Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Ғинуар 2018, 11:15

Бәхетле рекордсылар Айҙарәлелә йәшәй

Хәл, ысынлап та, үҙенсәлекле. Ә ул былайыраҡ була. 2017 йылдың йәйендә Илдар Йосопов атаһына: - Етте һиңә ошо «тройка»ңда йөрөргә. Үтилгә тапшырабыҙ, - ти. Тапшырыу пунктында Исмәғил Усман улы тулҡынланып: - Ярай, хуш инде. Утыҙ ете йыл миңә хеҙмәт иттең, - ти машинаһына һуңғы тапҡыр ҡарап. Айҙарәлегә ҡайтып еткәс ул улына: - Мин хәҙер машинаһыҙ нимә эшләйем? - ти. - Һиңә нимәгә кәрәк ул. Үҙеңә һикһән туғыҙ йәш икәнен оноттоңмы ни? Киләһе йыл туҡһан йәшеңде билдәләйбеҙ. - Миңә бит мәсеткә, ҡайһы саҡ ауылға, район үҙәгенә - дарыуханаға, магазиндарға ла барырға кәрәк бит. Илдар атаһын күндереп булмаясағын аңланы. Өс аҙнанан ҡулдан «Жигули» һатып алалар. Машина ла һәйбәт кенә, күп тә йөрөтөлмәгән. Сентябрҙә Буҙатҡа барып ҡайталар. Тормош иптәше Сәғүрә Зәйнулла ҡыҙы: - Молодис. Һәйбәт йөрөтәһең, - тип маҡтап ҡуя уны һуңынан.

Уларҙың тормошонда ниндәй генә хәлдәр булмай, нимәләр генә күрмәй улар! 1941 йылдың декабрендә Айҙарәле ауылында колхоз рәйесе Усман Йосопов фронтҡа саҡырыу ҡағыҙы ала. Уның улы Исмәғил киләһе йылына ауырлыҡтар менән күрше Тәтер-Арыҫлан ауылы мәктәбендә етенсе класты тамамлай. - Әйҙә, улым, бригадаға етәкселек ит, - ти ноябрь айында 14 йәшлек үҫмергә колхоз рәйесе Кәбир Хәкимов. - Үҙең күреп тораһың, эшсе ҡулдар етешмәй. Бик ауыр көндәр. Ауылда, һәр ерҙәге кеүек, аслыҡяланғаслыҡ. 1943 йылдың февралендә ағаһы Минияр ҙа фронтҡа китә. Башҡа ҡайтмаясағын белгән кеүек, моңһоуланып ҡына һаубуллаша. Шулай була ла. Май айында сәсеү эштәре ваҡытында баҫыуға һыбайлы сабып килә: - Ауыл яна! Бер урамда ҡаралтыҡураһы менән 14 йорт көлкүмергә әйләнә. Зәлифә Йосопованың ете балаһы, иң бәләкәйе Мөнәүәрәгә - ике йәш. Кискә табан янып бөткән өй янан килеп Мәғфиә өләсәһе Зәлифә менән балаларын үҙенә алып ҡайтып китә. Өйҙәре янған башҡалар ҙа ҡайҙалыр урынлаша. Киләһе йылдың йәйендә Нәғимә апалары Йосоповтарға йәшәү өсөн келәтен бирә. 1946 йылдың февралендә ғаилә башлығы ҡайта. Ҙур булмаған өй һалып сығалар. Ә Исмәғил? Йәшлек йәшлек инде ул. Ауылдың иң һылыу ҡыҙы Сәғүрә Фәтҡуллинаға күҙе төшә. Ул Стәрлетамаҡта бухгалтерҙар курсында уҡый. - Исмәғил иң шәп егеттәрҙең береһе - үҙе һомғол буйлы, яғымлы, изгелекле, - тип йылмайышалар уның әхирәттәре. - Бәхетле булығыҙ. Ике яҡтың да ата-әсәләре шат ҡына була. 1948 йылдың ғинуарында ЗАГСта никахтарын теркәйҙәр. Бер йылдан Исмәғилде армияға алалар. Горький ҡалаһына (хәҙерге Түбәнге Новгород) эләгә. Хеҙмәт иткән ваҡытта партияға инә. Ә Сәғүрәне Силәбе өлкәһенә торф сығарырға ебәрәләр (ул ваҡытта кешеләрҙе эшкә мәжбүри ебәрәләр). Һуңынан ғаилә ҡауыша. 1952 йылда хеҙмәтен тамамлаған Исмәғил, ошо уҡ ҡалала - билдәле автозаводта эшкә ҡалырға уйлай. Сәғүрә лә ошонда эш таба. Токарь белгеслеген үҙләштерә. Исмәғил киске урта мәктәпте тамамлай. Водитель таныҡлығы ла ала. Әммә тыуған яғы тарта. 1955 йылда ҡайтырға ҡарар итәләр. Исмәғилде район комсомол комитетына инструктор итеп алалар. Һуңынан Тәтер-Арыҫлан МТСында парторг була. 1957 йылдың апрелендә уны район партия комитетының беренсе секретары саҡыртып ала. - Һине «Сулпан» колхозына рәйес итеп ебәрергә ҡарар иттек. Өйҙә йәмәғәте тәүҙә бер аҙ борсолоп ала. - Беҙҙе унда нимә көтә инде... - Бер нимә лә эшләп булмай, - тип яуап бирә ире. - Күҙ күрер. Был хужалыҡ (ул һуңынан К.Маркс исемендәге колхоз тип йөрөтөлә) бик ауыр хәлдә була. Фермала шарттар бөтөнләй булмай. Ҡыйыҡһыҙ һәм иҙәнһеҙ һалам башлы биналар. Эре мал һаны 300 баш иҫәпләнә. Бер аҙ һарыҡтар ҙа була. Баҫыуҙан йыйып алынған уңыш юҡ тиерлек. 1957 йылда, мәҫәлән, бөртөклөләр гектарынан ни бары 4әр центнер ғына йыйыла. Аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә, теүәл эштәр башҡарырға кәрәклеге көн кеүек асыҡ була. - Әйҙә, тәү сиратта, малсылыҡ биналарына тотонайыҡ, - ти бер ваҡыт Йосопов урынбаҫары Хәйҙәр Әхтәмовҡа. - Мин дә шулай уйлайым. - Ташты Айтуған ауылы эргәһендәге Таш-шишмә тауынан алырға була, - тип өҫтәй Хәйҙәр Яхъя улы. Эшкә май айы аҙағында тотоналар. 10 көн эсендә колхозсылар 400 кубометр тирәһе таш сығарып, уны аттарҙа ташый. Төҙөлөш бригадаһы булдырыла. Ибрай ауылынан башлайҙар. Бында иҙәнле, һәйбәт ҡыйыҡлы һыйыр аҙбары эшләйҙәр. Шулай уҡ электр үткәреү, юлдарҙы яҡшыртыу

мәсьәләләре менән дә шөғөлләнәләр. Колхозда төҙөлөш эштәре шулай башлана. Бөтә бригадаларҙа ла иҫке биналарҙы яңырталар, яңыһын төҙөйҙәр. Һәр ауылда барлыҡ мөһим социаль-мәҙәни объекттар - мәктәп, клуб, медицина пункты, магазин һ.б. төҙөйҙәр. - Артабан уҡырға кәрәк ине, - тигән уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша колхоз рәйесе тормош иптәше менән. - Әлбиттә, теләгеңде хуплайым, - тип яуап бирә Сәғүрә Зәйнулла ҡыҙы. Исмәғил Усман улы Башҡорт ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетын тамамлай. Әммә, бының менән генә сикләнмәй. Ырымбур педагогия институтының биология факультетын тамамлау тураһында ла ҡулына диплом ала. К.Маркс исемендәге колхозда ҙур үҙгәрештәр булып, ул үҫешкәндәнүҫешә. 1967 йылда эре мал һанын 1670, ә 70-се йылдар аҙағында - 2100 башҡа еткерәләр. Һәр һыйырҙан йылына 3000 килограмм һөт һауып алалар. Бөртөклөләрҙең уңышы гектарынан 23 центнерға етә. Хужалыҡ бер нисә йыл рәттән районда иң яҡшылар иҫәбенә инә, юғары рентабелле күрһәткестәргә ирешә. Ә колхоз рәйесенең эштәре, мәшәҡәттәре бөтөрлөк түгел. Иртән иртүк аяҡ өҫтөндә. Участкаларҙа хәлдәр менән танышыу, колхозсылар м е н ә н һ ө й л ә ш е ү , әңгәмәләшеү. Белгестәр менән төрлө уйҙар, аналитик фекер йөрөтөүҙәр, ҡарарҙар ҡабул итеүҙәр. Быларҙың барыһы ла күпме көс талап итә. Һүҙем - колхоз рәйесенең холҡо тураһында. Уның кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ихлас, әҙәпле булыуы тураһында халыҡ араһында хатта легендалар ҙа йөрөй тиһәң дә була. Ә Сәғүрә Зәйнулла ҡыҙы байтаҡ йылдар дауамында хаҡлы ялға сыҡҡансы урындағы элемтә бүлексәһе начальнигы булып эшләй. Үҙенең эшлекле сифаттары, әҙәпле, ипле булыуы менән кешеләр араһында абруй ҡаҙана. 1979 йыл. Йәй аҙағы. Ул йылда һауа шарттары артыҡ яҡшы тормаһа ла, ауыл халҡын сағыштырмаса һәйбәт уңыш менән һөйөндөрә. Бер ваҡыт Исмәғил Усман улы һәм колхоздың партком секретары Хәйҙәр Әхтәмов урып-йыйыу эштәре тамамланып килгән бойҙай баҫыуы янына килеп туҡтай. - Минең һуңғы ураҡ, - ти моңһоу ғына Исмәғил Усман улы. - Киләһе йылда отставкаға китәм. - Бәлки, ҡалырһың, - ти Хәйҙәр Яхъя улы. - Юҡ. Сәләмәтлегем дә бик шәптән түгел. Икенсе көн иртән колхоз рәйесе кабинетында тағы ла ошо турала ихлас әңгәмә ҡоралар. Байтаҡ йылдар бергә һәм һөҙөмтәле эшләгән белгестәрҙе, урта звено етәкселәрен яҡшы һүҙ менән билдәләйҙәр. Улар араһында баш инженер Илгизәр Мөхәррәмов, баш агроном Миҙхәт Әхмәтйәнов, баш зоотехник Нурулла Ғәббәсов, ферма мөдирҙәре Ғафур Зәйнуллин, Рәлиф Ғайсин һ.б. Киләһе йылға колхозсыларҙы дөйөм йыйылышҡа саҡыралар. Колхоз рәйесенең вазифаһын бушатырға ҡарар итеүен хәбәр итәләр. - Айырылышыуы бик йәл, - ти йәшергәндәрҙең береһе. - Нимә тип әйтәһең, эштәрҙе һәйбәт алып барҙы, өҫтәүенә, ихлас күңелле, тыйнаҡ булды, - ти Ибрай ауылынан икенсе колхозсы. - Эйе, тыйнаҡ һәм ғәҙел кеше, - тип билдәләй йыйылышта ҡатнашҡан тағы бер кеше. - Шәхси маҡсат менән эшләмәне, минең нимә әйтергә теләгәнемде аңлайһығыҙҙыр, моғайын. Йыйылышҡа килгән район башҡарма комитеты рәйесе И.Бушин да үҙенең ихлас фекерҙәрен белдерҙе. - Һеҙҙән ошондай һүҙҙәр ишетеү рәхәт, - ти Иван Арсентьевич. - Исмәғил Усман улы колхозға 23 йыл етәкселек итте. Был стаж буйынса ул районда рекордсы. Хужалыҡ үҫешһен һәм ныҡ булһын өсөн бик күп көс һалды ул. Йосоповтар Айҙарәлегә ҡайта. Исмәғил Усман улы «Ключевые горы» колхозы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары булып эшләй. Абруйлы шәхес. Уның хеҙмәте лә тейешенсә баһалана. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, шул иҫәптән Рәсәй һәм республика кимәлендә бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. 2001 йылдың июнендә «Стәрлебаш районының почетлы гражданины» исеме булдырыла. 2002 йылда И.Йосопов тәүгеләрҙән булып ошо исемгә лайыҡ була. Исмәғил Усман улы менән Сәғүрә Зәйнулла ҡыҙының тағы бер мөһим һәм шатлыҡлы байрамы бар. Был - 70 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеү. Әйткәндәй, район кимәлендә рекордлы ҡаҙаныш. ...Тыштан ҡарағанда, Йосоповтарҙың өйө заманса йыһазландырылған йорттар менән сағыштырғанда, ябай ғына күренә. Ә эсендә - иҫ киткес тәртип һәм таҙалыҡ. Бында уңайлы һәм рәхәт. Сәғүрә Зәйнулла ҡыҙына 88 йәш. Уның хәтере яҡшы, тауышы ла яңғырап тора. Атлауы ла ҡарттарҙыҡы кеүек түгел. - Әсәйегеҙ үҙенең йәшенән 20 йәшкә йәшерәк күренә, - тим улдары Илдарға. - Күҙ теймәһен, - тип йылмая ул. Илдар (уға 57 йәш) Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Полицияла хеҙмәт иткән. Ирекле көрәш буйынса спорт мастеры. Подполковник званиеһында отставкаға сыға. Ә Йосоповтарҙың балалары бишәү. Барыһы ла юғары белемле. Өлкән ҡыҙҙары Флүрә Ҡарағош ауылында йәшәй. Уҡытыусы булып эшләгән. Әлфира - Белоретта, мәктәп директоры була. Илшат - Өфөлә, предприятиеларҙың береһендә бүлек начальнигы. Земфира ла Өфө ҡалаһында. Медицина институты дипломына эйә. Хәҙер уның үҙ стоматология поликлиникаһы бар. Мине өҫтәл артына саҡыралар. - Сәйегеҙгә һөт һалырғамы? - ти хужабикә. - Әйткәндәй, кәзә һөтө. - Күршеләрегеҙҙән алдығыҙмыни? - Юҡ, үҙебеҙ кәзә аҫрайбыҙ. - Оло йәштә ауыр түгелме? - Әлегә ҡулыбыҙҙан килә. - Ата-әсәйегеҙҙең юбилейын билдәләйәсәкһегеҙме? - тип ҡыҙыҡһынам Илдарҙан. - Әлбиттә. Барыбыҙ ҙа бергә йыйыласаҡбыҙ. Исмәғил Усман улы, бәлки, август айында үҙенең 90 йәшенә лә шәхси машинаһында килер, тип уйлап ҡуйҙым мин. Әйткәндәй, ул был йәһәттән дә бөгөн рекордсы.

Бергә ғүмер итеүҙең 70 йыллығы - бындай әһәмиәтле һәм күркәм датаны бик һирәк парҙар ғына билдәләй. Йосоповтарға яҙмыш шундай бүләк биргән. Уларҙы ошо күренекле байрамдары менән ҡотларға һәм республика Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән, шулай уҡ район хакимиәтенең иҫтәлекле бүләктәрен тапшырырға бөгөн район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова һәм район ЗАГС бүлеге начальнигы Роза Кәримова барҙы. Гәзит уҡыусылар ҙа юбилярҙарҙы ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото Йосоповтарҙың ғаилә альбомынан алынды.



Читайте нас: