Ғаилә архивында һаҡланған ошо фотоһүрәттең артында яҙыу бар. «Стәрлебаш ете йыллыҡ мәктәбенең VII класының уҡсылар командаһы фотоһүрәте. 1940 йылдың декабре. Дуҫтар: Федотов В., Леонтьев А., Вязовцев Г., Титов В.». Ошо исемлектә яҙылған тәүге өсәүҙең яҙмышы тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нимә лә билдәле түгел. Леонтьев фамилиялы егет, бәлки, Дмитриевка йәки Михайловка ауылынан булғандыр, тип фараз итә алам. Миндә исемлектәге һуңғы кеше тураһында ғына тулы мәғлүмәт бар. Фотола беренсе рәттә һулда уҡытыусыға иң яҡын ултырғаны минең ағайым - Василий Степанович Титов, 1925 йылғы. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң 1943 йылға тиклем Киров исемендәге колхозда трактор бригадаһында хисапсы булып эшләй. Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылдың февралендә алына. 1-се Украина фронты составында Берлинды яулай. Һуғыш тамамланғанда Австрияла була. 1950 йылға тиклем Германияла хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң Иркутск өлкәһендә йәшәй, тау ҡорамалдары заводында эшләй. Ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ваҡыты-ваҡыты менән ул тыуған яҡтарына ҡайтып йөрөй. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллыҡ юбилейына бер нисә көн генә ҡалғанда вафат булды... Бер ваҡыт, 9 Майҙа, Иҫке Ҡалҡаш ауылында яҡташтарым алдында сығыш яһарға тура килде. Мин унда 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм унда һәләк булған туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙҙың иҫке фотолары архивы кеүегерәк бер нимә булдырһаҡ һәйбәт булыр ине тигән фекер белдерҙем. Сөнки бындай фотолар һәр ғаиләлә барҙыр, моғайын. Беҙ уларҙы киләһе быуын хәтерләһен, ысынбарлыҡта нисек булғанын белһен, ата-бабаларының батырлығы менән ғорурланһын өсөн һаҡларға тейеш.