Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Декабрь 2017, 11:36

Боҙ ҡаласығы асылды

Уҙып барыусы йылдың һуңғы көндәрендә бербер артлы яңы йыл саралары үтә. Шуларҙың иң көтөп алынғаны - Стәрлебаш ауылының үҙәк майҙанында Боҙ ҡаласығын тантаналы асыу булғандыр, моғайын. Был байрам шишәмбе көндө булды.

«Ынйы» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда ысынлап та байрамса мөхит хөкөм һөрҙө. Музыка яңғыраны, балалар рәхәтләнеп тауҙан шыуҙы, боҙ һындар эргәһендә фотоға төштө, көн дә йылы һәм матур булды, ҡар яуҙы. Тамашасылар өсөн әкиәт персонаждары һәм йәнһүрәт геройҙары - Нолик һәм Симка ҡатнашлығында театрлаштырылған программа күрһәтелде. Байрам тамашаһында ҡатнашҡан персонаждар балалар менән бейене, уйнаны, артабан Яңы йылдың төп геройҙары - Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы саҡырҙы. Әммә Ҡыш бабай байрамға яңғыҙы ғына килгән, сөнки уның ейәнсәренең итеген урлағандар һәм ул өйҙән сыға алмай икән. Бәхеткә күрә,

хеҙмәтен тамамлап, өйгә ҡайтып барған һалдат уға ярҙамға килә. Ул Ҡарһылыуға итеген табырға ярҙам итә. Яңы йыл байрамы ҡотҡарыла! Артабан «Шыршы шыршыҡайҙың уттары янһын» тип өс тапҡыр ҡысҡырғандан һуң, йәшел сибәркәйҙә уттар балҡыны. Бынан һуң барыһы ла әйлән-бәйлән уйнаны. Байрамда булған бала-саға төрлө уйындар уйнаны, ә иң етеҙҙәр һәм отҡорҙар тәмле бүләктәр алды. Шулай итеп, Боҙ ҡаласығы асыҡ, рәхим итегеҙ! Яңы йыл каникулында бында бала-сағаның шат ауаздары тынмаһын.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: