Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 11:15

Китапханала - яңы повесть!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Беҙ һеҙҙе яңы повесть менән таныштырырға теләйбеҙ.

Китапханаға Марат Муллаҡаевтың «Когда цветет полынь... или побег в никуда» тип аталған повесы ҡайтарылды. Автор уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында, илдә коммунизм төҙөлгән ваҡытта, туҡмалыуҙар һәм кәмһетеүҙәргә түҙә алмайынса, өс баланың балалар йортонан ҡасыуын бәйән итә. Балалар

бәхетле йәшәгән етемдәр учреждениеһын табыу өсөн ярты илде урап сыға, төрлө кешеләр менән осраша. Юлда улар бихисап һынауҙар үтә, төрлө хәл-ваҡиғаларға тарый. Был хәүефле сәйәхәттең нисек тамамланыуын китаптан уҡып белә алаһығыҙ. Һеҙҙе китапханала көтөп ҡалабыҙ.

Люциә ИСМӘҒИЛЕВА, район биләмә-ара китапханаһы библиографы.
Читайте нас: