һөйөүсе» байрамын үткәрҙе. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө һорауҙарға яуап бирҙе, «Экология светофоры», «Ағас ултырт», «Юлдарҙы таҙарт» кеүек уйындарҙа ҡатнашты, тәбиғәт тураһында шиғырҙар һөйләне, «Һәләк итмә! Сүпләмә! Тауышланма!» тигән өс ҡағиҙәне үтәргә кәрәклеген белде. Балалар иғтибарына презентациялар тәҡдим ителде, байрам аҙағында балалар тәбиғәтте һаҡларға вәғәҙә бирҙе. Шулай итеп, кескәйҙән үк балаларҙың экологик мәҙәниәтен формалаштырыу һәм үҫтереү һәм ошо мәҙәниәтте сифатлы формалаштырғанда бала тирә-яҡ тәбиғәтте ғүмер буйына һаҡлаясаҡ һәм ҡәҙерен беләсәк, белемен киләһе быуынға тапшырасаҡ.