Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Ғинуар 2018, 11:34

Һалым бурыстарын кемгә ғәфү итерҙәр?

Федерация Советында Һалым кодексына үҙгәрештәр индереүсе закон 2013 йылға тиклем түләнмәгән һалымдар буйынса бурыстарҙы иҫәптән сығарыуға ҡағыла.

Әлегә тиклем йыйылған бурыс, ә ул 20 процент - 3 миллиард 100 миллион һум тәшкил итә. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы республикала йәшәүселәрҙе һалымдарын ваҡытында түләргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Эльвир Исмәғилев, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары: «Яңы закон проектына ярашлы, 2013 йылға тиклемге һалым буйынса бурыстар иҫәптән сығарыла. Ә 2014, 2015 һәм 2016 йылғы һалымдар түләнмәгән булһа, граждандарҙы тиҙерәк иҫәпләшергә саҡырабыҙ». Яҡын арала һалым органдары бурыстары мәжбүри түләтеү процедураһын башлаясаҡ.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: