Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ғинуар 2018, 11:12

Эт йылына изге өмөттәр бағлайыҡ

Бына 2018 йылды - Һары эт йылын да ҡаршыларға насип булды. Әммә ҡар әҙ булыуға ҡарамаҫтан, район халҡы Яңы йылды күңелле ҡаршы алды. Кемдер яҡындары, кемдер дуҫтары һәм коллегалары менән. Ә кемдер эш урынында.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын тыңлағандан һуң, стәрлебаштар, традицияға ярашлы, Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Денисовтың ҡотлауын ишетергә, байрам концертын тыңларға үҙәк майҙанға, төп шыршыға ашыҡты. Төрлө боҙ һындар һәм шыршы-ҡупшыҡай ҡуйылған төҫлө уттар менән балҡыған майҙан һоҡланғыс һәм шығырым тулы ине. Күктә салют уттары балҡыны, ә кешеләр бер-береһен Яңы йыл байрамы уңайынан ҡотланы. Ҡотлау һүҙендә Эдуард Анатольевич 2018 йыл барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләргә - именлек, мөхәббәт килтереүен, ә илебеҙҙә тыныслыҡ, бәхет һәм ғәҙеллек булыуын теләне. Ә һуңынан матур Яңы йыл концерты булды. Гөлфизә Хәйруллина, Рөстәм Ғәлиев, Гөлйөҙөм Сәйепова, Регина Әхмәрова, Хәтимә Ғәфиәтуллина һәм башҡа үҙешмәкәр артистар был төндә йыйылыусыларға матур йырҙар һәм йөрәк йылыһы бүләк итте. Ҡыш бабайһыҙ, Ҡарһылыуһыҙ, йыл символы - Эттәрһеҙ, шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнауҙан, тау шыуыуҙан башҡа Яңы йылды күҙ алдына килтереү мөмкинме? Концерттан һуң яҡшы кәйеф алған халыҡ майҙанда башҡорт һәм татар бейеү көйҙәренә һәм заманса музыкаға дәртләнеп бейене. Балалар һәм үҫмерҙәр тау шыуҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, рәхәтләнеп күңел асты. Быларҙың барыһын да ситтән байрамда еңел булмаған хеҙмәт алып барған тәртип һаҡсылары күҙәтеп торҙо. Байрамдан халыҡ иртәнге сәғәт өстә таралышты. 2018 йыл үҙ хоҡуҡтарына инде. Ул уңышлы һәм һәйбәт ваҡиғаларға бай булын.

Рәйсә МУСИНА.


Читайте нас: