Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль 2018, 11:00

"Бәхетең үҙең менән"

Ошо көндәрҙә район биләмә-ара китапханаһында билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән үткән осрашыу шулай аталды. Лира Миңләхмәт ҡыҙының ижады беҙҙең яҡташтарыбыҙға ла бик яҡшы таныш, сөнки уның геройҙарының күбеһенең яҙмышы Стәрлебаш мәҙрәсәһенә бәйле. Уның теге йәки был әүлиә тураһында хәтирәләрен ишетергә, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алырға тип район үҙәгенән генә түгел, башҡа ауылдарҙан да яҙыусының ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Үҙе тураһында һөйләп, Лира Яҡшыбаева ижадын уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенән башлауын әйтте. Тәүҙә ул мәктәп темаһына айырыуса иғтибар бирә, артабан яйлап ҡына ғаилә, йәмғиәттә кешеләр мөнәсәбәте, изгеләрҙең йәшәйеше тураһында яҙа. - Мөжәүир хәҙрәт тураһында яҙырға миңә хеҙмәттәштәрем тәҡдим итте. Беренсе китабым сыҡҡас, китап уҡыусылар һүрәтләгән ваҡиғаларҙың ысынбарлығына ышанмай, Лира апай әкиәт яҙған, тинеләр. Шуға ла «Хәтирәләр» тигән икенсе китабымда мин был ваҡиғаларҙы һөйләүселәрҙең исемдәрен күрһәттем. Һөҙөмтәлә, әүлиәләр тураһында туғыҙ китабым донъя күрҙе, - тип өҫтәне ул. - Улар тураһында яҙғанда мин архивта байтаҡ материалдарҙы өйрәндем. Мәҫәлән, Зәйнулла ишанға бағышланған практик конференцияларҙың береһендә унда ҡатнашыусылар данлыҡлы ишандың ғүмеренең айырым мәлдәре тураһында ғына һөйләне. Ә мин иһә уның тыуғандан алып һуңғы һулышына тиклем тулы тормошон өйрәнергә ҡарар иттем. Уны башҡорт халҡы ғына түгел, тотош мосолмандар донъяһы

хөрмәт итә. Яҙыусы изгеләрҙең тормош юлы драматургияла ла сағылыш табырға тейеш, тип иҫәпләй. «Мосолмандар донъяһы изгеләре тураһында фильмдар, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тураһында фильм бар. Мөжәүир хәҙрәт тураһында спектакль дә ҡуйылырға тейеш тип иҫәпләп, пьеса яҙҙым». Ә Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы изге әүлиә, халыҡ табибы, күрәҙәсе һәм дин әһеле булған яҡташыбыҙҙы беҙҙән башҡа кем ҙурлар, данлар тип спектакль ҡуйырға ҡарар итә. Әлбиттә, уларға бик күп ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә. Был турала А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры директоры Айгөл Ғәйнуллина һөйләне. Әйткәндәй, уҡыусылар даирәһен киңәйтеү маҡсатында ул Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан» китабын рус теленә тәржемә итә. Ә «Әүлиә» спектакле республикабыҙҙың бик күп райондары һәм ҡалалары сәхнәләрендә ҙур уңыш менән күрһәтелә. Осрашыуға йыйылыусылар, атап әйткәндә, Нил Ремеев, Зифа Ҡолһарина, МиңлегөлМөхәмәтйәровалар ауырлыҡтарҙы еңергә, кешеләрҙең яҡшы яҡтарын күрергә, изгелеккә өндәүсе, матурлыҡҡа һөйөү уятырға ярҙам итеүсе китаптары өсөн яҙыусыға рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Улар шулай уҡ Миәкә районының Нарыҫтау тауында ерләнгән изгеләр тураһында ла китап яҙыуын һоранылар. Халыҡ риүәйәте буйынса улар - аталы-уллы Зөбәйер бин Зәйет һәм Абдрахман бин Зөбәйер пәйғәмбәребеҙ М өхәммәттең ярҙамсылары булған. Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Минихәнә Баһауетдинова яҙыусыға айырыуса рәхмәтен белдерҙе, әйткәндәй, ул Лира Яҡшыбаеваның яҡташы. - Ябайлыҡта - бөйөклөк, тиҙәр. Ошо бөйөк әүлиәләр тураһында китаптарығыҙ аша Һеҙ изгеләрҙең эшен дауам итәһегеҙ кеүек. Шуның менән күптәргә рухи яҡтан үҫешеү өсөн үҙ алымдарығыҙҙы күрһәтәгеҙ, - тине ул һәм ижади уңыштар теләп Лира Әхмәт ҡыҙына бүләккә билдәле яҡташтарыбыҙ тураһында уҡыусыларҙың фәнни эштәре яҙылған үҙенең китабын бүләк итте. Лира Яҡшыбаева билдәләүенсә, стәрлебаштар үҙҙәре араһында Ғабдулла Сәйедиҙең нәҫеле булыуы менән ғорурлана ала. Уның әсәһе Шәмсийыһан Стәрлебаш ауылынан. Ул - Тайғоновтар нәҫеле вәкиле. Хеҙмәт ветераны Зәйтүнә Мөхәмәтйәрова йыйылыусыларҙы ошо нәҫелдән булған туғаны өсөн архив мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп төҙөгән шәжәрә менән таныштырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиева менән китапхана директоры Рабиға Нәҙершина йыйылыусылар исеменән изге теләктәр белдереп, Лира апай Яҡшыбаеваға сәскә гөлләмәһе бүләк итте. Билдәләп үтке килә, Лира Әхмәт ҡыҙының изгеләр тураһында яҙылған барлыҡ китаптары ла беҙҙең район уҡыусыларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә яҙыусы алып килгән экземплярҙар шунда уҡ һатып алынды. Әйткәндәй, 8 февралдә район Мәҙәниәт йортонда күрһәтеләсәк «Әүлиә» спектакленә яҙыусы китаптарын һатыуға алып киләсәк.

Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, артабан 13-сө башҡорт урта мәктәбендә уҡытыу эшмәкәрлеге алып бара. Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж.Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Читайте нас: