Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Ғинуар 2018, 15:16

Ҡартаябыҙ бит!

“Киләһе ун йылда Рәсәйҙә пенсионерҙар сафының арта барыуы көтөлә. 2025 йылға өлкән йәштәгеләр илдәге халыҡтың 27 процентын тәшкил итәсәк. Ә 2035 йылға улар эшләп йөрөгәндәрҙән күберәк буласаҡ”.

Шулай тине сираттағы конференцияла Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Алексей Вовченко.

Эксперттар белдереүенсә, һис шөбһәләнергә ярамай, был бөтә донъяла күҙәтелгән хәл. Өлкән бы­уын­дың хеҙ­мәтте яратыуын, тәжри­бәһен һәм йәштәргә ҡара­ғанда емеш­лерәк эшләүе менән аңлата улар бының сәбәбен. Бер ҡараһаң, ысынлап та, шулай кеүек. Йәш ғаилә­ләрҙең күп көсөн донъя мә­шә­ҡәттәренә, балалар үҫтереүгә йү­нәлтеүе һәр кемгә мәғ­лүм. Икенсенән, һәр кемгә үҙ һө­нә­ре буйынса тәжрибә туплаған­сы шаҡтай ғына ваҡыт үтә. Ә өлкән­дәр иһә барлыҡ бурыстарын баш­ҡарып, тыныс йәшәүгә һәм эшләү­гә күсә.

Вовченко белдереүенсә, халыҡ­тың ҡартайыуы дәүләтте һәм йәм­ғиәт­те 60 йәштәгеләр, унан өлкән­дәр­гә мөнә­сәбәтте ҡайтанан ҡарар­ға мәж­бүр итә. Киләсәктә был ҡат­лам­дың талап ителеүен йәмғиәт нисек ҡабул итергә тейеш? Бөгөн үк дәүләт был һорауға яуап бирергә бурыслы.

Әйткәндәй, өлкән йәштәгеләрҙең арта барыуы киләсәктә уларҙы социаль яҡлау, медицина хеҙмәтлән­де­реүе йәһәтенән дә сетерекле һорау­ҙар тыуҙыра. Быйыл ил Президенты Вла­димир Путин ошо юҫыҡ­та стратегик план әҙерләүҙе йөкмәт­кәйне.

Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәт­тәр академияһы проректоры Александр Сафоновтың һүҙҙәренә ҡара­ғанда, өлкән йәш­тә­геләр иҡти­са­ди йәһәттән дә дәүләткә ҙур файҙа кил­терә. Ул шулай уҡ Англияның өлкән­дәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау йәм­ғиәтенең тикше­ренеү һөҙөмтә­лә­рен өйрәнгән. Бында дәүләт хаҡ­лы ялдағыларҙы социаль яҡлауға сы­ғым­ды улар килтергән файҙаға ҡа­рағанда аҙыраҡ бүлә. Айырма – 44 миллиард фунт стерлинг. Һүҙ 65 йәштән өлкәндәр хаҡында бара. Ә 44 миллиард – уларҙың ҡул­ланыу ихтыяжынан кергән килем, түләгән һалым... “Күҙаллауҙар буйынса, 2030 йылға өлкән йәштәге инглиздәр һаны күбәйәсәк, улар менән бергә 70 миллиард фунт стерлинг сама­һына профицит ар­тасаҡ”, – тип һүҙен дауам итә эксперт.

Ә Рәсәйҙә нисек? Бөгөн беҙҙә 43,2 миллион тирәһе өлкән кеше йәшәй. Әммә уларҙың 12 миллионы эшләүен дауам итә. Хатта СССР-ҙа бындай уҡ күрһәткес булмаған.

Улар ниндәй һөҙөмтә күрһәтәме? Яҡынса 12 триллион һум ҡулланыу ихтыяжы. Һәм был 10 миллион тирә­һе эш урыны менән тәьмин итә. Әйт­кән­дәй, ҡарттар башлыса үҙе­беҙ­ҙә етеш­те­релгән продукцияға өҫтөнлөк бирә.

Рәсәйҙәге хеҙмәт баҙарына килгән­дә, бында бөтәһе лә һәйбәт түгел. Биш йыл элек Хеҙмәт кодек­сына йәш­кә ҡарап сикләүгә тө­ҙәтмә индерелһә лә, ул документта ғына йәшәй.

“Эре агентлыҡтар документтары отчеттарынан күренеүен­сә, 45 йәш­те үткәндәр эшкә урынлашҡанда кире ҡараш ме­нән осраша. Эш тәҡдим итеүселәрҙең 81 проценты үҙҙәренә өл­кәндәрҙе алыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын йәшермәй. Ә “Суперджоб.ру”, “Хедхантер.ру” кеүек ҙур платформалар аша 45 йәштән үткәндәрҙең ни бары өс проценты ғына эшкә урынлаша алған”, – ти Александр Сафонов.

Белгестәр, был юҫыҡта етәксе­ләр­­гә өлкәндәрҙең дә пред­прия­тие­ларҙа ҙур файҙа килтерә алыуын аң­латыу юҫығында эш алып барыр­ға кәрәк, ти. Беренсенән, улар­ҙың йылдар буйына тупланған тәжрибә­һе бар, хаталарға юл ҡуймайҙар. Тик­шереү­ҙәр 29 йәшкә тиклемгеләр­ҙең хеҙмәткә һәләтле­леге 55 – 60 йәштәгеләр­ҙе­кенән түбәнерәк булыуын асыҡлаған."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: