Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2018, 11:31

Кисәнән барыһы ла илһам алды

Күптән түгел Айҙарәле ауыл мәҙәниәт йортонда «Илһамлы йәндә ижад ялҡыны» әҙәби-музыкаль сара үтте. Был көндө айҙарәлеләр талантлы яҙыусы - яҡташтары менән осрашты.

Уларҙың һәр ҡайһыһы оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҙур ижади эш менән шөғөлләнә, бихисап шиғырҙар, ә ҡайһы берәүҙәре йыр авторҙары, барыһы ла үҙенсәлекле талантлы. Шиғыр байрамы дәртле бейеүҙәр һәм моңло йырҙар менән бергә үрелеп барҙы. Һәр бер уҡылған шиғырҙан һоҡланыу тойғоһо уяна, күңелгә матур уйҙар, күҙгә йәштәр килә. Унда иманға, дингә тартылыу, әсәйҙәргә һәм ауылыбыҙға бағышланған шиғырҙар бик күп урын ала. Байрамды ауыл мәсете муллаһы Хәлит Кәлимуллин, ауылдаштарыбыҙ Нәсимә Әхмәтова, Нурия Мишәрова, Зөлфирә Абдуллина, Гүзәл Әхтәмова уҡыуында мәрхүмә Зилә Закирова, Миникамал Ғәлиуллина шиғырҙары яңғыраны. Линар Ғәфиәтуллин башҡарыуында сәхнәнән тәүге тапҡыр яңғыраған «Айҙарәле шишмәләре» йыры тамашасылар өсөн матур бүләк булды. Уның текст авторы Нурия Мишәрова, ә көйө Гөлшат Арыҫланованыҡы. Йыйылыусылар алдында район яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Наилә Ғиззәтуллина һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәйфә Ғәлиевалар сығыш яһаны. Улар яҙыусыларға иҫтәлеккә китаптар бүләк итте. Район Мәҙәниәт йорто артистары Гөлйөҙөм Сәйепова, Илдар Баһауетдинов, Илнар Хәйретдинов кисәне музыкаль номерҙар менән биҙәне. Филология фәндәре кандидаты, БР халыҡ уҡытыусыһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Хәнә Баһауетдинова кисәне оҫта алып барҙы. Уларҙың сығыштары тамашасыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ. Ә киләсәктә, бындай осрашыуҙар йышыраҡ үткәреләсәк.

Гөлшат ХӘБИБУЛЛИНА, Айҙарәле ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: