Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2018, 10:55

Түшәм ремонтлағанда - газ менән һаҡ булығыҙ

Бөгөнгө көндә тарттарып ҡуйыла торған түшәмдәр һәр ҡайҙа ла киң таралыу алған. Беҙҙең республика халҡы фатирҙарында ла улар бар. Монтаждың ябайлығы, тиҙ урынлаштырыу һәм бындай түшәмдәрҙең ҡиммәт булмауы ҡыҙыҡтыра. Әммә уның бихисап ыңғай яҡтары булһа ла, монтажлаусылар, шулай уҡ фатир хужалары, йортта йәшәүселәрҙең барыһының да ғүмере һәм сәләмәтлегенә етди хәүеф янауын да оноторға ярамай.

Һуңғы ваҡытта тарттырып ҡуйыла торған түшәмдәр урынлаштырғанда шартлау һәм янғын осраҡтары йышайҙы, сөнки уларҙы монтажлағанда йылытыу пушкаһы ҡулланыла. Йылытыу пушкаһы шыйыҡландырылған газ

менән эшләй, шуға күрә тарттырып ҡуйыла торған түшәмде монтажлаған урында һәр ваҡыт тирә-яҡтағылар өсөн хәүеф сығанағы булып газ баллоны тора. Рәсәйҙә, шулай уҡ беҙҙең төбәктә ла газ

баллондары шартлау хәүефле даимилек менән оҙатылыуын билдәләргә тура килә. Былтыр ғинуар айында Белорет ҡалаһында фатирҙа газ баллоны шартлап, бер кеше һәләк булған, икеһе йәрәхәтләнгән. Апрель айында Татарстанда шәхси өйҙә шулай уҡ бер кеше һәләк булған, икеһе зыян күргән. Сентябрҙә Алтай крайында биш кеше зыян күргән. Ноябрҙә Ижевск ҡалаһында ете кеше һәләк булған. Ошо борсоулы статистиканы иҫәпкә алып, фатирҙа ремонт яһау ысулдарын һайлағанда, хәүефһеҙ вариантҡа баҫым яһау зарур. Тарттырып ҡуйыла торған түшәмдәрҙе

монтажлағанда электр йылытыу пушкаларын файҙаланырға йәки газ баллонын тышҡа урынлаштырып, газ үткәреү шлангтарының хәүефһеҙлегенә иғтибар итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көнкүреш газ баллондарынан файҙаланғанда ҡулланыусылар үҙҙәре хәүефһеҙлек тәьмин итергә бурыслы, сөнки яуаплылыҡ улар өҫтөнә төшә. Сөнки ҡыҫылған, шыйыҡландырылған һәм иретелгән газдар тултырылған баллондарҙы күсергәндә, һаҡлағанда һәм файҙаланғанда айырым хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе талап итә, айырыуса, ҡышҡы осорҙа.

«Газпром газ бүлеү Өфө» акционерҙар йәмғиәте.


Читайте нас: