Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2018, 11:01

Ул - күптәр өсөн үрнәк!

Мин райондағы эшҡыуарҙар һәм фермерҙар эше менән 1995 йылдан уҡ таныш. 20 йыл эсендә берәүҙәр үҙ эштәрен асып, уңышлы эшләп киттеләр, икенселәре башланылар ҙа - ташланылар, өсөнсөләре иһә бер башлап, бер ташлап, йәнә эш асып, һөҙөмтәләргә ирешергә тырыша. Сөнки беҙҙең заманда үҙеңә эшләү, тәү ҡарашҡа, ябай ғына күренһә лә - еңел түгел.

Йәшергән ауыл Советы ауыл биләмәһе территорияһында эшҡыуарлыҡ һәм фермерлыҡ киң йәйелдерелгән. Быға ҡаланан һәм район үҙәгенән алыҫ урынлашыу, урмандар, мал тоторға көтөүлектәр, бесәнлектәр етерлек, бал ҡорттары үрсетергә бөтә шарттар булыуы булышлыҡ итә. Бөгөн Йәшергән ауылынан Ғимазовтар, Ғиләжевтар, Нуриевтар, Айтуғандан Кинйәбуҙовтар, Түбәнге Ибрай ауылынан Насретдиновтар, Шафиҡовтарҙың малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарында эштәре көйлө генә бара. Ә бына эшҡыуарҙар Венер Шәйхулов, Рәфил Әхмәҙиев һәм Илнур Сабирйәнов көнбағыш майы һыҡтырыу менән шөғөлләнәләр. Күптән түгел бер танышым үҙе менән бергә Түбәнге Ибрай ауылына Сабирйәновтарға көнбағыш илтеп килеүемде һораны. Алдан шылтыратып, беҙҙе тиҙерәк хеҙмәтләндереүен һораным. - Килегеҙ. Эшләрбеҙ, - тип ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе ул. Ысынлап та , беҙҙе тиҙ хеҙмәтләндерҙеләр. Эшселәрҙең береһе көнбағыштың дымлылығын тикшерҙе, икенсеһе бушатты, өсөнсөһө тейешле күләмдә майҙы сығарып та бирҙе. Төшкө ял ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла теүәл эшләй. Бина эсендә таҙа, бөхтә, цехҡа килеү юлдары һәйбәт, СССР осорона ҡайтҡан кеүек булдым. И.Сабирйәновтың ғаиләһен 1996 йылдан алып беләм. Ул ваҡытта Илнур колхозда (хәҙер «Альянс» йәмғиәте) инженер булып эшләй ине. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан беҙ - район ауыл хужалығы идаралығы белгестәре Эрнест Яҡупов, Риф Ғәлләмов, Фәнил Минибаев, Фларит Искәндәров һәм ошо юлдар авторы механизаторҙарға аттестация үткәрә инек. Эштәр тамамланғас, Илнур беҙҙе мотлаҡ ата-әсәһенә төшкө ашҡа алып ҡайта торғайны. Әсәһе Кәүсәриә апай менән тормош иптәше Зөмәрә ханым әҙерләгән аштың тәме әле лә иҫтә. Ә атаһы Әхтәм ағайҙың фәһемле кәңәштәре, тормоштағы төрлө мәсьәләләрҙе нисек хәл итергә өйрәтеүҙәре күңелгә һеңеп ҡалған. Бөгөнгө көндә лә Илнурҙың эштәре көйлө генә бара, тип әйтеп булмай.Тормош бит ул. Цехта ватылыуҙар ҙа, май һатыуҙа ҡыйынлыҡтар ҙа булып тора. Әммә мин уның ҡыҙып-ҡыҙып, ҡысҡырып, асыуланғанын ишеткәнем юҡ, ул барыһын да тыныс ҡына әҙәпле итеп эшләй һәм хәл итә. Илнур тормош иптәше менән ҙур йорт һалып сығып, матур итеп йәшәйҙәр, Айнур, Эльвина һәм Ислам исемле өс бала үҫтерәләр. Оло улдары Өфө нефть институтын тамамлап, заводта эшләй, икеһе мәптәптә уҡып йөрөй. Балалары ата-әсәһенең күҙ ҡарашынан нимә әйтергә уйлағанын аңлап, бәхетле тормошта йәшәйҙәр. Көн буйына юлда, эштә йөрөп арығандан һуң, Илнур кистәрен спорт залында волейбол уйнарға ла ваҡыт таба. 2012 йылда беҙ Илнур менән райондан Ҡазанға Бөтә Рәсәй эшҡыуарҙар съезына барҙыҡ. Өс көндә республика ауылдары һәм Ҡазан ҡалаһы буйлап күп нимәләр күреп, өйрәнеп ҡайттыҡ. Шул ваҡыттан алып Илнурҙы был форумға, шулай уҡ Рәсәй татарҙар һабантуйына йыл һайын саҡыралар. Уҙған йәй Йәшергәндә Татар милли мәҙәниәте көндәре үткәрелде, бында ла Илнур әүҙем ҡатнашты Ул шулай уҡ үҙенең ауылында ауылдаштаряҡташтар осрашыуын матур һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо, бында өс йөҙҙән ашыу кеше йыйылды. Тыныс холоҡло, изге эштәр, бихисап саралар үткәргәндә бағыусылыҡ ярҙамы менән ул яҡташтары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған. Шуға ла уны ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар, һәр төрлө ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәләр. Бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡай телендә һөйләшеп, ауылдың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеп, тырышып эшләп йәшәгән Илнур Әхтәм улы Сабирйәнов кеүек көслө рухлы егеттәр булғанда ауылдың даны оҙаҡ йылдар дауам итер һәм уның халҡының киләсәккә ышанысы артыр.

Фәрит ИСКӘНДӘРОВ. Стәрлебаш ауылы. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: