Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар 2018, 11:46

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле кешебеҙ

Әсәй - һәр беребеҙҙең тормошонда иң ҡәҙерле һәм ғәзиз кеше. Беҙгә нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул иҫән саҡта һәр ҡайһыбыҙ бала булып ҡала. Әсәй беҙгә йылылыҡ өләшә, йәшәр өсөн көс бирә.

Беҙҙең яратҡан, саф күңелле, изгелекле, игелекле әсәйебеҙ Заһиҙуллина Гөлсирә Зыязетдин ҡыҙы Түбәнге Ибрай ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. 10 ғинуарҙа уға 90 йәш тулды. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ һәм өс малай үҫә. Уның үҫмер сағы һуғыш йылдарына тура килә, шуға күрә ул һуғыштың әсеһен дә, сөсөһөн дә үҙ иңендә татый. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, өлкәндәр менән бер рәттән эшләй, туйғансы ашау эләкмәй. Матур күлдәк кейеп киске уйынға йөрөйһө урынға ул иртәнән кискә тиклем баш күтәрмәй эшләй, Еңеүҙе яҡынайта. 1948 йылда ул буласаҡ тормош иптәшен, атайыбыҙ Рәфҡәтте осрата. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп, гөрләтеп донъя көтә башлай. Биш балаға ғүмер бүләк итәләр, уларҙы тырыш, намыҫлы итеп тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары сабый сағында уҡ вафат була. Атайыбыҙ эшһөйәр, намыҫлы кеше ине. Ул колхозда мал ҡараусы булып эшләне, әсәйебеҙ менән өй һалып сыҡтылар, ләкин уның ғүмере бик ҡыҫҡа булды. Йөрәк сире менән ул 36 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте һәм әсәйебеҙ дүрт бала менән яңғыҙы ҡалды. Ә быға тиклем ул алты йыл атайыбыҙҙы сабый бала кеүек тәрбиәләне. Киләсәк тормошон әсәйебеҙ беҙгә бағышланы, бер үк ваҡытта 1980 йылға тиклем, хаҡлы ялға сыҡҡансы урындағы мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләне. Атайыбыҙ вафатынан һуң беҙгә уны ҡустыһы Хәмзә ағай алыштырҙы Ул һәм уның ҡатыны Зәбирә апай ғүмер буйына беҙгә ярҙам итте. Атайыбыҙ вафат булғанда өйөбөҙ торған урын һаҙлыҡҡа әйләнгәйне. Хәмзә ағай шул өйҙө һүтеп, үҙ участкаһы ситендә яңы өй күтәрҙе. 1965 йылдан башлап беҙ ике ғаилә бергә йәшәп, һигеҙ бала үҫтек, берберебеҙгә ярҙам иттек. Хәмзә ағай һәм Зәбирә апайға күрһәткән изгелектәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әсәй янына йыш ҡына унар көнгә өләсәйебеҙ (уның ҡәйнәһе) һәм уның ике апаһы Мөсәбиха һәм Фатима киләләр ине. Йәйен беҙ улар менән бергәләп еләккә йөрөй инек. Ул йылды еләк бик күп булды. Уларҙы биҙрәләп йыйып, көйәнтәләп алып ҡайта инек. Шифалы үләндәр йыйып киптерә, миндек бәйләй инек. Әлеге өс ханым бер минут та ҡул ҡаушырып ултырмайҙар ине. Улар беҙгә ойоҡбаш һәм бейәләйҙәр бәйләне, күлдәктәр, салбарҙар текте, тәмле ҡамыр аштары бешерҙе. Башҡа эштәрҙә лә ярҙам иттеләр. Улар беҙгә килгәндә өй нисектер йәмләнеп китә, шатлыҡ менән тула ине. Беҙ уларҙы һәр ваҡыт түҙемһеҙләнеп көтә һәм моңһоуланып оҙатып ҡала инек. Һәйбәт, изге күңелле, бик уңған туғандарыбыҙҙың урындары йәнәттә булһын. Шулай уҡ әсәйебеҙҙең апаһы Мәҡсүмә апай ҙа беҙгә ярҙамлашты, беҙҙе шәл бәйләргә, йорт эштәрен башҡарырға өйрәтте.Күршеләребеҙ Рәузиә апай менән Хәсән ағай Фәттәховтар беҙгә ҡарата изгелекле булдылар. Әсәйем үҙе лә бар тырышлығын һалып беҙҙе аяҡҡа баҫтырырға ынтылды. Бәләкәйҙән үк хеҙмәткә өйрәтте, беҙ яҡшы кешеләр булып үҫһен өсөн белем бирергә тырышты. Бөгөнгө көндә уның өс ҡыҙы һәм улы иҫән-һау, хаҡлы ялдалар, барыһының да ғаиләһе, үҙ тормошо. Беҙҙән тыш, әсәйем үҙенең атаһы Зыязетдинды тәрбиәләне, ул 95 йәшендә вафат булды. Бөгөн 90 йәшлек әсәйебеҙ күтәренке рухлы, егәрле. Стәрлебаш ауылында һеңлебеҙ Фәнилә һәм уның тормош иптәше Рәйестең ғаиләһендә йәшәй, улар уны бик яҡшы тәрбиәләй. Беҙ уларға оло рәхмәтлебеҙ. Аллаһы Тәғәлә уларҙың үҙҙәренә лә оҙон ғүмер, сәләмәтлек һәм балалар ихтирамы бирһен. Уның 10 ейән-ейәнсәре һәм 12 бүләбүләсәре бар, уларҙы ихлас ярата һәм һәр уңыштарына һөйөнә. Ә яратҡан әсәйебеҙгә былай тип әйтке килә: «Беҙҙе тәрбиәләп үстергәнең, оло тормош юлына сығырға ярҙам иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, ҡәҙерлебеҙ! Әл дә һин бар донъяла! Беҙ һине яратабыҙ! Беҙҙе шатландырып, тағы ла оҙаҡ йылдар сәләмәтлектә, йән тыныслығында, балалар шатлығында йәшә!».

Фирҙәүес СӘЙФЕТДИНОВА. Стәрлебаш ауылы. Фото ғаилә альбомын.



Читайте нас: