Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ғинуар 2018, 11:38

Кемдең өйө матурыраҡ?

Ҡайһыбыҙ өйҙәре күркәм, урамдары таҙа һәм тәртип булған ауылда йәшәргә теләмәй? Табылдылар был турала хыялланып ҡына ҡалмай, ауылдары матур булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.

Йыл һайын Күндерәк ауыл биләмәһе хакимиәте инициативаһы буйынса «Иң матур өй» конкурсы үткәрелә. Уҙған Экология йылында уға иң таҙа һәм төҙөкләндерелгән йорт конкурсы ла өҫтәлде. Сарала барлыҡ ауыл халҡы: өлкәне лә, кесеһе лә ҡатнашыуы һөйөнөслө булды. Улар бер-береһе менән ярышып йорттарын төҙөкләндерҙе, ихаталарын алмаштырҙы, өйҙәрен буяны, баҡсаларында сәскәләр үҫтерҙе, йорт алдарын таҙа һәм тәртиптә тотто, уларҙы төҙөкләндерҙе. Һуңғы йылдарҙа ауылдың матурланып китеүе күҙкә ташланып тора. Юғарынан, тауҙан ҡараһаң, ул айырыуса матур. Беҙ йәйен унда йыш ҡына күтәрелеп, Табылдыбыҙ менән һоҡланабыҙ. Ҡышҡы байрамдарҙа беҙ ауылда кемдең өйө иң матуры булыуын билдәләнек. Һәм бер тауыштан беренсе урынды Тәнзилә һәм Шәрифулла Кинйәбулатовтарға бирҙек. Улар икеһе лә пенсионер, хеҙмәт ветерандары, бик тырыш һәм эшһөйәр кешеләр, уларҙың өйөнә һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Икенсе урынды Рәсимә һәм Альберт Әлимбаевтар һәм хеҙмәт ветераны Тәнзилә Хөсәйенова бүлеште. Өсөнсө урында шулай уҡ хеҙмәт ветераны Фәйрүзә Ғайсина һәм ирле-ҡатынлы Фирүзә һәм Әхәт Байғужиндар. Уларҙың барыһына ла Маҡтау грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Быйыл, Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән Ғаилә йылында, беҙ ауыл биләмәһендә Табылды һәм Күндерәк ауылдарында «Иң яҡшы ғаилә» конкурсын да иғлан итергә ҡарар иттек. Ул да ыңғай һөҙөмтәләр бирер тип ышанабыҙ. Беҙҙә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа һәм сараларҙа хеҙмәт ветерандарының әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Быйыл да улар ситтә ҡалмаҫ тип ышанабыҙ. Ә һөҙөмтәлә ауыл тағы ла матурайып, күркәмләнеп китер, ғаиләләр - ныҡ һәм татыу булыр.

Нурия ИСМӘҒИЛЕВА, Күндерәк ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас: