Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 10:50

Гәзит - уның яҙмышы һәм ғүмере

Уны шул саҡта район колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында (РМСО) бер аҙ үпкәләтәләр. Секретарь вазифаһы буш булһа ла уның етәксеһе ҡыҙҙы был урынға ни өсөндөр алырға теләмәй.

Быға тиклем 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә 1966 йылғы сығарылыш уҡыусылары хөрмәтенә тантаналар уҙа. «Мәктәп вальсы»на уҡытыусыларҙың изге теләктәре ҡушыла. - Артабан уҡы, - тип ҡабатлай уға, Рәйсә Кәримоваға (һүрәттә), татар теле уҡытыусыһы Әнисә апай. - Тәүҙә бер йыл эшләп ҡарағым килә, - тип яуап бирә ҡыҙ. - Уныһын үҙең ҡара. Әммә һуңынан мотлаҡ институтҡа уҡырға ин. Ә өйҙә ата-әсәһе быға тиклем үк өлкән ҡыҙҙарының ныҡлы ҡарары тураһында белә. Район колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһына эшкә алмағандан һуң атаһы Фазләхмәт Хажиәхмәт улы һәм әсәһе Фатима Ғәбит ҡыҙы: - Ярай. Мәжбүр итә алмайбыҙ. Әгәр үҙеңдең эшләргә теләгең булғас, бар. Берәй яйы килеп сығыр әле, - тиҙәр.

Ике көндән әсәһе: - Редакцияға барып кил әле, - тип кәңәш бирә. Мөхәррир Фәйзи Ғүмәров уны иғтибар менән тыңлай. Бер аҙ уйланып ултырғандан һуң: - Татар гәзитенә корректор итеп эшкә ала алабыҙ, - ти. - Ярай, - тип һөйөнә Рәйсә. - Бындай осраҡта иртәгә үк эшкә сыҡ. - Һине РМСОға алмағандары һәйбәт тә булған әле. Бәлки, был яҙмыштыр... - тип өҫтәп ҡуя шаяртып. Шулай итеп редакцияла эш менән көн артынан көн үтә. Эш тә еңел булмай. Әммә был мәшәҡәттәр Рәйсәгә оҡшай, коллектив та күңеленә хуш килә. Оҫта тәржемәсе Нәфисә Фәтҡиева уға айырыуса иғтибар итә, ул, әйткәндәй, район башҡарма комитеты рәйесе Мөхәмәтнур Фәтҡиевтың ҡатыны була. - Афарин! Тырышлығың да, белемең дә бар, - тип маҡтай. Киләһе йылға 2-се урта мәктәбен тамамлаған Роза Яруллина рус гәзитенә корректор булып эшкә килә. Ҡыҙҙар бик тиҙ дуҫлаша. - Уҡыу тураһында нимә уйлайһың? - тип ҡыҙыҡһына бер ваҡыт Роза. - Киләһе йылға мотлаҡ уҡырға барасаҡмын. - Ҡайҙа? - Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына инде. Коллектив уны йылы оҙата. Мөхәррир ҡыҫҡа ғына: - Уңыштар һиңә, - тип теләй. Ата-әсәһе лә һөйөнә. Рәйсә мауығып уҡый. Биш йыл тиҙ генә үтеп китә. 1973 йылда ҡулына диплом алып ул Стәрлебашҡа ҡайта. Йәнә гәзиткә тартыла. Редакцияға килә. Мөхәррир шатланып: - Бына бит! Мин һиңә яҙмышыңдыр тип әйткәйнем бит, - ти. Артабан: - Тәржемәсе вазифаһы бар. Эшкә кил. Артабан күҙ күрер, - тип хәбәр итә. Ҡыҙ ризалаша. Был ваҡытҡа редакцияла кадрҙар алмашынған була. Мөхәррир урынбаҫары Рәфҡәт Шәриповты партияның район комитетына алалар. Бик оҫта журналист Ринат Ниғмәтуллинды Федоровкаға рәйон гәзите мөхәррире итеп күсерәләр. Ә Стәрлебаш коллективына ҡәләм оҫтаһы Таһир Сәлимов ҡушыла. Бында шулай уҡ йәштәр Роза Әхмәрова,Мансур Ғиззәтуллин килә. 1973 йылда дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары булып СССР яҙыусылар союзы ағзаһы Зиннәт Ғәлимов эшләй башлай. Ул яңы йүнәлеш биреп, был бүлектең эшен йәнләндереп ебәрә тип әйтһәң дә була. Рәйсә лә был эшкә әүҙем ҡушыла. Бер йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлау тураһында диплом алып редакцияға Роза Яруллина ла ҡайта. Уны яуаплы секретарь итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта коллектив та үҙенсәлекле була. Гәзиттең тиражы арта. Бер ваҡыт Таһир Сәлимов, Зиннәт Ғәлимов «Фома Смехач көлә» рубрикаһы аҫтында фельетондар әҙерләргә ҡарар итә. Был көтөлмәгән яңғыраш ала. Ҡайһы саҡ Рәйсәне лә урамда туҡтатып: - Һин бит редакцияла эшләйһең, киләһе фельетон ҡасан сыға, белмәйһеңме? - тип һорайҙар. Әммә бындай фельетондарҙы тәржемә итеүе еңел түгел, ә Рәйсәнең был бик яҡшы килеп сыға. Мөхәррир һөйөнөп бөтә алмай. Башҡа мәҡәләләрҙе лә һәйбәт тәржемә итә ул. 1977 йыл. Зиннәт Ғәбделхаҡ улы хаҡлы ялға сыға. Бынан алда ул мөхәррир менән әңгәмәләшкәндә: - Минең урыныма кемде тәғәйенләүгә бәйле һорауҙар юҡтыр, тип уйлайым, - ти. - Әлбиттә, - тип яуап бирә Фәйзи Муллағәли улы. Шулай итеп, Ғүмәровтың әйткән һүҙҙәре хаҡ була. Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙының яҙмышы һәм ғүмере - гәзиткә бәйле була. Гәзитте сығарыуға бәйле мәшәҡәттәр һәр ваҡыт күп. Редакцияла эш бер ваҡытта ла кәмемәй. Һәм, әлбиттә, эште сифатлы һәм тиҙ башҡарыу талап ителә. Һис шикһеҙ, һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ тойорға, хатта ауыр мәлдәрҙә лә тыныс, түҙемле булырға кәрәк. Гәзитте үҙебеҙҙең типографияла баҫтырғанда, ҡайһы саҡ өйгә хатта киске сәғәт ундарҙа ла ҡайтырға тура килә. Төрлө хәлдәр булғылай. Гәзиттә ҡайһы саҡ Мәскәүҙән ебәрелгән ТАСС (Советтар Союзының телеграф агентлығы) материалдары баҫыла ине. Бер ваҡыт уларҙың береһе (һүҙ илдә мөһим ваҡиға тураһында бара) ҡалдырылған урындың яртыһынан ҡыҫҡараҡ килеп сыға. Ни эшләргә? Механик рәүештә юлдарҙы һуҙып булмай. Башҡа мәғлүмәт әҙерләргәме? Был күп ваҡытты аласаҡ. Ә кис еткән дә инде. Мөхәррир юҡ ине. Яуаплылыҡ Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙы иңенә төшә. Ул номер буйынса дежурный Т.Сәлимов менән кәңәшләшергә ҡарар итә. - Бында бер генә ысул бар, - тип тыныс ҡына әйтә ул. - Уны үҙебеҙгә тултырырға тура киләсәк. - Әммә контроль бит... - Ни хәл итәһең, - тип йылмайып яуап бирә Таһир Сәлимов. - Мәскәүҙә һәм Өфөлә миңә үпкәләмәҫтәр, тип уйлайым. Һәм ҡалған буш урынды оҫта итеп тултыра. Бер ваҡыт тәржемәсе Миңлегөл Ишмийәрова (Ғәлиева) унан: - Һине мәктәпкә эшкә саҡыралар тип ишеткәйнем, - ти. - Булды шул,- тип яуап бирә Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙы. - Һин беҙҙе ташлап китмә инде. - Уйымда ла юҡ. 1994 йылда гәзит башҡорт телендә лә сыға башлай. Ике йылдан ошо бүлек мөдире вазифаһына бик яҡшы белгес Зифа Ғилметдинова килә. Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙы менән уның араһында һәйбәт мөнәсәбәт булдырыла. Әйткәндәй, тиҫтә йылдар дауамында коллективтың башҡа ағзалары менән дә йылы аралашыу була. Шулай итеп, еңел булмаған мәшәҡәттәр менән йыл артынан йыл үтә. Р.Кәримованың (Ғиззәтуллинаның) бөтә хеҙмәт юлы бер урында ғына - редакцияла үтә. Үҙенсәлекле ҡаҙаныш. Ҙур абруй ҡаҙана, әле лә уны барыһы ла хөрмәт итә. Уның хеҙмәте билдәләнмәй ҡалмай. Ул «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының, БР Журналистар союзы идаралығының, шулай уҡ район кимәлендә Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Әле ләул тормошта булған теге йәки был хәлдәр иҫкә төшөп ала. Мәҫәлән, уның күңелендә билдәле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙә билдәле тәржемәсе, яҡташыбыҙ Ә.Синәғол (Әҙхәт Синуғыл) тураһында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттары ҡалған. Стәрлебашҡа килгәндә (ә ул йыш килә ине) Әҙхәт Мәкәрим улы мотлаҡ уның эргәһенә редакцияға инеп сыға торғайны. Ике филолог, яҡташ (икеһе лә Ҡуғанаҡбаш ауылынан) араһында ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорола ине. Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙы Ҡазанда баҫылған «Ватаным Татарстан» («Родной Татарстан») ижтимажи-сәйәси гәзитендә уның тураһында бер нисә мәҡәләһен баҫтырҙы. Әҙхәт Синуғыл 2004 йылдың ғинуарында 69 йәшендә генә Ҡазанда булғанда (Ҡырымда йәшәй ине) ваҡытһыҙ вафат була. Уны тыуған ауылында ерләйҙәр. Бер ваҡыт хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙын Роза Әхмәрова (ул да хаҡлы ялда була, ә быға тиклем - редакцияның иң яҡшы яуаплы секретары булып эшләй) үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра. Ул хәҙер Стәрлетамаҡта йәшәй. Улар байтаҡ йылдар бергә эшләгән йылдарын иҫкә алалар, әлбиттә. - Хеҙмәттәштәрем һаман да күҙ алдымда тора, - ти Роза Солтан ҡыҙы. - Бына аҙ һүҙле, һәр ваҡыт изге күңелле Инсаф Шәйехов, сағыу, айырыуса йылы тәьҫораттар ҡалдырған журналистар Ринат Ниғмәтуллин, Зиннәт Ғәлимов, Таһир Сәлимов, Виктор Белобокий, юғары эрудициялы Әҡсән Аҡсулпанов, һәр ваҡыт донъяға алдынғы ҡарашлы Флүрә Хәлиуллина, баҫалҡы, редакцияла 17 йыл эшләгән Роза Яруллина (Мәхмүтова), талантлы тәржемәселәр Миңлегөл Ишмийәрова, Бриллиант Кинйәғолова, машинистка Фәүзиә Искәндәрова. Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙы ризалашып баш ҡаға. Артабан әхирәттәр редакция коллективы - үҙенсәлекле, ижади коллектив тигән уртаҡ фекергә килә. Улар ошо абруйлы урында байтаҡ йылдар эшләгәндәре менән ҡәнәғәт. Бөгөнгө быуын да был турала онотмаһын һәм изге традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлаһын ине. Хәҙер ҙә киләсәктә редакция коллективына иң изге теләктәр генә теләге килә.

М.ҒАБЗАЛИЛОВ. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: