Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ғинуар 2018, 11:10

Тамаша матур һәм күңелле үтте

Уҙған Әтәс йылы аҙағында - Яңы йыл алдынан ямғыр яуып, шундай һөйөү менән эшләнгән боҙ һындарҙы иретте, ҡыйыҡ баштарынан тамсылар тамды, ә һуңынан юлдар боҙлауыҡҡа әүерелде. Әммә байрам алдынан һауа торошоноң көйһөҙләнеүе берәүҙең дә кәйефен төшөрә алманы. Һәм шуға ла 28 декабрҙә район Мәҙәниәт йортона Яңы йыл тантанаһына килеүселәрҙең кәйефе байрамса ине. Ә концертта шундай матур, ғәҙәти булмаған тамашаны ҡараған тамашасылар бихисап ыңғай тәьҫораттар алды.

Яңы йыл - иң яратҡан, көтөп алынған, шатлыҡлы һәм күңелле байрамдарҙың береһе. Шуға ла тамаша залында халыҡтың шығырым тулы булыуы ғәжәйеп булманы. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров йыйылыусыларҙы етеп килгән 2018 йыл менән ихлас ҡотланы. Эш урынында райондың именлеге өсөн тос өлөш индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе ул. 2017 йылда әһәмиәтле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө - ауылдарҙы төҙөкләндереү, парктарҙы йәшелләндереү, юлдарҙы ремонтлау буйынса әһәмиәтле проекттар старт алды. Район халҡы урындағы инициативаларға ярҙам программаһында ҡатнашты, бөртөклөләрҙең юғары уңышын йыйып алды. Республика һәм Рәсәй кимәлендәге мәҙәни-спорт сараларында еңеү яуланы. - 2018 йылда районыбыҙ йылъяҙмаһында яңы бүлек асыласаҡ. Уның ниндәй булыуы үҙебеҙҙән тора, - тине Фәнүр Зөфәр улы. - Әйҙәгеҙ бергәләп районыбыҙ тағы ла байыраҡ, уңышлыраҡ, ә унда йәшәүсе һәр кем һәйбәтерәк йәшәһен, бәхетле булыуын теләйек. Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ, хәстәрлекле һәм изгелекле булайыҡ. Барлыҡ уй-хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын. Сара йылдың төп байрамына район үҙәген һәм ауылдарҙы биҙәүгә фантазия һәм тырышлыҡ һалғандарҙы бүләкләү тантанаһы менән дауам итте. Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә еңеүселәргә Дипломдарҙы һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Фәнүр Зөфәр улы ғына түгел, бағыусы-эшҡыуарҙар Айрат Фәрхшатов, Тамара Иванова, Венера Ғәлиева, Гөлсинә Фәхриева, Альбина Искәндәровалар ҙа тапшырҙы. Ауыл биләмәһе территорияһын иң яҡшы биҙәгән өсөн Гран-при Стәрлебаш ауыл биләмәһенә тапшырылды. Өс призер араһында шулай уҡ Ҡарағош, Күндерәк, Ямғырсы һәм Хәлекәй ауыл биләмәләре. Бина алдарын һәм тирәяҡ территорияны иң яҡшы биҙәгән өсөн шәхси эшҡыуарҙар араһында Айрат Фәрхшатов («Нива» ҡулланыусылар ймғиәте), Эдуард Йомадилов, Фидан

Вәлиев («Инфинити»), ә Стәрлебаш ауылында йәшәүсе Юлия Киселева - өйөн иң матур биҙәгәне өсөн бүләкләнде. Ойошмалар араһында был номинацияла өс еңеүсе араһында район Мәҙәниәт йорто, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы. Иң яҡшы боҙ һындар конкурсында линия-техник цехы (район элемтә узелы) коллективына 2018 йыл символы - Эт һынын оҫта яһағандары өсөн Гранпри бирелде. Еңеүселәр иҫәбендә шулай уҡ «Жилищник» йәмғиәте, район биләмә-ара китапханаһы, Балалар сәнғәт мәктәбе, Пенсия фонды идаралығы, 1 һанлы балалар баҡсаһы. Ойоштороусылар бер кемде лә онотманы, район үҙәгендә Боҙ ҡаласығын биҙәүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр һәм Дипломдар тапшырылды. Артабан матур концерт булды (сценарий авторы - Зөлфиә Ғизетдинова). Уҙған йыл символы - Тауыҡ (Әлмира Ибраһимова)

һәм 2018 йыл символы - Эт (Венера Латипова), «Эстәрле» халыҡ театры артистарының талантлы уйыны, Яңы йыл мотивында концерт номерҙары, фото- һәм видео-слайдтар, « К ө м ө ш м о ң д а р » баянсылар, «Серебряночка» ветерандар, «Моң шишмә» фольклор ансамблдәренең, «Бала-саҡ планетаһы» Балалар ижад йортоноң бейеү берләшмәһе, «Умырзая», «Йәш йөрәктәр» вокаль ансамблдәре, Ҡуғанаҡбаш ауыл мәҙәниәт йорто, «Фламинго-дубль» эстрада бейеү, «Стәрлебаш бөркөттәре» эстрадафольклор коллективтарының дәртле сығыштары, Гөлфизә Хәйруллина, Рөстәм Ғәлиев һ.б. башҡарыуындағы йырҙарҙы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Артабан традиция буйынса йыйылыусыларҙы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡотланы. Тамашасыларҙың дөйөм фекере буйынса концерт бик тамашалы булды, барыһына ла яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға байрам өсөн ҙур рәхмәт.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: