Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2017, 11:40

ҠЫШҠЫ ТӘБИҒӘТКӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ ҺЫНАМЫШТАР

Тәбиғәтте күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән. Күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә.

Ағаста бәҫ күп булһа, бал куп була.

Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа - һыуыҡҡа, томан төшһә - йылыға.

Бер ҡырпаҡ менән ҡыш булмаҫ.

Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.

Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр.

Йыл башында ел булһа, йыл әйләнә ел-дауыл булыр.

Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр.

Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.

Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.

Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.

Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуа.

Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.

Ҡыш көнөндә ҡояш әйләнәһендә түңгәләк күренһә, буран булыр;

Әгәр инде был түңгәләк ҡояшҡа бик яҡын булһа, аяҙ булыр.

Ҡыш көнөндә урман елһеҙ шаулаһа, буран булыр.

Ҡыш күк күкрәһә, бик ҡаты ел булыр.

Ҡыш урман шаулаһа, йылы көндәр көт.

Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр.

Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көндәр яйҙы әйтер.

Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр.

Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.

Мейес көслө тартһа - һыуыҡ була, насар тартһа - епшек була.

Мейестә утын шартлап янһа, көндәр йылытырға булыр.

Мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ятһа, йәйен ямғыр булыр, ҡышын ҡар яуыр.

Төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа тарта.

Төндә бәҫ булһа, көндөҙ ҡар яумай.

Һыуыҡҡа боҙ өҫтөнә шыя сыҡһа - йылы көндәр көт.

Усаҡтағы утын һыҙғырып янһа, көн һыуытыр.
Читайте нас: