Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2018, 10:50

Бәхеттәренә күҙ теймәһен

Ҙур булмаған Новый мир ауылында йорттар һаны бер тиҫтәнән дә ашмай. Йәштәр юҡ тиерлек. Ә урын бында бик матур! Күңеленә тыныслыҡ эҙләгәндәр өсөн бында ожмах. Йәнәшәлә генә йылға аға, баҫыуҙарҙың иге-сиге юҡ. Урам осонда (ул бында берәү генә) бер нисә йыл эсендә тиерлек тимер ихаталы, кирбестән һалынған ҙур өй менән матур йорт хасил булды. Йортта - бер кәбән бесән, ә өй артында - ҙур булмаған һарай, ялан кәртәлә быҙауҙар йөрөй.

Бында быйыл бергә татыу ғүмер кисереүҙәренең ун йыллығын билдәләгән Зилиә һәм Айрат Һөйәрембәтовтар йәшәй. Ошондай татыу, бәхетле ғаиләгә ҡарап тороу һоҡланғыс. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында таныша һәм шунда уҡ бер-береһен оҡшата. Бер аҙна тирәһе осрашып йөрөгәс, өсөнсө осрашыуҙан һуң йәш егет Зилиәгә тәҡдим яһай. Уға шул саҡта 18 йәш кенә тулған була. Туйҙан һуң улар егеттең тыуған ауылы - Ҡабыҡҡыуышта төпләнергә ҡарар итә. Ата-әсәләре менән бергә йәшәйҙәр. Айрат Зәйнулла улы бер ни тиклем ваҡыт вахта ысулы менән эшләй, артабан мал үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Тәүҙә Рәсәйҙә етештерелгән машина һатып алалар, аҙаҡ - иномарка. Үҙҙәренә оҡшаған участка табып, күрше ауылда өй һалырға булалар. Йәштәр программаһы буйынса сиратҡа тороп, сертификат алалар, ҡыҙҙары тыуғандан һуң бирелгән «Әсәлек капиталы»ла бик ярап ҡала. Һөйәрембәтовтарҙың балалары өсәү. Исламға һигеҙ йәш, Руфина - балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң кесеһе Рамазанға - бер йәш. - Өйөбөҙгә күптән түгел генә күсендек. Мал-тыуарҙы килтерергә генә ҡалды. Әлегә йәш мал өсөн ваҡытлыса ялан кәртә эшләнек. Туғыҙ һыйырыбыҙ ата-әсәйебеҙҙә ҡалды. Көнөнә ике тапҡыр һыйыр һауырға барабыҙ. Атаәсәйҙәребеҙ ҙә беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә, - тип һөйләй Һөйәрембәтовтар. Берәүгә лә сер түгел, ауылда лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән эште көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә табып булмай. Шуға ла ауыл халҡы өсөн берҙән-бер килем сығанағы - малсылыҡ. Әммә, хужалыҡты алып барыу ауыр эш, ул ялҡауҙарҙы яратмай. Әммә көндәлек хәстәрлектәр һәм мәшәҡәттәр Һөйәрембәтовтарҙы ҡурҡытмай. Һөт, ҡаймаҡ һәм эремсекте улар баҙарҙа һата. Итте йәрминкәлә һатырға тырышалар, сөнки шулай килемлерәк. Киләсәктә эре мал һанын арттырырға ниәтләйҙәр. Әммә бының өсөн тәүҙә мал өсөн һарай төҙөргә кәрәк, бының менән быйыл йәй шөғөлләнергә уйлайҙар, сөнки өй һалғанда һарай төҙөп өлгөрмәйҙәр. Ә бына өйҙө ниндәй ҙур итеп һалғандар! Зауыҡлы мебель ҡуйылған ҙур аш бүлмәһе, өс бүлмә, ә ҡунаҡтар бүлмәһендә велосипедта йөрөһәң дә була! Өйҙәге барлыҡ биҙәү эштәрен хужа үҙе башҡара, һәр мөйөштә таҙалыҡ һәм тәртип урынлашҡан, һәр ерҙә хужабикәнең оҫта ҡуллы булыуы һиҙелә. Өйҙәге шарттар - ҡаланыҡынан кәм түгел. Крандан һыуыҡ һәм эҫе һыу аға, өй газ менән йылытыла, санузел бар. Ванна өсөн урын да ҡалдырғандар. Өйҙөң ҡаршыһында - ҡайынлыҡ, унда йәй буйына ҡоштар һайрай, көҙөн ағастарҙан төрлө төҫтәге япраҡтар ҡойола, ә ҡышын бәҫ ҡунған ҡайындар хас та кәләш кеүек баҫып тора. Бында рәссамды саҡыртып, картина яҙҙырырға мөмкин. - Бындағы тәбиғәт хозур! Әммә насар юлдар ғына күңелде ҡыра. Миңә үҙемә лә рулгә йыш ултырырға тура килә. Балаларҙы мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына алып барып - ҡайтырға кәрәк, көнөнә бер нисә тапҡыр Ҡабыҡҡыуышҡа барабыҙ. Ауыл эсендәге юл яҙғы һәм көҙгө осорҙа батҡаҡҡа әйләнә, - тип һөйләй Зилиә Йомағол ҡыҙы. - Ә бына ҡышын был йәһәттән проблема юҡ. Трассаға тиклем юлды ваҡытында ҡарҙан таҙарталар. Һөйәрембәтовтарҙа ҡунаҡта булып, эшһөйәр, ныҡышмалы һәм егәрле булһаң, ауылда ла һәйбәт йәшәргә мөмкин булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ! Айрат һәм Зилиә хужалыҡ эштәрен дә башҡарып өлгөрә, балаларын да тәрбиәләй, етеш йәшәй ҙә. Улар үҙҙәре өсөн бына шундай тормош һайлаған, ғүмер һуҡмағынан улар бер-береһен аңлап, ҡулға-ҡул тотоношоп һәм ярҙамлашып атлай.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: