Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Ғинуар 2018, 15:00

Студенттар Татьяна көнөн билдәләй

25 ғинуарҙа Рәсәй студенттары Татьяна көнөн йәки студенттар байрамын билдәләй. Улар араһында ике яҡташыбыҙ - Башҡорт дәүләт медицина университетының беренсе курс студенттары Арина Кәлимуллина менән Ирина Андреева ла бар.

Ҡыҙҙарға ҡарау менән билдәле кинофильмдан: «Активистар, спортсылар һәм... һылыуҡайҙар!» тигән һүҙҙәр хәтергә төшә. Арина 1се Стәрлебаш урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. Ҡыҙ үҙе иҫәпләүенсә, университетта уға һәйбәт уҡырға мәктәптә уҡытыусылар биргән төплө белем ярҙам итә, уларҙы тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Ҡыҙ бейеү, һүрәт төшөрөү, ирекмәнлек менән мауыға. Балаларға ярҙам итергә, уларҙың кәйефен күтәрергә булышлыҡ итергә ярата. Стоматологҡа уҡырға барырға уға ата-әсәһе кәңәш итә. Ул нәҫелдәрендә медицина һөнәрен һайлаған тәүге кеше. Университетта уҡыуы ауыр, әммә бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. - Кешеләргә ярҙам итергә һәм һәр саҡ уларҙың шат йылмайыуын күрергә яратам, - ти ҡыҙ. Ә бына Иринаның әсәһе медицина хеҙмәткәре һәм ҡыҙ бала саҡтан уҡ әсәһенең кешеләргә сәләмәтлеген ҡайтарырға ярҙам итеүен күреп үҫә. Һәм ул да, әсәһе кеүек медицина юлын һайларға ҡарар итә. Ирина район үҙәгенең 2се урта мәктәбен тамамлай. Уның мауығыуҙары бихисап. Бейергә өйрәнә, фотоға төшөрә, йүгереү, сигеү

менән шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә ҡыҙҙар баш көллө студент тормошона сумған. Улар өсөн иң мөһиме, әлбиттә, уҡыу. Ҡыҙҙар ентекле уҡый, лекцияларға һәм семинарҙарға даими йөрөй. Һәм, ваҡыты еткәс, уларҙың юғары класлы табип булыуына ышанабыҙ. «Татьяна көнөндә нимә эшләргә уйлайһығыҙ?» тигән һорауыбыҙға: «Уҡыйбыҙ! Өлкән курс студенттарына ла ҡарарбыҙ» - тинеләр йылмайып.

Рәйсә МУСИНА. Фотолар А.КӘЛИМУЛЛИНА һәм И.АНДРЕЕВА тарафынан бирелде.


Читайте нас: