Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2018, 11:22

Яңы йылға - яңы тәҙрәләр

Яңы йыл һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерә һәм ошо мәлдә һәр ваҡыт ниндәйҙер мөғжизәләр була. Беҙҙең Йәшергән урта мәктәбендә лә шулай булды. Республикала һәм районда бер нисә йыл урындағы инициативаларға ярҙам программаһы эшләй, уҙған йылда беҙгә лә унда ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Был программаның айышы шунда - проблемаларҙы хәл итеүгә аҡсаның бер өлөшө дәүләт тарафынан бүленә, бер өлөшө - халыҡтан йыйыла, ә ниндәйҙер өлөшөн бағыусылар бирә. Йәшергән, Айтуған, Түбәнге Ибрай ауылдары халҡы, ата-әсәләрҙең ғәйәт ҙур ярҙамы менән кәрәкле сумма йыйылды. Беҙҙең мәктәптең бинаһы 1988 йылда төҙөлә һәм шул ваҡыттан алып бында бер тапҡыр ҙа тәҙрәләргә ремонт яһалмай, күп урындарҙа ағас рамдар ултырып, сереп бөткәйне. Инициатив төркөмө менән тәҙрә блоктарын өлөшләтә алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бөгөнгө көндә мәктәптә һәм балалар баҡсаһында (улар бер бинала урынлашҡан) 28 тәҙрә пластик тәҙрәгә алмаштырылды. Улар күберәк кластарҙа алмаштырылды, сөнки балалар күп ваҡыттарын тап шунда үткәрә. Хәҙер бында күпкә яҡтыраҡ һәм йылыраҡ, сөнки пластик тәҙрәләр туңмай. Уҡытыусылар коллективы, ата-әсәләр һәм, әлбиттә, балалар ошо изге эштә әүҙем ҡатнашып, финанс ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла сикһеҙ рәхмәт белдерә. Ошо проектта ғына түгел, тотош уҡыу йылы дауамында бер нисә тапҡыр матди ярҙам күрһәткән бағыусыларға айырыуса рәхмәт әйтке килә. Былар - Вадим Кинйәбуҙов, Илнур Сабирйәнов, Рауил Хәйруллин, Ильяс Шафиҡов, Винер Шәйхулов, Азат Заһиҙуллин, Рәфис Насретдинов, Алһыу Камаева, Дамир Ишембәтов, Флүз Исмәғилев, Илгиз Абдуллин, Хәлил Солтанов, Миләүшә Нурғәлиева. Шулай уҡ Йәшергән ауылының ике мәсет етәкселәре Минеғәзим Әлмөхәмәтовҡа һәм Назим Ғәлиевҡа, урындағы ауыл биләмәһе башлығы Нияз Ғимазовҡа мәктәпкә финанс ярҙам күрһәтеүҙән тыш, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү һәм уҡытыу мәсьәләләрендә булышлыҡ иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар һәм именлек теләйбеҙ. Ошо программала ҡатнашып, бергәләшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләһәк кенә барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуыбыҙға инандыҡ. Гөлсинә НАСРЕТДИНОВА, Йәшергән урта мәктәбенең директор вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас: