Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Декабрь 2017, 12:04

Һорау-яуап

Яңы йыл - һис шикһеҙ, һәр кемдең яратҡан байрамы. Шыршы, мандариндар еҫе... Балалар иртәләре һәм тамашалар. Яңы йыл алдынан күпме шатлыҡлы һәм күңелле ваҡиғалар була, саралар үткәрелә! Яңы йыл алдынан, ғәҙәттә, үткән йылға йомғаҡ яһайбыҙ, киләсәккә пландар төҙөйбөҙ. Шулай итеп, уҙып барыусы йыл аҙағында район халҡынан 2017 йыл ниндәй ваҡиғалар менән иҫтә ҡалыуы, яңы йылдан нимәләр көтөүе тураһында ҡыҙыҡһындыҡ һәм Яңы йыл теләктәре менән уртаҡлашыуҙарын һораныҡ.

Зөлфиә Иҙрисова, Стәрлебаш ауылы: Барыһы ла булды: юғалтыу ҡайғыһы ла, шатлыҡ-ҡыуаныстары ла. Йыл ижади планда уңышлы булды, күп нимәне белдем, күп нимәгә өйрәндем. Ул шулай уҡ көтөлмәгән бүләктәргә, яңы кешеләр менән осрашыуҙарға һәм танышыуҙарға бай булды. Уҙған йылда тамамламаған эштәрҙе киләһе йылда дауам итермен тип уйлайым. Яңы йыл тыныс, уңышлы һәм бәхетле булһын! Нәзир Мостафаев, Әмир ауылы: Уҙып барыусы йыл шатлыҡлы, уңышлы һәм ыңғай тәьҫораттарға бай булды. Беренсенән, мин өйләндем, һөйәм һәм һөйөклөмөн. Икенсенән, тормош иптәшем менән диңгеҙгә барып ҡайттыҡ, һәйбәт эшкә урынлаштым. 2018 йылда бәпесебеҙ тыуасаҡ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Гөлнара Латипова, Стәрлебаш ауылы: Бик күп ваҡиғалар булды. Әммә ҡыҙым менән диңгеҙгә барыу айырыуса иҫтә ҡалды. Дөйөм алғанда, йыл тыныс үтте. Иң мөһиме, бөтә яҡындарым һәм туғандарым иҫән һәм һау-сәләмәт. Яңы йылдан тотороҡлоҡ көтәм һәм тотош донъяла тыныслыҡ булһын ине тип теләйем! Яңы йыл менән!

Фаягөл ЙОСОПОВА әҙерләне.
Читайте нас: