Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Ғинуар 2018, 11:12

Улар тураһында иҫтәлек - мәңге хәтерҙә

29 декабрҙә локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар стелаһында Совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингентын Афғанстанға индереүҙең 38 һәм ғәскәрҙәрҙе Чечен Республикаһына индереүҙең 23 йыллығына бағышланған митинг булды.

Унда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны А.М.Абдрахманов йыйылды. Йыйылыусылар стелаға ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалды. Митингта ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров сәләмләне. - Һеҙ һуғыш шаһиттары булдығыҙ, намыҫлы хеҙмәт иттегеҙ һәм бурысығыҙҙы теүәл үтәнегеҙ. Бөгөн беҙ хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булғандар һәм тыуған яҡтарына ҡайтҡас вафат булғандарҙың иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, шулай уҡ яҡындарын юғалтҡандарҙың ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, - тине ул телмәрендә. Митингта шулай уҡ һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов сығыш яһаны. Йыйылыусылар бер минут тын тороп һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Митинг тамамланғандан һуң, традицияға ярашлы, иҫтәлеккә фотоға төштө. Фәнис Абдуллин, яугиринтернационалист, Стәрлебаш ауылы: Армия хеҙмәтен 1987 йылда Хорог сик буйы отрядында башланым, бында өс ай эсендә һуғышта кәрәк буласаҡ барлыҡ нимәгә өйрәттеләр. Артабан Шерхан портына күсерҙеләр, бында дембелгә тиклем хеҙмәт иттем. Ғәскәрҙе сығарғанда колонналарҙы оҙатыуҙа ҡатнаштым. Мин - аралашыусан кеше, әлеге көнгә тиклем хеҙмәттәштәрем менән

бәйләнеште өҙмәйем. Аралашабыҙ, мөмкинлек булған һайын осрашабыҙ, эргәбеҙҙә булмағандарҙы иҫкә алабыҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә! Мөнир Абсаттаров, Чечен һуғышында ҡатнашыусы, Хәлекәй ауылы: Хәрби хеҙмәткә 1993 йылдың ноябрендә алындым. Тәүҙә Һамар өлкәһендә булдым, артабан беҙҙе Приднестровье, унан 1995 йылдың мартында - Чечняға күсерҙеләр. Червленая-Узловая станцияһын, һуңынан Ханкала ҡалаһы аэродромын

һаҡланыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәттәштәремдең яҙмышы тураһында белмәйем - уларҙың адрестары яҙылған блокнотты Чечняла юғалттым. Уларҙы Интернет аша эҙләп ҡараясаҡмын, бәлки кемделер табырмын. Ә былай, яугиряҡташтарым менән йыш аралашам. Ошондай митингтарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Һәләк булған егеттәрҙең яҡты иҫтәлеген хөрмәтләүҙән башҡа улар өсөн бер нимә лә эшләй алмайбыҙ шул.Үҙ хәбәрсебеҙ. Ф.ЙОСОПОВА фотоһы.
Читайте нас: