Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2018, 10:52

Профилактик эште көсәйтергә ҡарар ителде

Уҙған аҙна аҙағында, 2018 йылдың 2 февралендә, республика Хөкүмәтендә видеоконференцэлемтә режимында муниципалитеттар ҡатнашлығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев етәкселегендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтте.

Ултырыш эшендә төрлө министрлыҡтар, ведомстволар һәм күҙәтеү органдары етәкселәре, республиканың муниципаль берәмектәре хакимиәттәре башлыҡтары, республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондарының граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр органдары етәкселәре ҡатнашты. Бөгөнгө көндә янғындарҙы иҫкәртеү өлкәһендә һәм уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле хәл-торош айырыуса хәүеф тыуҙыра. - Мәҫәлән, 2018 йылдың ғинуар аҙағында республикала 372 янғын булған. 2017 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 20,4% күберәк. Янғында 26 кеше һәләк булған, кешеләрҙең һәләк булыу һанының үҫеше 9% тәшкил иткән. Күпселек осраҡта торлаҡ сектор зыян күрә, бында 305 янғын булған, шуларҙың 151е ҡаралты-ҡураларҙа, 144е торлаҡ йорттарҙа, 10ы дачаларҙа. Электр ҡорамалдарҙың, йылытыу мейестәренең төтөн юлдарының төҙөк хәлдә булмауы, ут менән һаҡһыҙ эш итеү - янғын сығыуҙың төп сәбәбе булып тора. Янғындарҙың төп үҫеше Бөрйән, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Күгәрсен, Шишмә һәм Туймазы райондарында теркәлгән. Ултырышта доклад менән Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны. Янғындарға бәйле хәлторошто тотороҡлау маҡсатында республикала янғындарҙы профилактикалауға йүнәлтелгән саралар компексы үткәрелә. Мәҫәлән, автономлы янғын сигнализациялары ҡуйыу ғына тиҫтәләрсә кеше ғүмерен һаҡлап ҡалды. Бынан тыш, ведомство етәксеһе 2018 йылдың 1 февраленән Дәүләт комитеты тарафынан үткәрелгән «Бергәләп янғындарға ҡаршы!» мәғлүмәт-профилактик акцияһы тураһында хәбәр итте. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында торлаҡ секторҙа урынлашҡан йорттарҙы тикшереүҙәр иҫәбен арттырырға һәм халыҡ, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре менән янғынға ҡаршы эште көсәйтергә ҡарар ҡабул ителде. ***

Юғарыла атап үтелгән ултырыш тамамланғандан һуң район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһы ултырышы үткәрҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса район комиссияһы ағзаларына, ойошмалар, учреждениелар һәм предприятиелар етәкселәренә Фәнүр Зөфәр улы хеҙмәт коллективтарында аңлатыупрофилактик эште көсәйтергә, кешеләрҙе янғын хәүефһеҙлеге уларҙың үҙҙәренә бәйле булыуында ышандырырға тәҡдим итте, шуға ла йорттарҙа янғын сигнализациялары ҡуйыу зарур. Тейешле хеҙмәттәр етәкселәренә ул торлаҡ секторҙа йорттар буйлап йөрөүҙәр һанын арттырыу зарурлығы тураһында хәтерҙәренә төшөрҙө.

"Башинформ".
Читайте нас: