Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Декабрь 2017, 12:37

Алыҫ кииләсәктән килгән ҡунаҡ

Хәл былайыраҡ була. Яңы йыл алдынан ғына, кисен, Ғаффар Хәмит улының баҡсаһына ялтырап дөбөр-шатыр нимәлер килеп төшә. - Нимә булды был? - тип ҡурҡып ҡына иренә ҡарай Ғәфиә Сабир ҡыҙы. - Бәлки, һарайҙың ҡыйығы ишелгәндер. Шул ҡыйыҡты эшләп ҡуй тип нисә тапҡыр әйттем һиңә. - Сығып ҡарайым әле, - тип ишекте асып сыҡты Ғаффар Хәмит улы һәм фонарик менән юлды яҡтыртып, баҡсаға юлланды.

Өйҙән 20 метр алыҫлыҡта ҙур ҡара шар ята ине. «Әллә космонавтар килгән инде», - тип уйлай Ғаффар Хәмит улы шар тирәләй йөрөп сыҡҡас. Көтмәгәндә люк асылып, шарҙан кеше башы күренә. - Мин ҡайҙа ул? - тип ҡыҙыҡһына ул Ғаффар Хәмит улынан, ә уныһы фонарь ярҙамында таныш булмаған кешене яҡшыраҡ ҡарарға тырыша. Ғаффар Хәмит улы, ошо мәлдең барлыҡ тарихи мөһимлеген аңлап, тамаҡ ҡыра ла үҙенсә тулы итеп яуап бирә. - Санкт-Стәрлебашта. Әммә ҡунаҡ, әйтерһең дә, бер нимә лә аңламай. Ошо арала ул шар эсенән сығып, тирә-яҡты ҡыҙыҡһынып күҙәткәндән һуң йәнә: - Әле һеҙҙә нисәнсе йыл? - тип һорай. Был кеше күптән осоп йөрөй, күрәһең, тип уйлай Ғаффар Хәмит улы һәм ваҡыт арауығында сәйәхәт итеүсе, һуңынан асыҡланыуынса, алыҫ киләсәктән булған ҡунаҡҡа нисәнсе йыл икәнен әйтә. Уға өйгә инергә тәҡдим итә. Был ваҡытта Ғәфиә Сабир ҡыҙы байрам өҫтәлен әҙерләп йөрөй. - Ғәфиә, - тип ишектән ҡысҡыра Ғаффар Хәмит улы, - ҡунаҡты ҡаршыла. - Минең исемем Серафим, - тип үҙе менән таныштыра сит кеше һәм өйҙө ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. - Мин биш мең ете йөҙ туҡһан бишенсе йылғы Бэта Центавра галактикаһынан, - тип өҫтәй ул маринадланған бәшмәктәрҙе еҫкәп.

- Кешеләр ҡайҙа ғына йәшәмәй инде, - тип баш һелкә хужабикә. - Һеҙ унда, киләсәктә, нисек йәшәйһегеҙ һуң? - тип һорай Ғаффар Хәмит улы. - Был турала бер һүҙ менән генә һөйләп булмай, - тип яуап бирә әңгәмәсе өҫтәл артына ултырып һәм Ғәфиә Сабир ҡыҙының газ мейесенән бешкән ҡаҙҙы алғанын күҙәтеп. - Ә шулай ҙа нисек йәшәйһегеҙ? - тип һорап ҡуя ҡабаттан. - Беҙҙең донъя, һеҙҙекенә, алыҫ үткән тормошта йәшәгән кешеләрҙекенә, бөтөнләй оҡшамаған. Унда һуғыштар, сирҙәр, социаль үҙгәрештәр юҡ. Беҙҙең цивилизация юғары үҫеш кимәлендә. Беҙҙә фән мөғжизәләр булдыра. - Ә аҙыҡ менән эштәр нисегерәк һеҙҙә? - тип ҡыҙыҡһына Ғаффар Хәмит улы. - Аҙыҡ менәнме ни? - тип ҡабаттан һорай Серафим ҡаҙ бото һалдырырға тәрилкәһен һуҙып. - Беҙ мал ризығын күптән ашамайбыҙ. Бөтә ризыҡ яһалма, төймә рәүешендә. - Хас диабет менән сирләүселәрҙеке кеүек икән, - тип әйтеп ҡуя Ғәфиә Сабир ҡыҙы. - Ә эш хаҡына премияны ваҡытында бирәләрме? - тип йәнә һорау бирә хужа кеше. - Беҙҙә аҡса күптән ҡулланылмай. Бөтөн кәрәкле әйберҙе һәр кем бушлай фәнни билдәләнгән норма буйынса ала. - Паек кеүек килеп сыға инде, - тип аңлағандай баш һелкә Ғаффар Хәмит улы. - Ә киләсәктә ғаилә мәсьәләһе хәл ителгәнме, айырылышыуҙар күпме? - Беҙҙә айырылышыуҙар ҙа, никахлашыуҙар ҙа юҡ, - тип яуап бирә Серафим, ҡаҙ ботон кимереп. - Балаларҙы пробиркаларҙа үҫтерәбеҙ. - Нисек пробиркаларҙа? - тип ғәжәпләнә Ғаффар Хәмит улы. - Ә ҡатын-ҡыҙҙар нимәгә? - Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-аттар менән хоҡуҡтары бер тигеҙ, - шуға ла улар бала табырға тейеш түгел, - ти ҡунаҡ. - Күңелһеҙерәк йәшәйһегеҙ, - тип яуаплай Ғаффар Хәмит улы, әңгәмәсеһенең рюмкаһын бер-бер артлы тултырып. - Беҙ фән буйынса йәшәйбеҙ, - тип яуап бирә ул. - Ә бына һеҙ, дөрөҫлөгөм өсөн ғәфү итегеҙ инде, тулыһынса социаль ойошторолмағанлыҡ хәлендә. - Ни өсөн улай? - тип үпкәләй хужа. - Мин бөтә ил өсөн һөйләмәйем инде, уның өсөн Президент яуап бирһен. Әммә үҙем өсөн шуны әйтәм - минең шәхси тормошом бик тә ойошторолған. Мин 45 йыл эшләнемме? Эшләнем. Өйөм бармы? Бар. Улдарымды өйләндерҙемме? Өйләндерҙем. Биш тиҫтә ҡаҙ үҫтерҙемме? Үҫтерҙем. Шулай булғас минең тормошом ни өсөн ойошторолмаһын? - Сөнки унда фәнни нигеҙ юҡ, - тип яуап бирә ҡунаҡ. - Ә ул миңә ни өсөн кәрәк, - тип ғәжәпләнә Ғаффар Хәмит улы. - Мин унһыҙ ҙа үҙемә нимә кәрәклеген беләм. Беҙҙә фәнни нигеҙ буйынса күпме хаталар эшләнә, Аллам һаҡлаһын. - Фән бер урында тормай. Яңы иҫкене алмаштыра, үҙе лә иҫкерә. Кире ҡағыу законы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? - Һеҙ нимә, фәнгә ҡаршымы, һеҙ прогресты кире ҡағаһығыҙмы? - тип йәнә ғәжәпләнә ҡунаҡ. - Был ниндәй «прогресс» булһын. Балаларҙы пробиркаларҙа үҫтер һәм ғүмер буйына төймәләр өсөн

эшлә. Һеҙҙең прогресс дөрөҫ түгел. Берәй йыр йырла әле, - тип көтмәгәндә мөрәжәғәт итә ҡунаҡҡа Ғаффар Хәмит улы. - Беҙ күптән йырламайбыҙ, - тип яуап бирә Серафим. - Беҙ музыка һәм электрон башҡарыусыларҙы ғына тыңлайбыҙ. - Улай булғас әкиәт һөйлә. Ҡунаҡ тынып ҡала, уның ҡаушауы йөҙөнә сыға. Ул ҡапыл үҙе осоп килгән алыҫ, матур киләсәктә нимәлер етмәүенә төшөнә. Бәлки, был иң мөһимелер, унһыҙ тормоштоң да мәғәнәһе юҡ... - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә ҡуҙғалырға ваҡыт, - ти Серафим. - Һеҙгә барыһына ла рәхмәт. - Бәлки, ҡалырһың? Яңы йылға тиклем ярты сәғәт кенә ҡалды, - ти ҡунаҡсыл хужалар. - Юл яҡын түгел, ә иртән иртүк осорһоң әле. - Ҡала алмайым шул, минең аппаратым программала тора, ә команданы үҙгәртергә хоҡуғым юҡ... - Шундай уңайһыҙ шарттарҙы һеҙ үҙегеҙгә үҙегеҙ уйлап тапҡанһығыҙ, - тип көрһөнә Ғәфиә Сабир ҡыҙы. Ә бер минуттан ҡорос шар йондоҙло күккә күтәрелеп, сикһеҙ йыһан киңлектәрендә мәңгелеккә күҙ уңынан юғала. Яңы йылды Ғаффар Хәмит улы һәм Ғәфиә Сабир ҡыҙы икәүләп ҡаршыланы. Телевизорҙан «Матур ирегет» конкурсы нисек үтеүен, билдәле актрисаның мөхәббәт тарихтары тураһында тапшырыу, яңы йылда көнкүреш газына һәм автомобиль бензинына хаҡтарҙың кәмеүен теләгән бер миллиардерҙың интервьюһын ҡарап, инәйҙәр ансамбле башҡарыуында йырҙар тыңланы. - Алла бирһә, бирешмәҫбеҙ, йәшәрбеҙ әле! - тип ышаныслы әйтеп ҡуя Ғаффар Хәмит улы һәм оҙаҡламай йоҡларға ята, сөнки Яңы йыл төнө тамамланып килә ине.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: