулайламалар ҡуйыуға ризалашһындар һәм киләсәктә бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймаҫ өсөн етешһеҙлектәрҙе бөтөрһөндәр өсөн һәр ғаилә менән аңлатыу эштәре алып барырға, тематик буклеттар таратырға саҡырҙы. Был эштә мәктәп уҡыусыларынан торған ирекмәндәрҙе лә йәлеп итергә мөмкин. Был сараларҙа үҙен күрһәткән йәштәр Өфө дәүләт нефть техник университетына бюджет нигеҙендә янғын хәүефһеҙлеге кафедраһына инеү мөмкинлеге аласаҡ. Бынан тыш, янғындарҙы профилактикалау буйынса эш даирәһендә, 1 февралдән республикала «Хәүефһеҙ мөхит» Интернет-порталы эшләй башланы. Интернеттан файҙаланған һәр кем унда аныҡ адрес буйынса янғын барлыҡҡа килеү хәүефе тураһында хәбәр итеү мөмкинлегенә эйә. Ә дәүләт комитеты белгестәре төбәктәге Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә профилактик саралар үткәрәсәк. Юғары хәүеф категорияһына ингән йорттарға оҙаҡламай мотлаҡ рәүештә янғынға ҡаршы махсус ҡулайламалар ҡуйыласаҡ. Әммә янғындан һаҡланыу - власть һәм ҡотҡарыусылар хәстәрлеге генә түгел, хәүефһеҙлек сараларын халыҡ үҙе лә күрергә һәм үтәргә тейеш. Практиканан күренеүенсә, ут хаталарҙы танымай һәм ғәфү итмәй. Әгәр һәр кешенән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен әйтеүен һораһаң - улар барыһын да һәйбәт белә, әммә бәлә-ҡаза уларға ҡағылмай, тип уйлай. Сығышы аҙағында Фәрит Ғүмәров бөтә власть органдары, киң мәғлүмәт саралары, ойошмалар, ирекмәндәр һәм граждандар көсөн берләштереп, янғындар һанын туҡтатырға һәм кәметергә мөмкин, тип билдәләне. Артабан граждандарҙы ҡабул итеү булды. Унда күптән борсоған мәсьәләләр менән Фәрит Риф улына Йәшергән һәм Айҙарәле ауыл биләмәләре башлыҡтары Нияз Ғимазов менән Сабирйән Хәкимов (һүрәттә) мөрәжәғәт итте. Уларҙың проблемалары оҡшаш. Йәшергән ауыл биләмәһендә янғын һүндереү машинаһының двигателе эшләмәй, уны әлегә бер нисек тә ремонтлай алмағандар. Ә Айҙарәле ауыл биләмәһендә янғын машинаһы бөтөнләй юҡ. Фәрит Риф улы янғын машинаһы биреүҙә һәм яңы двигатель һатып алыуҙа ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.


Читайте нас: