Аяғығыҙҙың шул рәүешле ауырта башлауын күргәс тә, тәүҙә ҡыйшайып торған бармаҡты урынына ҡуйырға тырышығыҙ. Әгәр ҙә быны еңел генә эшләй алһағыҙ, тимәк, уны массаж һәм халыҡ ысулдары менән дауалап була әле. Ә инде бармаҡты кире урынына тигеҙләп ҡуйып булмаһа, ортопедҡа күренергә ашығығыҙ. Дауалауҙы ни тиклем иртәрәк башлаһағыҙ, һөҙөмтә лә яҡшыраҡ.
Ауырыуҙың тәүге стадияһында, ғәҙәттә, массаж, физиотерапия һәм дауалау физкультураһы тәҡдим итәләр. Әгәр ҙә “һөйәк” үҫеүгә яҫы табанлылыҡ сәбәпсе булһа, һеҙгә махсус аяҡ кейеме, олтораҡ кәрәк буласаҡ. Төрлө компресс, ванна һәм май ҙа ыңғай йоғонто яһай.
Ауырыу аҙған осраҡта хирургик ысул менән генә ярҙам итеп була – бәшәләй һөйәгенең башын ҡырҡып алалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул эҙһеҙ генә үтмәүе лә бар, йәғни йүнәлгәс тә ауыртыуы йәки ниндәйҙер кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Был сир күптән билдәле булғанлыҡтан, халыҡ медицинаһында ла уны дауалау буйынса рецептар бар.
Скипидар менән дегәнәк япрағынан компресс: япраҡтың тоноҡ яғына йоҡа ғына итеп скипидар һөртөргә. Шул яғы менән аяҡтағы һөйәккә ябырға һәм өҫтөнә целлофан ҡаплап бәйләп ҡуйырға.
Ауырыу яңы ғына башланып торғанда балауыҙҙан компресс ярҙам итә. Бының өсөн уның ҙур булмаған киҫәген ҡулда йомшартып, һөйәккә ябырға һәм төнгөлөккә бәйләп ҡуйырға.
Шундай май әҙерләргә була: бер йомортҡаны ҙур булмаған стаканға һалырға һәм 50 мл 70 процентлы һеркә эссенцияһы ҡойоп, ике аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйып торорға. Йомортҡаның ҡабығы ирегәс, ҡалған тышын алып ташларға. Стакандағы ҡатнашманы болғатып, бер ҡалаҡ аҡ май менән 10 г скипидар ҡушырға. 10 – 12 буйы ошо майҙы төнгөлөккә һөйәккә һөртөргә.
Бәшәләй һөйәгенең ҡыйшайыуына юл ҡуймаҫ өсөн табанды нығытырға кәрәк. Бының өсөн еңел генә күнегеүҙәрҙе эшләргә кәңәш ителә. Мәҫәлән, аяҡты тегеләй-былай әйләндергеләү, бармаҡтарын бөккөләү, бармаҡтар менән иҙәндән әйбер алыу һ.б. Көн һайын ошо күнегеүҙәрҙе ҡабатлағанда аяҡтарығыҙҙың сәләмәтлеген дә һаҡларһығыҙ.
Был ауырыуҙы иҫкәртеүҙең тағы бер мөһим сараһы – ул аяҡ кейемен дөрөҫ һайлау. Аяҡтарҙы ҡыҫып тороусы тар һәм бәләкәй аяҡ кейеменән баш тартыу яҡшы. Шулай уҡ бейек үксәле аяҡ кейеме лә табанға ғына түгел, янбаш һәм умыртҡа һөйәге өсөн дә зыянлы. Шунлыҡтан табиптар аяҡ кейеменең үксәһе 5 сантиметрҙан бейек булмаһын тип кәңәш итә. "Йәшлек"тән.