Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2018, 11:12

Мотлаҡ медицина страховкалауҙың биш мөһим сере

Беҙҙең илдә аҡса түләп дауаланыу күпкә яҡшыраҡ һәм ышаныслыраҡ тип фаразлай Рәсәй халҡы. Был пациенттарҙың күбеһенең йыш ҡына дәүләт медицина учреждениеларында үҙ хоҡуҡтарын белмәүенә бәйле. Улар мотлаҡ медицина страховкалау (ММС) системаһының ниндәй мөмкинлектәргә эйә булыуын да күҙ алдына килтермәй.

Ҡулығыҙҙа ММС полисы булғанда мотлаҡ медицина страховкалау системаһының серҙәре һәм ниндәй хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкин булыуы тураһында беҙ СОГАЗ-Мед страховка компанияһының Өфө филиалы директоры Диана Таһир ҡыҙы Фәрәхованың һөйләүен һораныҡ.

Медицина ярҙамы һәр төбәктә

Бөгөн мотлаҡ медицина страховкаһының база программаһына ярашлы кешегә илдең теләһә ниндәй төбәгендә медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Йәғни был осраҡта һинең ҡайҙа йәшәүең һәм ниндәй адрес буйынса теркәлеүең мөһим түгел. Төп ҡағиҙә — ҡулыңда полис булыу. Тик шуныһы — ауырыуҙар күп булған осраҡта дауалау учреждениеһы яңы пациенттан баш тартырға ла хоҡуҡлы. Уның ҡарауы, кешенең дәүләт һәм муниципаль дауалау учреждениеларынан тыш мотлаҡ медицина страховка системаһына ингән ведомство йәки шәхси дауалау учреждениеһын һайлау хоҡуғы ла бар. Ҡулында медицина полисы булған пациент страховкалау системаһына ингән медицина учреждениеһында өҫтәмә аҡса түләргә тейеш түгел. Бары юғары кимәлдәге уңайлыҡтар тыуҙырылған палата өсөн йәки үҙенең һорауы буйынса машина менән өйөнә оҙатҡанда, йә иһә икенсе дауалау учреждениеһына илткәндә, медицина күрһәтмәләре буйынса ҡаралмаған махсус тәрбиә күрһәтелгәндә генә пациенттың өҫтәмә аҡса түләүе ихтимал.Ҡалған барлыҡ медицина ярҙамы түләүһеҙ күрһәтелә.

Шәхси клиникаға - полис буйынса бушлай

2011 йылда уҡ ҡайһы бер коммерция клиникалары ММС системаһы даирәһендә медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге алды. Шуның өсөн ҡулыңда ММС полисы бар икән, теләһә ниндәй шәхси клиникала бушлай дауаланырға мөмкин. «ММС полисы буйынса ҡайһы коммерция медицина үҙәгенә бушлай мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы булыуығыҙҙы үҙегеҙ йәшәгән төбәктең мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фондында йәки страховка медицина ойошмаһының сайтында белергә мөмкин, - тип һөйләй Диана Таһир ҡыҙы. - Әгәр ҙә медицина ярҙамы алырға теләһәгеҙ, баш табипҡа ғариза яҙып, шәхси клиникаларға беркетелергә кәрәк». Шуға иғтибар итегеҙ, ММС системаһында ҡатнашыусы шәхси структуралар үҙҙәрендә түләүһеҙ нигеҙҙә алырға мөмкин булған медицина хеҙмәттәренең тулы исемлеген пациенттарға еткерергә бурыслы. Мәғлүмәт уңайлы урында - регистратурала, йәки медицина ойошмаһының рәсми сайтында урынлаштырылырға тейеш.

Мотлаҡ медицина страховкалау буйынса консультант һәр кемдә бар

Миҫал өсөн беҙ банкка килгәндә клиент һәм структура араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе консультант була. Уға һәр ваҡыт ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп, һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Мотлаҡ медицина страховкалау системаһында ла шундай консультанттар булыуы һәм уларҙың страховка вәкилдәре тип йөрөтөлөүен бөтәһе лә белмәй. «Страховка вәкилдәре мотлаҡ медицина страховкалау системаһында граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн кәрәк, - дип билдәләй Диана Таһир ҡыҙы. – Йыш ҡына кеше кәрәкле медицина ярҙамын нисек алырға белмәй. Барлыҡ һорауҙар менән үҙегеҙ мотлаҡ медицина страховкалау полисы алған компанияның страховка вәкилдәренә мөрәжәғәт итергә мөмкин». Страховка вәкилдәренең консультацияһын алыу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләүсе элемтә-үҙәккә шылтыратырға йәки страховка медицина ойошмаһы офисына килергә мөмкин. Бынан тыш, консультанттар ҡайһы бер медицина учреждениеларында ла бар – уларҙы поликлиникала табырға мөмкин. Дауаланыу ғына түгел, профилактика ла

Мотлаҡ медицина страховкалау полисы һеҙгә дауаланыу хоҡуғы ғына бирмәй, үҙегеҙҙең сәләмәтлек торошон даими тикшереү мөмкинлеге лә бирә! Был бик мөһим, сөнки күпселек сирҙәр үҙҙәрен бер нисек тә һиҙҙермәй. Ҡулында мотлаҡ медицина страховкалауполисы булған һәр кем өс йылға бер тапҡыр түләүһеҙ диспансерлаштырыу даирәһендә үҙенең сәләмәтлек торошон тикшертергә хоҡуҡлы. Диспансерлаштырыу ағымдағы йылда 21, 24, 27 һ.б. йәштәре тулған йәки тулыусы страховкаланған шәхестәргә үткәрелә. Балалар, һуғыш ветерандары һәм инвалидтар диспансерлаштырыуҙы йыл һайын үтергә хоҡуҡлы. Әгәр йәшегеҙ буйынса быйыл һеҙ түләүһеҙ диспансерлаштырыу тейеш булғандар араһына инмәһәгеҙ, әммә тикшеренергә теләйһегеҙ икән, бынан сығыу юлы бар. Был профилактик медицина тикшереүе мотлаҡ медицина страховкалау полисы булғандар уны ике йылға бер тапҡыр үтергә хоҡуҡлы.

Мотлаҡ медицина страховкалау полисы буйынса яһалма аталандырыу

Мотлаҡ медицина страховкалау системаһы сиктәрендә түлһеҙлекте дауалауҙа экстракорпораль аталандырыу ҙа үткәрелә. Процедура үткәреүгә мохтаж пациенттарҙы дауалаусы табип медицина күрһәткестәренә ярашлы һәм килешмәүҙәр булмауҙы иҫәпкә алып, тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса ЭКОға ебәрә. Бындай «пробиркала аталандырыу» процедураһы мотлаҡ медицина страховкалау фондының страховка осраҡтары исемлегенә инә. Сират РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығында формалаштырыла. Был ваҡытта һеҙ ниндәй төбәктә теркәлеүегеҙ йәки йәшәүегеҙгә ҡарамаҫтан, ЭКО башҡарыусы һәм мотлаҡ медицина страховкалау территориаль программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы медицина ойошмалары исемлегенән клиниканы һайлап алырға хоҡуҡлы.

Төбәктә мотлаҡ медицина страховкалау буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса һорауҙарығыҙҙы СОГАЗ-Мед тәүлек әйләнәһе элемтә-үҙәгенең 8-800-10007-02 телефоны аша (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай), шулай ук www. sogaz-med.ru. сайтының онлайн-чатында бирә алаһығыҙ.


Читайте нас: