Кисәне һәм табынды йәмләүгә барлыҡ оҫталығыбыҙҙы һалабыҙ, аш-һыу хәстәрләйбеҙ, йорт-еребеҙҙе күркәмләндерәбеҙ. Ҡупшыҡай шыршыны үҙенә саҡырып торған төҫлө уттар гөлләмәһе — гирляндалар менән биҙәү ғәҙәтебеҙгә ингән. Етмәһә, хәҙер йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Байрам мәлендә аҡса янсыҡтарын ҡалынайтып ҡалырға тырышыусы эшҡыуарҙар ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн бөтә тырышлығын һала. Яңы йыл алдынан сауҙа нөктәләрендәге фейерверк, петарда һәм бенгаль уттарын өлкәндәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә һатып ала. Байрам мәлендә бер кем дә уларҙың сифаты менән артыҡ ҡыҙыҡһынып тормай. Һөҙөмтәһен фаразлайһы түгел: бындай хәүефле “уйынсыҡтарҙы” файҙаланған саҡта кемдер йәрәхәтләнә, икенсеһе янғынға юлыға, өсөнсөһө бәхетһеҙлеккә тарый... Һәр ялтыраған әйберҙең алтын булмауына бәлә килгәс кенә ышанаһың.
Хатта өлкәндәр ҙә дөрөҫ ҡулланыу кәрәклегенә иғтибар итмәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре онотола. Пиротехника ҡабыҙғанда тәмәке тартыуҙың ҡәтғи тыйылыуына әһәмиәт бирмәүселәр ҙә байтаҡ. Ут гөлтләп ҡабыныу ихтималлығы ҙур булған биналарҙан алыҫыраҡ урында эш итергә кәрәклеген дә оноталар. Ҡабыҙырҙан алда елдең ҡайһы яҡҡа иҫеүе һәм ниндәй хәүеф тыуҙырыуы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Торлаҡ йәки төҙөлөш барған урындар эргәһендә фейерверк һәм петарда осороу ҡәтғи тыйыла.
Бенгаль уттарын, шартлаусы уйынсыҡтарҙы өйҙә һынап ҡарарға ярамай. Гирлянданың заводта эшләнгәнен һәм төҙөклөгөн тикшереп алырға кәрәк.
Шыршыны күркәм итеп биҙәү теләгегеҙ ни тиклем көслө булһа ла, уға еңел тоҡана торған уйынсыҡ элмәгеҙ һәм ботаҡтарҙа шәм ҡабыҙмағыҙ. Балаларға ҡағыҙҙан, марлянан һәм мамыҡтан тегелгән маскарад кейемдәрендә шыршы эргәһендә уйнарға, гирляндаларҙы үҙҙәренә ҡабыҙырға рөхсәт итмәгеҙ.
Күмәк кеше ҡатнашҡан байрам мәлендә фейерверк аттырыу ҡаралһа, район йәки ауыл биләмәһе хакимиәте бының өсөн алдан урын билдәләй. Майҙандың әйләнәһе пиротехник әйберҙең ҡулланмаһында күрһәтелгән хәүеф зонаһына максималь рәүештә тура килергә тейеш. Ағастар үҫкән, электр линиялары үткән урында фейерверк аттырырға кәңәш ителмәй. Көслө ел мәлендә лә ярамай. Бынан тыш һауа торошон да иҫәпкә алырға кәрәк.
Янғын осрағында кисекмәҫтән «01», «112» һандарын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратығыҙ, ҡайҙа нимә яныуын, фамилияғыҙҙы асыҡ итеп әйтегеҙ.
Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур:
1. Пиротехника әйберҙәрен махсус булмаған магазиндарҙан, шәхси кешеләрҙән һатып алмағыҙ. Алыр булһағыҙ, яраҡлылыҡ сертификатын талап итегеҙ.
2. Пиротехника менән эш иткәндә ҡулдарығыҙҙы һәм күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ.
3. Тиҙ янып китеүсән әйберҙәр янында шәмдәр, бенгаль уттарын ҡулланмағыҙ.
4. Эвакуациялау юлдарына, йылытыу ҡорамалдары эргәһенә шыршы ҡуймағыҙ.
5. Электр приборҙарын тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ.
6. Асыҡ ут һәм электр йыһаздары өҫтөндә кейем һәм башҡа яна торған әйберҙәрҙе киптермәгеҙ.
7. Газ һәм электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
8. Электр яйланмаһын йәки яныусан шыйыҡсаларҙы һүндереү өсөн һыу ҡулланмағыҙ.
Яңы йыл шыршыһын ныҡлы урынлаштырығыҙ, бинанан, йорттан сығыу юлдарын ҡапламағыҙ. Шыршы ботаҡтары менән стена, түбә араһында кәм тигәндә бер метр ара булһын. Боҙоҡ гирляндаларҙы ҡулланмағыҙ. Электр сымдарының, үткәргестәрҙең төҙөклөгөн тикшереп тороғоҙ, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ, үҙ белдегегеҙ менән яһаған приборҙарҙы файҙаланмағыҙ. Эшләп торған электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартмағыҙ. Бигерәк тә ғаилә байрамдары мәлендә пиротехника менән үҙаллы эш иткәндә һаҡ булырға кәрәк. Ҡулланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, сертификатланған тауарҙар ғына һатып алығыҙ. Иң тәүҙә яраҡлылыҡ ваҡытына иғтибар итегеҙ. Әйберҙең ҡабы бөтөн, ҡоро һәм таушалмаған булыуын тикшерегеҙ. Тоҡандырған мәлдә петарда өҫтөнә эйелергә ярамай. Әгәр ракета атылмаһа, уға ҡапыл яҡын бармағыҙ, кәм тигәндә ике минут самаһы көтөгөҙ. Атылмаған петардаларҙы йыйып, өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ. Тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: тоҡандырыу эшен балаларға, иҫерек кешегә ышанып тапшырмағыҙ.
"БР буйынса 14 һанлы федераль янғын һағы хеҙмәте"нең 40 һанлы янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы.