❆ Йәйгеһен – ямғыр һыуы, ҡыш ҡар һыуы һибегеҙ.
❆ Эзбизле, йәғни артыҡ ҡаты һыу гөлдөң дошманы. Һыуҙы йомшартыу өсөн һибер алдынан бер нисә семтем лимон кислотаһы һалып болғатырға йәиһә бер биҙрә һыуға 100 г торф һалып тоторға кәрәк. Шулай уҡ минераль ашлама ҡушып та һибергә ярай. Тупраҡтың өҫтөн генә сылатып һыу һибеү зыянлы. Дым һауыттың төбөнә тиклем барып етмәйәсәк.
❆ Ҙур һауыттағыға ҡарағанда бәләкәйендә тупраҡ тиҙерәк кибә.
❆ Йәйге эҫе, ҡоро көндәрҙә бүлмә гөлдәренә һыуҙы иртәле-кисле һибегеҙ.
❆ Һыу әйләнеше яҡшы булһын өсөн тупраҡты даими йомшартып тороғоҙ. "Йәшлек".