Был көндө район биләмә-ара китапханаһында тотош райондан шиғыр уҡыусылар һәм музыканттар йыйылды. Рус, татар, башҡорт телдәрендә әҫәрҙәр яңғыраны. Балалар иң әүҙем ҡатнашыусылар булды. 2 һанлы Стәрлебаш урта мәктәбенең 7 «А» класы уҡыусыһы Артем Баһауетдинов Э.Асадовтың, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 6 «А»класы уҡыусыһы Гөлназ Мирхәшимова М.Кәримдең шиғырҙарын тасуири уҡып йыйылыусыларҙы һөйөндөрҙө. 1-се мәктәптең 7 «А» класы уҡыусыһы Рәил Ғәлимйәнов үҙе ижад иткән «Стәрлебашым» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ҡуғанаҡбаш ауылының 10 «Б» класы уҡыусыһы Эльвира Барадуллина Р.Ғамзатовтың шиғырын һөйләүҙән тыш, думбырала уйнап күрһәтте. Фото автор тарафынан бирелде.